» » Яҙыусы Наил Ғәйетбаевҡа – 70 йәш!

Яҙыусы Наил Ғәйетбаевҡа – 70 йәш!

Опубликовано: 20-06-2018, 09:50 | Категория: Новости, Члены союза
Яҙыусы Наил Ғәйетбаевҡа – 70 йәш!
Бөгөн танылған яҙыусы, драматург, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Наил Әсхәт улы Ғәйетбаев ғүмер байрамын – 70 йәшен билдәләй! Ҡәләмдәшебеҙҙе күркәм юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм оҙон ғүмер юлы, ҡоростай ныҡ сәләмәтлек, ғаилә именлеге, аҡ бәхеттәр теләйбеҙ!

Наил Әсхәт улы Ғәйетбаев 1948 йылдың 20 июнендә Баймаҡ ҡалаһында тыуған. 1966 йылда Сибайҙа урта мәктәп тамамлағас, Магнитогорск тау-металлургия институтында уҡый. 1972 йылда инженер-механик һөнәре алғас, Себерҙә эш башлай. Кемеров өлкәһе Киселев машиналар төҙөү заводында мастер, участок етәксеһе, баш механик вазифаларын башҡара. Артабан Сибай баҡыр-көкөрт заводында өлкән механик (1976—1978), өлкән инженер (1978—1988) була.
1983 йылда СССР Яҙыусылар союзы ҡарамағындағы Юғары әҙәбиәт курстарын, 1987 йылда — ГИТИС ҡарамағындағы Юғары театр курстарын тамамлай.
1988—1990 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы яҙыусылар берлегендә әҙәби кәңәшсе булып эшләй. 1992—1998 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры урынбаҫары һәм беренсе урынбаҫары вазифаларында эшләй. Был осорҙа «Тамаша» һәм «Рампа» журналдарын ойоштороуға, Өфөлә республика уҡыу-методик үҙәген, Стәрлетамаҡта — филармония һәм бейеү театрын, Сибайҙа — махсус музыка лицейын, «Сулпан» балалар театрын, филармония һәм сәнғәт училищеһын асыуға, йыл һайын йәш драматургтар семинарын (Баймаҡ ял йортонда) һәм «Театр яҙы» фестивалдәрен үткәреүҙә ҙур өлөш индерә.
1994—2010 йылдарҙа — «Тамаша» журналының баш мөхәррире, 2000—2007 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Милли әҙәбиәт музейы генераль директоры булып эшләй.
2014 йылда Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар берлеге рәйесе итеп һайлана һәм был вазифала 2016 йылдың 29 ноябренәсә эшләй.
17 китап, 25 пьеса, 2 роман, балалар өсөн 10 повесть авторы.
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ