» » Шағир Ирек Кинйәбулатовтың тыуыуына – 80 йыл!

Шағир Ирек Кинйәбулатовтың тыуыуына – 80 йыл!

Опубликовано: 15-07-2018, 12:59 | Категория: Новости, Члены союза, Шиғри минуттар
Шағир Ирек Кинйәбулатовтың тыуыуына – 80 йыл!
Бөгөн күренекле башҡорт шағиры, СССР-ҙың Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Зәйнәб Биишева, Сергей Чекмарёв, Рәми Ғарипов, Фәтих Кәрим, Мәжит Ғафури, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев һәм Назар Нәжми исемендәге премиялар лауреаты, Ҡырмыҫҡалы районының почётлы гражданы Ирек Лотфый улы Кинйәбулатовтың тыуыуына – 80 йыл! Арҙаҡлы ҡәләмдәшебеҙҙе иҫкә алайыҡ!

Тағын да

Күпте күргән башҡорт ере
Күрмәҫ, тимә, тағын да.
Күп ҡазалар урап йөрөй,
Онотма мул табында.

Күп күрҙе ер күк аҫтында
Ҡараһын да, ағын да.
Ауыҙ асып ҡарап торһаҡ,
Ҡабатланыр тағын да.

Күпме батыр, бахыр күргән,
Тыумаҫ, тимә, тағын да.
Салауаттар, Мортазиндар
Йәшәй башҡорт ҡанында.

Ер туйҙыра, гел туйҙыра,
Туйҙырыр ул тағын да.
Аслыҡ ҡырған йылдарҙы ла
Онотма туҡ сағыңда.

Ер һатылған, алынған да
Ҡабатлана тағын да.
Күтәрә ер беҙ ҡылғандың
Бысрағын да, пагын да.

Ерһеҙ ҡалыу — илһеҙ, телһеҙ —
Тороп ҡалыу алдында.
Иң аҡтыҡҡы өмөт һүнһә,
Нимә ҡала тағын да.

Ташҡа ҡарғыш яҙыу түгел,
Беҙ яңы йыр яғында.
Бабичтары, Рәмиҙәре
Тыумаҫ, тимә, тағын да.

Бер күргәнде инде ҡабат
Күрмәһен ер тағын да.
Баш осонда, керпек ҡаҡмай,
Ныҡ торайыҡ һағында.
Нишләргә һуң тағын да?!

Иң ҡыйыны

Һәр кем теләй донъя төҙәтергә,
Үҙен төҙәтергә теләмәй,
Үрҙә урын биләгеһе килә,
Тәғәйенен генә биләмәй.

Кешеләргә төрлө аҡыл бирә,
Ә үҙенә алмай берҙе лә.
Тик башҡанан күрә бөтәһен дә,
Тырнаҡ аҫтындағы керҙе лә.

Башҡаларҙың мең ғәйебен белә,
Үҙенекен белмәй бөтөнләй.
Бөтәһенән тик яманлыҡ көтә,
Ә үҙенән, имеш, көтөлмәй.

Үҙемде лә шулай түгелмен, тип,
Тормам аҡланырға йыйынып.
Барыбыҙ ҙа шулай икәнлекте,
Шуны таныу — иң-иң ҡыйыны.

Яратмау

Кемдәр кемде яратмайҙыр,
Быға кемдең иҫе китер.
Һин яратҡан кешең дә бер
Бәғереңде киҫеп китер.

Үҙе сыҡҡас, мин сығаһы
Күперемде һүтеп китер.
Мин һалырмын яңы күпер —
Уныһы ла үтеп китер.

Бер ни булмаҫ, йәшәрмен мин,
Яратмаған яратмаһын;
Айға ҡарап өргән эттәй,
Күпме ғәйбәт таратмаһын.

Һөймәгәнгә һөйкәлмәйем,
Ҡыйын түгел ҡаратмауы.
Ҡыйын миңә башҡаларҙың
Бер-береһен яратмауы.

Ҡайһы юлдан китеп

Эргәбеҙҙә үлем ҡорбан эҙләй,
Һуғылырға белмәй кемгәлер.
Әллә нишләп һәр кем үҙе уны
Эҙләп йөрөй һымаҡ ниңәлер.

Төрлө юлда төрлө кешеләрҙе
Үлем көтә һыуҙа, һауала.
Әҙәм балалары ҡырылалар,
Һуғыштағы һымаҡ ауалар.

Көн дә беҙҙе бер үк шомдар көтә,
Баҙап ҡалам бала-сағалай.
Ҡайҙа китһәм, мин нишләрмен икән,
Шул бер һорау мине һағалай.

Тура китһәм, ҡайҙа илтер икән,
Уңға китһәм микән уңырмын.
Юл күрһәткес ҡуйылмаған бында,
Ҡайҙа уңып, ҡайҙа туңырмын.

Үлем кемде эҙләп сыҡты икән,
Нисек яҙлыҡтырып ҡалырға.
Нисек йәшәргә һуң ҡурҡмайынса,
Нисек кемдән һабаҡ алырға?

Шомло заман, шомло юлдан барам,
Кемдән белеп, ҡайҙа борорға.
Эшем тауҙай, ҡайһы юлдан китеп,
Эште бөтмәй үлмәй торорға.

Ниңә ҡайтырға

Үткәндәрҙе кемдәр һағынмай ҙа,
Үткәндәрҙе кемдәр иҫләмәй.
Кемдәр генә уйылып та китмәй,
Кемдәр көрһөнмәй ҙә хисләнмәй?

Бала саҡтар майлы-баллы түгел,
Башта — өлкәндәрҙең хәсрәте.
Ниҙәр генә күрһәтмәне ул саҡ,
Күҙебеҙҙә уттар сәсрәтеп.

Артабан да арҡабыҙҙан һөйөп,
Тормош көлөп кенә торманы.
Тик шуныһы: йырмаҫ ауырлыҡтар,
Аша сыҡмаҫ кәртә ҡорманы.

Тормош шулай килде, шулай бара,
Үкенестәр бөтмәй-бөтмәгәс.
Үткәндәргә ниңә ҡайтырға һуң,
Унда йүнле нәмә,
Унда һине бер кем көтмәгәс.

Хыял хаҡы

Яҡшы нәмә тик хыялдан тыуған,
Барыһы ла уйҙан тыуғандар.
Әлмисаҡтан алып бөгөнгәсә
Тик хыяллы юлды ҡыуғандар.

Ниҙәр һаташтырмай, ниҙәр килмәй
Шағир башы, шағир уйына.
Ғәмәлгә лә ашмаҫ хыял менән
Башын вата ғүмер буйына.

Кешелекте яуҙан ҡотҡарырға,
Үҙе әҙер ауға ҡабырға;
Ә кешегә быға тиклем юҡты,
Барлыҡ теләгәнен табырға.

Был уйҙарҙы шағир ғына уйлай,
Аҡыллыһы, иң-иң йүләре;
Күҙ алдына килмәй — хыял хаҡын
Ғәзиз башы менән түләре.

Бөткәнсе

Мин бөткәнсе белгем килде барын,
Баш ватырға бер сер ҡалмаҫлыҡ.
Һәм бөткәнсе һәр саҡ асыҡ булдым,
Ҡабат-ҡабат һорау алмаҫлыҡ.

Көн битендә өмөтһөҙлөк менән
Булмаҫтайҙы кемдән көткәнсе,
Ағыуҙы ла, дарыуҙы ла һәр саҡ
Белә күрә эстем бөткәнсе.

Ҡабаланып

Сәхнәләрҙә тәүге күренеүҙән,
Ҡабаланып, “йондоҙ” тинеләр.
Күҙ тейҙеме — балҡыманы аҙаҡ,
Ә балҡырға тейеш ине лә.

Йондоҙ тигән исемдәрҙе һәр саҡ
Һаҡ булырға иртә тағыуҙан.
Кешеләргә иртә маҡтау ҡай саҡ
Яманыраҡ була ағыуҙан.

Ирек Кинйәбулатов.
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ