» » Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимер Йосоповтың тыуыуына – 80 йыл!

Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимер Йосоповтың тыуыуына – 80 йыл!

Опубликовано: 31-05-2018, 11:11 | Категория: Новости, Народные поэты, Члены союза
Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимер Йосоповтың тыуыуына – 80 йыл!
Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры, Рәсәй Федерацияһының һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, 1971 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы Тимер Йосоповтың тыуыуына – 80 йыл! Мәшһүр ҡәләмдәшебеҙҙе иҫкә алайыҡ, милләттәштәр!

Тимер Йосопов 1938 йылдың 31 майында БАССР-ҙың Дыуан районы Түбәнге Әбсәләм ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағас, буласаҡ шағир Ҡыйғы район гәзитендә эшләй. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. Уны 1967 йылда тамамлағандан һуң Бөрйән районы Аҫҡар 8 йыллыҡ мәктәбендә уҡыта.
1968 йылдан «Башҡортостан пионеры» гәзитендә хеҙмәткәр, 1973—1977 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзының нәфис әҙәбиәтте пропагандалау бюроһы директоры, 1983—1988 йылдарҙа ижади союздың идара рәйесе урынбаҫары булып эшләй. 1979 йылда Максим Горький исемендәге Әҙәбиәт институты ҡарамағындағы Юғары әҙәби курстарҙы (Мәскәү) тамамлай.
Тимер Йосопов шиғриәтендә быуындар күсәгилешлеге, заманалар берлеге сағыла.Әүҙем ижад итеүе 20-се быуаттың 60-сы йылдарында башлана. 1968 йылда «Икмәк еҫе» исемле тәүге шиғри йыйынтығы баҫтырыла. Был китабындағы шиғыр юлдары аша һуғыш ауырлыҡтарын еңеп сыҡҡан быуын вәкилдәренең әсе яҙмышын һүрәтләй. 1998 йылда «Китап» нәшриәтендә баҫылған «Беште ер еләккәйҙәре» китабы өсөн шағирға Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелә. 2003 йылда Тимер Йосопов «Башҡортостандың халыҡ шағиры» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. Автор йәмғеһе 15-тән ашыу шиғри йыйынтыҡ сығарҙы, уларҙың һәр береһен уҡыусы оло ваҡиға итеп ҡабул итте. Тимер Йосопов ысын мәғәнәһендә халыҡ шағиры булды. Шиғырҙарының халыҡсанлығы тел, стиль, һүрәтләү сараларын файҙаланғанда ла асыҡ сағыла. Әҫәрҙәре берәүҙе лә битараф ҡалдырмай, сөнки улар шағир йөрәге аша үткәргән хәл-ваҡиғалар менән һуғарылған.
Әҙип оҙаҡ ауырығандан һуң 2016 йылдың 16 мартында Өфө ҡалаһында вафат булды.

Юям инде ҡай саҡ түҙемде...

Тимер Йосоповтың шиғриәт иле – ысыҡ төшкән болонда ҡояш ҡыуып йөрөү, болотһоҙ кистә тулған айҙы ҡаршылау… Унда, оҙон үлән кисеп, ысыҡ һыуына сыланып, хис-моңға сорналып шаярырға, ай менән ҡояш араһында уйнарға мөмкин. Болондоң хуш еҫе, яҡты иртәләрҙең хозурлығы һушты ала, тыуған яҡ елдәре иркәләй… Бында бөтәһе лә яҡын, ҡәҙерле. Ирәйеп йөрөйһөң, тыуған яҡ һауаһын күкрәктәрең киңәйеп киткәнсе һулайһың.
Тимер Йосоповты тыуҙырған донъяла һандуғастар һайрай, кәкүк саҡыра, ирекһеҙҙән һин үҙең дә йырлай башлайһың. Был илаһи ил һине лә ижадсы итә. Әҙиптең пейзаж лирикаһы төҫтәргә, буяуҙарға ифрат бай. Иң мөһиме, ундағы биҙәктәр яһалма түгел, улар ысыҡтай саф, һауаһы ыуыҙҙай татлы. Бында бөтәһе лә тәбиғи, үҙебеҙҙең бала саҡтан күреп өйрәнгән ауыл өйө, ай урағы, ҡояш салғыһы, тыуған тупһаға ҡағылған даға, ҡолға осона эленгән ат башы һөйәге.
Имән төпкәйенә ултырҙым мин,
Имән төпкәйҙәре күләгә,
Башы менән һауаларға ашҡан –
Аҡ болоттар килеп урала.
Һәм кинәт кенә, был имән төпкәйендә, бәлки, ултырғандыр олатайымдың атаһы, ти шағир. «Уның да был донъяла булғандыр хатаһы»… Имән төбөнә ултырыу шағирҙы шанлы үткәндәргә алып ҡайта, тарих хаҡында уйҙарға тарыта. Эйе, ихтимал, Тимер Йосоповтың олатаһы ла ул ихтилалда ҡатнашҡандыр: «Йылдар ята минең иңемә», – тип белдерә шағир, күҙҙәрендә – теге яу усаҡтарының ялтырағы… Ата-бабалар ирек тип даулашҡан. Тимер Йосопов – шиғриәттә лә, тормошта ла Салауат батырҙың яуҙашы, уның ҡан яҡташы. Салауаттар ирек даулап яу сапҡан яҡтарҙан ул, Әнйәк һыуын эскән.
Тау битендә еңгәм бесән саба,
Бар көсөнә киреп ҡоласын.
Салғыһы ул,
талмаҫ ҡанатмы ни,
Ә үҙе бит, гүйә, ыласын.
Нисә йылдар инде
тол йәшәй бит,
Түҙем генә бирһен кешегә.
Ауыр һүҙҙәр әйтеп өндәшмәгеҙ,
Һүҙһеҙ ҙә бит йөрәк күшегә.

Туҡта, еңгә,
арып-талғанһыңдыр,
Бирсе әле миңә салғыңды.
Миңә ҡарап бер хәтерлә, еңгә,
Ағай менән йөрөгән сағыңды.

Ҡоласымды, әйҙә, кирәйемсе,
Баҫылғандай булһын һағышым.
Ер битенә салғы менән яҙҙым,
Бер ҡатындың хәтәр яҙмышын.

Әйткәндәй, шағир менән беҙҙең яҡта ныҡ ғорурланалар. Ниңә икән? Шағирға беҙҙә айырым мөнәсәбәт… Әллә һәр тарафҡа үҙенең билдәле, ғорурланырлыҡ кешеһе кәрәкме икән? Быны аңлауы һәм аңлатыуы ҡыйын; был, бәлки, беҙҙең яҡтарҙың әүәлдән кәмһетелеп килеүенәндер? Яуҙарҙан һуң сәсәндәрҙең телен киҫкәндәр, нисәмә быуат батыр исемен атауҙы тыйғандар. Бәлки, шул шиғриәткә эйәреп, беҙҙең яҡташтар күңеленә тулышҡан хистәр бәреп сығалыр, нисә йылдар тыйылып торған быуа йырылалыр…
Тимер Йосопов шиғриәтендә хис-тойғо ташҡыны айырыуса ярһыу, унда утлы өйөрмәләрҙе күрергә, икмәк тәмен тойорға мөмкин; усаҡ яҡтыһында олатайҙарҙың үткәндәр хаҡындағы хәтирәләрен тыңларға була. Үҙенең ҡабатланмаҫ пейзаж лирикаһы менән бергә әҙип тарихҡа мөрәжәғәт итә. Мәҫәлән, «Улымды оҙатып барам» поэмаһы. Был – тарихи сюжетлы поэма.
Ундай поэмаларҙы беҙҙә, миҫалға, Ғәлимов Сәләм яҙған: «Бала», «Шоңҡар» поэмалары. Хәҙер башлыса эске сюжетҡа ҡоролған ассоциатив поэмалар тыуа. Минеңсә, шиғриәт үҙе тоташлайы менән тәбиғәт, тормош тураһындағы йыр, ысын шиғриәт үҙе үк тормошто ҡағыҙҙа яңынан тыуҙырыу; тормоштағы ваҡиғаларға, булмыштың үҙенә авторҙың мөнәсәбәте! Һәр ысын шағир донъяға үҙ ҡарашын белдерә, был донъяны үҙенсә генә аса, булмыштың төп тенденцияларын тотоп ала. Шул яғы менән дә ижадсы – фәйләсүф!
Бер шиғырында ул үҙен «Сәсәтмәгеҙ мине – йөк атын» тип белдерә. Зинһар өсөн, һабантуйҙа телмәр һөйләтмәгеҙ, үтенәмен, һеҙҙән һорайым, ти… Ысынлап та, әүәл дә шағир телмәр һөйләргә яратманы. Был – уның тәбиғәте. Тимер Йосопов мәҡәләләр яҙырға ла әүәҫ булманы. Редакцияларҙа эшләне, хатта Яҙыусылар союзының идара рәйесе урынбаҫары булды… Ә иллеһе тулыр-тулмаҫтан профессиональ яҙыусылыҡҡа күсте.
Берүк минән
телмәр һөйләтмәгеҙ,
Сәсәтмәгеҙ ҡыуып йөк атын.

* * *
Малай инем, үҙ-үҙемде
Торманым һис тә аяп.
Төкөрөк төшкөһөҙ һыуыҡта
Йүгерҙем ялан аяҡ.
Сәңкеп һыҙлаған аяҡты
Баҫтым ҡыҙған мейескә.
Аяҡтарым янып бара,
Янып бара усаҡтай.
(«Ялан аяҡ йүгерҙем»).
…Тимер Йосоповтың шағирлығы хаҡында уйлағанда, тағы шуға иғтибар итәһең: ул үҙ шиғырҙарын яңғыратып яттан һөйләй… Тауышы көр, Хоҙай уға тауыш та, сәсәнлек тә биргән. Һәм уның уй-теләге, хис-тойғоһо тыңлаусыларҙың йөрәгенә барып етә!
Үҙ шиғырҙарыңды яттан һөйләү маһирлығы – шулай уҡ һирәктәр өлөшөнә төшкән көмөш – ул үҙ һүҙеңдең бәҫен белеү ҙә… Меңәрләгән тамашасы һинең әҫәреңде спектаклдәй күреп тамаша ҡыла. Һәр шиғыр – үҙе бер тамаша, үҙе бер спектакль дә.
Әүәл дә мәшһүр сәсән һүҙе кеше йөрәгенә, тыңлаусы күңеленә барып еткән. Минеңсә, бында тағы бер мөһим әйбер бар. Тимер Йосопов шиғырҙары халыҡсан, халыҡҡа яҡын, милли рух менән һуғарылған. Уларҙа күңелебеҙгә яҡын образ-символдар: йүгән сыңы, ат тояҡтары тупылдауы, азатлыҡ ораны яңғырауы – ата-бабаларҙың ирек өсөн күтәрелеүе… Ҡыйырсыҡ ай, ысыҡ төшкән үлән… Тимер Йосопов шиғырҙарында хисле йөрәк тибешен, йәшел тәбиғәт йәмен тояһың. Уның һыҙланыуҙары һинекенә әйләнә, пейзаж картиналары күҙ алдына баҫа. Шағир бәғзеләр ише көсәнмәй, шиғырҙы яһамай, буш фәлсәфә лә һатмай… Шағир һәр кемгә бала саҡтан таныш билдәләр, метафоралар менән эш итә: икмәк еҫе, тол ҡатындың салғы яныуы… Малайҙар һыу төшөргә бара, ҡайһы бере йығылып китә – һалам аяҡ! Бөтәһе лә таныш, бала саҡтан күреп күнеккән күренештәр: киске ауыл өҫтө, мөрйәләрҙән сыҡҡан төтөн, тауҙар өҫтөнә ай ҡалҡыуы… Ғөмүмән, ай — Йосопов шиғриәтендә иң актив образ-билдәләрҙең береһе, һәр ваҡыт яңыса һынлана.
– Һау булығыҙ!
Илдән ҡуҙғалдылар.
Шыңшып илап торғас аҙ ғына,
Вагон эргәһенән сабып барып,
Эт ташланды поезд аҫтына.
…Юғалтыуҙар күрҙем,
Рәми ағай,
Юям инде ҡай саҡ түҙемде…
Вагон эргәһенән сабып барған
Шул эт һымаҡ тоям үҙемде.
(«Рәми Ғариповтың һөйләгәне»).

Тыуған ергә ҡайттым,
тыуған ергә,
Донъя яҡты,
Беҙгә ҡояш ҡарай.
Көҙгөң кәрәк түгел,
Һөйгән йәрем
Тын йылғаға ҡарап сәсен тарай.
Был өҙөктәр шағир яҙмаһының стилен, ҡалып-формаһын сағылдыра кеүек.
Бер баҡҡанда
Айым тулы ине.
Ҡыйылып та тағы ай ҡалҡа,
Йылдар аша
Һинең моңһоу йөҙөң
Һорғолт бушлыҡтарҙа сайҡала.
Уның үҙенә генә хас стиль-интонацияһы бар. Шағир төньяҡ-көнсығыш яҡҡа ғына хас идиомалар, тапҡыр һүҙҙәрҙе йыш ҡуллана.
Башҡорт шиғриәтендә маһирҙар бихисап. Шулар араһында – Тимер Йосопов… Әй буйынан, Салауаттар, Рәмиҙәр яғынан… Ошо шағирҙар араһынан, бәлки, бары Тимер Йосопов тигән йырсының ғына бөгөн «Китап» нәшриәтендә өс томлыҡ һайланма йыйынтығы баҫылып сыҡҡандыр, ғәләмәт бит әй: өс том шиғыр! Дүртенсеһе лә әҙер. Был, ғөмүмән, башҡорт шиғриәтенең байлығы, дәрәжәһе! Уның бүтән әҙәбиәттәр араһындағы бәҫе, ҡиммәте! Беҙҙе шулай бай, һиммәтле итеүсе шағир ул Тимер Йосопов атлы уҙаман.
Ринат КАМАЛ, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (“Башҡортостан” гәзите).

Шағир ағай мәктәбе

Тимер Йосопов менән бәйле иң сағыу сәхифәләр – Әҙәбиәт институтында бергә уҡыған йылдар, уның ике йыллыҡ юғары әҙәби курсҡа килгән осоро (1977–1979), Вил Ғүмәров менән минең III-IV курстарҙа уҡыған мәл. Хисмәт Юлдашев беҙҙән ике йылға түбән. Тимер ағай – дөйөм ятаҡтың 7-се ҡатында, беҙ 6-сыла йәшәйбеҙ.
Көн һайын булмаһа ла, аҙнаһына мотлаҡ бер-ике тапҡыр, ғәҙәттә, кис дәрестәрҙән ҡайтып тамаҡланып алғас, берәмләп тә, икәүләп-өсәүләп тә уның бүлмәһенә күтәреләбеҙ, һирәкләп үҙе лә төшә. Көнкүреш йомоштарынан тыш, беҙгә, йәштәргә, уның менән аралашыу, һөйләшеү, арҡаланыу кәрәк. Ә йыйылһаҡ, һүҙ бөтмәй. Йыш ҡына Вил менән Хисмәт яңы шиғырҙарын уҡый. Тимер ағай ҙа, мин дә яҙғайным, тип үҙе лә ҡушыла, шунан һөйләшәбеҙ, бәхәс ҡуба, анализ да яһала. Торғаны бер ижади семинар, ижад лабораторияһы инде. Бындай һөйләшеүҙәр беҙгә ҡыҙыҡ, танһыҡ, ул беҙҙе байыта, фекерҙе сарлай, мәғлүмәтле итә. Бөгөн мин ул кисә-осрашыуҙарҙы “Тимер ағай мәктәбе” тип атар инем, сөнки беҙгә үҫеү өсөн уларҙың файҙаһы ҙур булды.
Бынан тыш, ошо йылдар арауығында дөйөм ятаҡҡа кемдәр генә килмәне! СССР һәм РСФСР яҙыусыларының пленум съездарына, әҙәбиәт һәм сәнғәт көндәренә, декадаларына, төрлө осрашыуҙарға, үҙәк нәшриәттәргә йөрөгән ағайҙар, ижад йорттарына китеп барыусылар йәки ҡайтып килеүселәр йыш керә торғайны. Яҡташ студенттар, аспиранттар ҙа юлға саң ҡундырмай. Ҡайһы бер байрамдар, тыуған көндәр бергә үтә. Осрашыуҙар күпселектә Тимер ағайҙың бүлмәһендә ойошторола, сөнки ул яңғыҙ йәшәй. Беҙ, йәштәр, магазинға йүгерәбеҙ, аш-һыу хәстәрләйбеҙ. Шунан китә оҙаҡҡа, ҡайһы саҡ һөйләшеүҙәр таңға саҡлы һуҙыла...
Улым тыуғас килгән телеграмманы тотоп, ҡыуанысты уртаҡлашҡан беренсе кешем дә Тимер ағай булды. Билдәле, шул кис оло байрам ойошторҙоҡ. Һуңынан да осрашҡан һайын Илнурҙы һорар, артабанғы йылдарҙа нисек уҡыуы, эше менән ҡыҙыҡһыныр, үҙен күргән саҡтарында мине һөйөнсөләгәнде, тәпәйен “йыуыуҙы” ниндәйҙер бер кинәнес менән хәтерләй торғайны.
Тимер ағай ике йыл эсендә күп яҙҙы. Бәлки, ғүмерендәге иң уңышлы осоро ла булғандыр әле. Был саҡта уға – 40 йәш. Еңел-елпелек үткән, быуынға ултырған, көслө сағы. Ҡатыны менән ике бәләкәй балаһын ҡалдырып китеү өсөн оло яуаплылыҡ та тойғандыр. Һуңынан мин шул йылдарҙа уҡылған шиғырҙарын республика матбуғатында, нәшер ителгән китаптарында таный торғайным.
Миңә ҡалһа, Тимер Йосопов шиғриәте – ҡайнап торған вулкан ише хәрәкәтсән, тынғыһыҙ, һөжүмле шиғриәт. Унда эске драматизм, айҡаш, килешмәүсәнлек көслө, А. Блок әйткәнсә, “и вечный бой, покой нам только снится”. Ниндәй генә темаға тотонмаһын, шағир әүҙем гражданлыҡ позицияһынан тороп яҙҙы, “был һүҙҙе мин мотлаҡ әйтергә тейешмен” тип ҡәтғи булды һәм шул фекерҙе уҡыусыға аңлайышлы итеп еткерә лә белде. Уның сәхрәләрҙә булһынмы, сәхнәләрҙә булһынмы уҡылған шиғырҙарын тыңлау ләззәт тә, тетрәндергес тә ине. Шуға ла шағирҙың һәр әҫәре уҡыусы күңеленә барып етте, уйландырҙы, һоҡландырҙы, уйға һалды, һағайтты...
Бергә уҡыған йылдарҙан алып байтаҡ һыу аҡты. Тимер ағай шиғриәте үҫештә булды, донъя күргән һәр даим шәлкеме әҙәби күренешкә әйләнде, борсолоуҙары, һағыш-үкенестәре артты. Уға халыҡ шағиры тигән юғары исем бирелде. Ул был маҡтаулы исемде лайыҡлы йөрөттө – халыҡ араһынан сығып, һәр күҙәнәгенә тиклем халыҡ зары менән йәшәгән шағир булды.
Әмир Әминев (“Башҡортостан” гәзите).
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ