» » Шағир Фәнил Бүләковтың “Торналарҙы офоҡ саҡыра” исемле шиғри йыйынтығы баҫылды.

Шағир Фәнил Бүләковтың “Торналарҙы офоҡ саҡыра” исемле шиғри йыйынтығы баҫылды.

Опубликовано: 5-06-2018, 17:07 | Категория: Новости, Члены союза, Молодые авторы
Шағир Фәнил Бүләковтың “Торналарҙы офоҡ саҡыра” исемле шиғри йыйынтығы баҫылды.
Һөйөнсө, дуҫтар! “Китап” нәшриәтендә билдәле шағир Фәнил Бүләковтың “Торналарҙы офоҡ саҡыра” исемле шиғри йыйынтығы баҫылды. Ундағы шиғырҙарҙа авторҙың тормош, йәшәү мәғәнәһе тураһындағы уйланыуҙары, халыҡ яҙмышы, уның рухи байлығы хаҡындағы кисерештәре тасуир ителә. Шағир тыуған ерҙең хозурлығына һәм мәңгелек хис – мөхәббәткә дан йырлай. Китапҡа инеш һүҙҙе Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев яҙған. Был шиғри йыйынтыҡты тиҙерәк һатып алып өлгөрмәһәк, уның “Китап” магазинда ҡалмауы ла бик ихтимал!

***
Сәстәреңдә сал бөртөгө, тиҙәр,
Олпатлана барам йыл һайын.
Нисәмә рәт тулып, ҡабат тыуып,
Ергә нурын һибә был айым.

Ҡараштарың уйсанланған, тиҙәр,
Күңелемдә хәҙер – мең хәстәр.
Йөрәгемдең яралары арта,
Төрлөләнә бары тик хистәр.

Һин хәҙербик үҙгәргәнһең, тиҙәр,
Элеккеләй минең күңелем.
Һынауҙарым йәнде һынмаҫ итә,
Һағыштарҙан еңел төңөләм.

Үҙгәрәбеҙ… Ошо мәңгелектә
Ғүмер ҡыҫҡа ғына туҡталҡа.
Үҙгәрәбеҙ… Ябай хаҡиҡәт тә:
Ай артынан сағыу көн ҡалҡа.

Йәшәү көсө

Йәшәү көсө әйҙәй һынауҙарға,
Сылбыр-сылбыр ҡоштар күк ҡыя.
Ҡаҙҙар һыҙған юлдың сәбәбе лә –
Сәңгелдәктәй мамыҡ аҡ оя.

Сиртеп-сиртеп сығыр һары бәпкә,
Бейей-бейей баҫыр ҡаҙҙары.
Ҡош ҡанаты менән Ергә килә
Өмөт тулы ярһыу яҙҙарым.

Төньяҡтарға уҡтай оса туптар,
Ҡаурый моңо яра һауаны.
Йәнтөйәктең рухы тарта шулай,
Ҡанат көсө – тормош дауамы.

Фәнил БҮЛӘКОВ.
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ