» » Рәмзәнә Әбүталипованың “Бесәй быйма эсендә” тигән китабы донъя күрҙе

Рәмзәнә Әбүталипованың “Бесәй быйма эсендә” тигән китабы донъя күрҙе

Опубликовано: 22-08-2018, 17:10 | Категория: Новости, Члены союза
Рәмзәнә Әбүталипованың “Бесәй быйма эсендә” тигән китабы донъя күрҙе
Филология фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалының башҡорт филологияһы кафедраһы профессоры, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, балалар яҙыусыһы Рәмзәнә Әбүталипованың “Бесәй быйма эсендә” тигән китабы донъя күрҙе.
Әҙибә әҫәрҙәрендә кескәй уҡыусыһын йәнлектәр һәм бөжәктәр донъяһына сәйәхәткә саҡыра, бәләкәстәрҙең бөткөһөҙ һорауҙарына улар менән бергә яуап эҙләй. Йәш рәссам Урал Мәхийәнов китапты сағыу һүрәттәр менән биҙәгән. Китапта шиғырҙарҙың ике телдә бирелеүе бик отошло. Любовь Әфләтунова менән Константин Вуколов тәржемәһендәге шиғыр­ҙарҙы рус мәктәбендә башҡорт телен өйрәнгән балаларҙы уҡытҡанда ҡулланырға ла була.
“Бесәй быйма эсендә” шиғыр­ҙар йыйынтығы республика Хөкүмәте ярҙамында “Китап” нәшриәтендә баҫылған. Бынан тыш, әҙибәнең “Әнисә, йә­шең нисә?”, “Асыуланма, Сы­барҡай”, “Сиңерткә йәшенмәк уйнай”, “Мин үҫәм” исемле китаптары бар. “Яҙ һөйөнсөһө” тип аталған өлкәндәргә тәғәйен­ләнгән китабы “Шаңдау” йыйын­тығында нәшер ителгән. Уның хикәйә, әкиәт hәм скетчтары республика матбуғатында даими донъя күрә. “Ағиҙел” журналында “Серем – йөрәк сирем” исемле драма әҫәре баҫылды.
Р. МУСИНА ("Башҡортостан" гәзите).
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ