» » Танылған яҙыусы Айһылыу Йәғәфәрова күркәм юбилейын билдәләй!

Танылған яҙыусы Айһылыу Йәғәфәрова күркәм юбилейын билдәләй!

Опубликовано: 3-09-2018, 14:33 | Категория: Новости, Члены союза, В СМИ
Танылған яҙыусы Айһылыу Йәғәфәрова күркәм юбилейын билдәләй!Бөгөн танылған яҙыусы, педагог, 1989 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ким Әхмәтйәнов һәм Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге премиялар лауреаты Айһылыу Шәйхетдин ҡыҙы Йәғәфәрова үҙенең күркәм юбилейын билдәләй! Ҡәләмдәшебеҙҙе ғүмер байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм уға оҙон ғүмер юлы, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ-сәләмәтлек, аҡ бәхеттәр һәм, әлбиттә, артабан да илһамлы ижад теләп ҡалабыҙ!

Халыҡсан рухлы ижад

Ошо көндәрҙә Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф һәм мәҙәниәт хеҙмәткәре, Әбйәлил районының Ким Әхмәтйәнов һәм Учалы яҙыусылар ойошмаһының Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге премиялар лауреаты Айһылыу Шәйхетдин ҡыҙы Йәғәфәроваға 70 йәш тула.
Яҙыусының талантын баһаларҙай сифаттар бик күп. Әммә уның иң асығы – әҙәбиәттә үҙ тауышың, үҙ стилең, әйтер һүҙең булыу, халыҡ рухын тойоу, ил тарихы менән бергә йәшәү. Айһылыу Йәғәфәрова ла үҙенең бөтә ижады менән бына ошо хәҡиҡәтте раҫлай. Уның әҫәр-ҙәре тормошсан һутлы теле, халыҡсан рухы, үҙенсәлекле поэтикаһы менән милли мәҙәниәтебеҙгә ҡабатланмаҫ моң һәм биҙәктәр өҫтәй.
2004 йылдың 1 сентябренә тиклем Айһылыу Йәғәфәрова Әбйәлил районының Красная Башкирия ҡасабаһында балалар баҡсаһы мөдире булып эшләне. Хәҙер хаҡлы ялда. Яҙыусының ижад шишмәһенең башы ла тап ана шул балаларға бәйләнгән. Улар өсөн әҙибә нимәләр генә ижад итмәгән! Әкиәттәр ҙә, шиғыр¬ҙар ҙа, хикәйәләр ҙә, хатта урыҫ фольклорынан бына тигән тәржемәләр ҙә бар уның әҙәби һандығында. «Ҡойон батшалығында», «Сәнскеле күлдәк», «Һандуғас моңо», «Бөҙрәкәй» һәм башҡа китаптары балалар донъяһын, кескәйҙәр күңелен яҡшы белеүе тураһында һөйләй. «Ҡыпсаҡ ҡыҙы Нәзирә» исемле әҫәре уны һәләтле драматург итеп танытһа, «Килендәр» романы менән ул бик күп әҙәбиәт яратыусыларҙың һөйөүен, ихтирамын яуланы.
Айһылыу Йәғәфәрова тәржемә өлкәһендә лә ең һыҙғанып эшләй. Балалар баҡсаһы өсөн төҙөлгән «Йәйғор» хрес¬томатияһы – уның күп йыллыҡ тәжрибә емеше: китапҡа 30-ға яҡын сит ил яҙыу-сыһының 50-нән ашыу тәржемә әҫәре ингән. Уның фольклор элементтары менән тулыландырылған, ғәжәйеп бай телле «Александр Пушкин. Сказки. Әкиәттәр (тәржемә)» китабы ла балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә киң файҙаланыла, әле лә иң кәрәкле уҡыу әсбаптары рәтенән төшмәй. Хатта район, республика кимәлендә уҙғарыла килгән «Һаумы, һаумы, әкиәт!» бәйгеһендә лә һәр ваҡыт Айһылыу Йәғәфәрова әкиәттәренә мөрәжәғәт итәбеҙ, сөнки балалар өсөн тәржемә иткән авторҙар юҡ кимәлендә. «Ғөмүмән, Айһылыу Шәйхетдин ҡыҙының бар тормошо, йәшәү мәғәнәһе киләсәк быуынды тәрбиәләүгә, шәхесте үҫтереүгә бағышланыуы менән бик әһәмиәтле», – ти күренекле башҡорт яҙыу-сыһы Әмир Әминев үҙенең әҙибә ижадына арналған бер хеҙмәтендә. Өҫтәүенә, яҡташыбыҙ – балалар баҡсалары өсөн туған тел программалары авторы ла. Улар балаға аң-белем биреү менән бер рәттән, йәм¬ғиәт ҡанундары менән йәшәргә лә, аралашырға ла өйрәтә. Хатта БДУ-ның филология факультетын тамамлау осоронда буласаҡ яҙыусының диплом эше лә балалар әҙәбиәтенә арнала.
Әлеге көндә әҙибә – егерме китап авторы. Яҙыусы шулай уҡ донъяны танып белеү һәм художестволы фекерләүҙе үҫтереү йәһәтенән балаларға фәһемле әсбап булырҙай повестар ҙа ижад итте. «Шүлгәнташҡа сәйәхәт», «Эйәрҙә ҡалды егет» әҫәрҙәре – тап ана шундайҙар. Уларҙа ысын мәғәнәһендә ауыл картинаһы күҙ алдына баҫа. Тарихтағы батыр¬ҙарҙы терелтеп, тамырҙарыбыҙҙың бик тәрәндә булыуына, шуға ла беҙҙең киләсәгебеҙ барлығына ҙур ышаныс белдерә автор.
Айһылыу Йәғәфәрованың һоҡланғыс ижады, республика мәғарифы һәм мәҙәниәте өлкәһендәге хеҙмәттәре Башҡорт¬остан мәғариф һәм мәҙәниәт министрлыҡтарының, шулай уҡ яҙыусылар союзының Маҡтау грамоталары һәм миҙалдар менән дә билдәләнде.
Юбилейың менән, хөрмәтле ҡәләмдәшебеҙ, әҙәбиәтебеҙҙең алтын бағанаһы Айһылыу Шәйхетдин ҡыҙы!

«Ҡуңыр буға» һәм «Йәйғор» әҙәби ойошмалары исеменән
Зөһрә КАШАПОВА (“Йәншишмә” гәзите).

Умырзая

— Тып-тып! Тып-тып! Тамсылар тамды.
— Сырҡ-сырҡ! Сырҡ-сырҡ! Турғайҙар күңелле сырҡылдашты. Яҙ килде, яҙ!
Ә бөгөн бәләкәй генә ҡалҡыулыҡта былтырғы ҡороған япраҡтар аҫтынан берәү ипләп кенә башын
ҡалҡытты. «Ниндәй рәхәт тын алыуы, ниндәй саф һауа», — тип уйланы ул. Тик күҙен асманы. Шаян яҙғы елдән, һыуыҡ тейеүҙән ҡурҡты. Ләкин оҙаҡ ултырырға тура килмәне уға: ҡояштың йылы нурҙары иркәләп битенән һыйпаны.
— Ас күҙеңде, батыр бул, ҡурҡма.
— Хәҙер... хәҙер.
Ә үҙе яйлап ҡына күҙен аса, ашыҡмай ғына тирә-яғына күҙ һала. Иң тәүҙә ул ҡояш балҡыған зәңгәр күкте, эргәһендә ултырған аҡ ҡайынды күрҙе.
— Эй, һинең исемең нисек? — тип һораны ҡапыл унан берәү көслө тауышы менән, ә үҙе яуапты көтмәйенсә: — Ә мин Ҡуян, — тине.
— Минме? Мин үҙемдең исемемде белмәйем.
Ҡуян көлдө.
— Мин дә һинең исемеңде белмәйем. Мин әле бәләкәй... һине лә беренсе тапҡыр күрәм.
Аяҡ аҫтында ниндәйҙер нәҙек кенә тағы бер тауыш ишетелде.
— Хәҙер, мин һинең исемеңде әсәйемдән һорап киләм.
Ҡуян, оҙон ҡолаҡтарын ҡыбырлатып, ентекләп ергә ҡараны.
— Һин үҙең кем һуң?
— Мин — Ҡырмыҫҡа.
— Ә... Бар, һора, тик тиҙ йөрө.
— Мин хәҙер...
Ҡырмыҫҡа китеп тә өлгөрмәне, баш өҫтөндә сыбар Күбәләк әйләнә башланы.
— Шуны ла белмәйһегеҙме? — тине. — Сәскә бит ул.
Ҡуян, иҫе китмәгәнен күрһәтергә тырышып, Күбәләккә күҙ ташланы.
— Сәскә икәнен үҙем дә беләм... — Ҡапыл ул ҡолаҡтарын торғоҙҙо. — Ниндәйҙер тауыш ишетелә, — тине ашығып, — әсәйем мине көтәлер инде... Һау бул, Сәскә!..
Ҡуян һикерә-һикерә ҡыуаҡлыҡҡа боҫто, ә Күбәләк ары осто. Урманға ҡайын бөрөләрен йыйырға килгән уҡыусылар араһында бәләкәй генә ҡыҙыҡай ҙа бар ине. Ул Сәскәне күргәс, шатлығынан ҡулдарын сәпәкәйләп, һоҡланып ҡысҡырҙы.
— Эй, бында килегеҙ! Ниндәй матур Умырзая үҫеп сыҡҡан.
Ишетәһегеҙме, Умырзая! Тик өҙмәгеҙ!.. Умырзая үҫә бында.

Аҡбуҙат

Башҡортостан тигән боронғо илдә йәшәгән, ти, бер әкиәтсе ҡарт. Иҫ киткес ҡыҙыҡлы, серле әкиәттәре менән балаларға хыял, батырлыҡ, изгелек тураһында һөйләгән. Тик Ҡаф тауы артында йәшәгән Мәскәй әбейгә был оҡшамаған. Ни өсөн тиһәң, ул үҙе лә әкиәтсе икән!.. Тик уның әкиәттәре ҡурҡыныс, балаларҙы насарлыҡҡа, боҙоҡлоҡҡа өндәгән, ти. Шуға ла ҡартты эҙәрләкләп,уның тылсымлы ҡәләмен юҡ итергә ҡарар иткән, ти, яуыз әбей.
Бер көндө бабай сәскәле болонда, йыуан имән төбөндә ҡоштарға, йәнлектәргә яңы әкиәт һөйләргә йыйынған, ти. Мәскәй әбей ҙә, Ҡарағошҡа әйләнеп, ағас ботағына килеп ҡунған. Унан ҡапыл ҡарттың ҡулынан тылсымлы ҡәләмен алып ҡасҡан. Утлы суҡышы менән ерҙе ярып ебәреп, тылсымлы ҡәләмде шунда ташлаған.
- Ҡар-ҡар! Ха-ха-ха!- тип көлә-көлә Мәскәй әбей күҙҙән юғалған, ти.
Ер ярығын ҡаплап, ҡәләм төшкән урында, дегәнәк үҫеп сыҡҡан.
Ҡоштар, йәнлектәр бабайҙы йыуатып:
- Ҡайғырма, һин беҙгә әкиәт һөйләрһең, ә беҙ уны ил буйлап таратырбыҙ, - тиҙәр.
- Рәхмәт, дуҫтарым,- ти әкиәтсе. - Тик һеҙҙең телегеҙҙе минән башҡа бер кем дә аңламай шул.
Быны йылы ямғыр болото тыңлап торған икән. Ул да шыбыр-шыбыр һүҙгә ҡушылған.
- Мин дә әкиәт яратам, - тигән ул. - Тылсымлы ҡәләм ер аҫтында юғалып ҡалырға тейеш түгел. Минең шифалы ямғырым ҡороған ботаҡтарҙы ла терелтә, тамыр йәйҙерә , япраҡ ярҙыра,- ти ҙә ер ярылған урында яуа башлай.
Әкиәтсе ҡарт дуҫтары менән дымға үҫкән дегәнәктәрҙе берәм-берәм йолҡоп ырғыта башлайҙар. Бер аҙҙан, бушап ҡалған урында, тирә-яҡты балҡытып, бәләкәй генә алтын башлы сәскә - бәпембә үҫеп сыға.
- Тылсымлы ҡәләмем сәскә булып тыуҙы!.. –тип шатланып ҡысҡырып ебәргән ҡарт. - Ул миңә илһам бирә,йөрәгем тағы серле әкиәттәр менән тулды!..
Быны ишетеп ҡалған Мәскәй әбей, ҡомаҡҡа әүерелеп, сәскәгә үткер тештәре менән ташланған:
- Ха-ха-ха!.. Тиҙҙән бәпембәңдән бер нәмә лә ҡалмаясаҡ!..Башы ағарып,тирә-яҡҡа туҙып бөтәсәк!..- тип ҡарҡылдаған.
Һиҙгер ҡоштар, барыһы бер булып, ҡомаҡҡа ташланған. Әкиәтсе лә күп уйлап тормаған, уны ҡойроғонан эләктереп, йән көсөнә алыҫҡа быраҡтырып ебәргән. Унан сәскә янына теҙләнеп, уға йылы тынын өргән. Йылы усы менән бәпембәнең аҡ башын ҡаплап:
- Бер-берегеҙҙән айырылмағыҙ , бер йән булып ҡушылығыҙ!.. – тип шыбырлаған. Ҡапыл ул усындағы аҡ башлы сәскәнең - бәпембәнең ҡыбырлағанын тойған, тыңлап ҡараһа,кескәй генә йөрәктең тибеүен дә һиҙемләгән. Әкиәтсе ҡарт ипләп кенә усын асҡан һәм…аҡ бәпембәнең бәләкәй генә ап-аҡ атҡа - тылсымлы Аҡбуҙатҡа әйләнеүен күргән!..
-Аҡбуҙатым!.. –тип шатланған ҡарт һәм усындағы атын үбеп алған .
Шул саҡ Аҡбуҙат үҫә башлаған һәм ҡоштар менән бергәләп аҡлан тирәләп осорға тотонған:
- Балаларға әкиәттәреңде мин таратырмын!- тигән ул.- Бөтә ил буйлап йөрөрмөн,һәр бер өйгә инермен!..
Асыуынан ярһып, Мәскәй әбей, Ҡарағош булып, уға ырғылғын.Утлы суҡышы менән Аҡбуҙаттың тылсымлы ҡанатын көйҙөрөргә тырышҡан . Шунда аҡландағы бар ҡоштар яуыз әбейгә ташланған. Аҡбуҙат көслө тояҡтары менән Ҡарағошҡа тибеп ебәргән. Берҙәм көскә түҙә алмайынса, Мәскәй әбей Ҡаф тауы артына ҡасып ҡотолған.
Ә Аҡбуҙат, ҡарттың әкиәттәрен алып , балаларға таратыр өсөн, аҡлан өҫтөнә күтәрелгән. Әкиәтсе ҡарт уға хәйерле юл теләп, ҡулын болғап:
- Һөйөклө балалар!..Аҡбуҙатты һаҡлағыҙ!.. Үҫһен Аҡбуҙат!.. Халыҡ менән мәңге бергә йәшәһен Аҡбуҙат!.. – тип оҙатып ҡалған.

Төҫлө япраҡтар

Көҙ. Һуҡмаҡ буйлап терпе килә. Аяҡ аҫтында япраҡ ҡыштырлай. Урман тыныс. Уҫаҡ янында терпе туҡтап ҡалды. Ерҙә япраҡтар туҙып ята. Ҡып-ҡыҙыл, һап- һары булып улар уттай балҡый.
— Ҡыҙыма алып ҡайтайым әле, туйғансы уйнар, — тип уйланы терпе. Бер нисә япраҡты тиҙ генә сәнсеп алды. Аҡ ҡайын янынан үткәндә һап-һары япраҡтар күрҙе. Уларын да энәгә ҡаҙаны.
Күрһәгеҙ ине һеҙ терпене! Төрлө япраҡ күтәреп, терпе килә. Ҡыҙылы ла, һарыһы ла, йәшеле лә, көрәне лә бар. Әйтерһең, терпе бәләкәс ҡыҙына йәйғор алып ҡайтып килә.
Айһылыу Йәғәфәрова.
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ