» » Яҙыусы Гөлнара Мостафинаны ихлас ҡотлайбыҙ!

Яҙыусы Гөлнара Мостафинаны ихлас ҡотлайбыҙ!

Опубликовано: 6-09-2018, 09:47 | Категория: Новости, Члены союза, В СМИ
Яҙыусы Гөлнара Мостафинаны ихлас ҡотлайбыҙ!
Бөгөн билдәле яҙыусы һәм журналист, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, “Башҡортостан ҡыҙы” журналы хеҙмәткәре Гөлнара Дамир ҡыҙы Мостафина күркәм юбилейын билдәләй! Уны ғүмер байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм иң изге, иң саф теләктәребеҙҙе юллайбыҙ! Йөҙөгөҙҙө ҡояш нуры балҡытһын, күңелегеҙҙә илһам ҡошо туҡтамай ҡанат ҡаҡһын!

Ай ғына белгән хәл
“Барыһы ла яҡшы булһын... Барыһы ла яҡшы булһын...” Йондоҙ атылған һайын, боҙоҡ пластинкалай, бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатлай Руслан. Ырым-ишараттарға ышанмай ул, ә әле ниңәлер нәҡ ошо һүҙҙәр уға көс, өмөт бирә. Бала саҡта “йондоҙ атылғанда теләк теләһәң, мотлаҡ тормошҡа ашасаҡ” тигәнде ишетеп, хыялға батып йөрөгәне лә булды бит.
Аһ, был төн! Бәләкәйҙән тыныс ҡына ҡарай алмай ул айға. Ай тулған ваҡыт уның өсөн ниндәйҙер бер һынау төнөнә әйләнә. Был мәлдә нисектер һиҙгергә әйләнә. Тәрән хискә бирелеүсән. Бүре булып олоғоһо, бәрелгеһе-оролғоһо ла килеп ала. Тиҙ генә ярһып, ҡыҙып бара. Шуға күрә ай тулған ваҡытты бер аҙ ҡурҡып көтөп ала. Сөнки үҙен ниндәй тойғолар биләп алырын, ниндәй хистәр кисеререн алдан билдәләй алмай ул... Бына әле лә... Башында мең һорау, мең төрлө уй. Ҡайҙа, нимәгә китеп барғанын яҡшы аңлай ул, шул уҡ ваҡытта был уйҙарын башынан ҡыуа. Ошондай айлы төндә һөйгәнең ҡосағында хыялдар ҡороп, теләктәр теләп, күккә бағып ултырырға ине лә бит... Юҡ, ул әле һөйгәне, икеһенең бәхетле киләсәге өсөн бер туҡтауһыҙ ҡабатлай әлеге “барыһы ла яҡшы булһын”ын. Ай ҙа, йондоҙҙар ҙа аңлар уны, кисерер...
Был көндөң тап ай тулған ваҡытҡа тура килеүенә йәне көйә Русландың. Башҡа ваҡыт тапманымы икән был Радмир?! Бәлки, күңеленә былай уҡ ҡыйын булмаҫ ине... Радмир – ауылдашы Русландың. Йәш саҡта ҡыҙҙар артынан бергә әҙ йүгермәнеләр. Радмир бер мәл уның кәләше Сөмбөл артынан да йөрөп алғайны, әммә ҡыҙ кеше Русланды һайланы. Күрәһең, беренсе мөхәббәт онотолмай, Радмир уларға инеп, әле лә хәлдәрен белеп сыҡҡылай... Бәлки, Русланды элеккеләй дуҫ күреп киләлер, – төбөнә төшөп, һорашҡаны юҡ. Ҡыҙҙары Нәркәстең ауырығанын ишеткәс, үҙе тәҡдим итте был эште Радмир. Шундай матур итеп һөйләне, Руслан ауыҙ асып тыңланы. “Тик шуныһы, был беренсе һәм һуңғы тапҡыр! Ошо осрашыуҙан һуң аралашыуҙы туҡтатыу хәйерле. Быны мин һинең өсөн әйтәм. Бөтөнләй аҡсаһыҙ, ас ултырғанда ла миңә мөрәжәғәт итәһе булма!” – тип аҙағынан тыйып та ҡуйҙы. Әлбиттә, Руслан уның нимәләр менән шөғөлләнеүен яҡынса аңлай, әммә ҡыҙының һаулығы бөтөн нәмәгә күҙен йоморға мәжбүр итте. Нәркәстең хәле тәүҙәрәк яҡшы ғына ине, алған дауа ярҙам иткән кеүек ине, әммә һуңғы арала, аяҡтарым ауырта, тип атларға теләмәй, күберәген ятып йә ултырып тора. “Күрәһегеҙ, әле алған дауаның ярҙамы юҡ, препараттарҙы сит илдән алыр кәрәк, ә уның өсөн, әлбиттә, бер аҙ аҡса талап ителә. Һуң булмаҫ борон йыйнаштырығыҙ. Ваҡытында дауаламаһағыҙ, ҡыҙығыҙ аяҡһыҙ ҡаласаҡ”, – тип ҡуйҙы бит табип та.
“Руслан!.. Руслан!..” Былай ҙа шылт иткән тауышҡа ла өркөп барған егет саҡ артына ултыра төшмәне. Ни бары рация ғына икән. “Һин ҡайҙа?..” “Етеп барам...” Теләкһеҙ генә яуап бирҙе Руслан. “Ваҡыт ҡыҫа, тиҙерәк”. “Ярай...” Күҙ алдына ете йәшлек Нәркәсте ҡосаҡлап, өмөт тулы күҙҙәре менән оҙатып тороп ҡалған Сөмбөлө баҫҡас, аҙымдарын тиҙләтте. Ниңә, улар бәхетле киләсәккә лайыҡ түгелме ни? Бүтәнсә нисек ҡотолмаҡ кәрәк ул һаҙлыҡтан? Уның фатиры ла, эше лә, үҙе хыял иткән тормошо ла буласаҡ! Ә иң мөһиме, ҡыҙҙарын аяҡҡа баҫтырасаҡтар. Быға бер кем дә ҡамасаулай алмаясаҡ! Бәләкәсенең ғәрип булып ҡалырын башына индереп кенә лә сығарғыһы килмәй уның. Нәркәстең ғүмере яңы башлана ғына бит әле. “Барыһы ла яҡшы ғына булһын!..”
Һөйләшелгән урынға килеп еткәндә уны көтөп торалар ине инде. Полиция кейемендәге был ике кешенең кем булыуын да, ысынлап та унда эшләйҙәрме, әллә Руслан кеүек роль ғына уйнайҙармы икәнен дә белмәй ул. Белергә тейеш тә түгел. Улар ҙа, моғайын, Руслан тураһында хәбәрҙар түгелдер. Бәлки, беләләрҙер... Уныһы ҡараңғы Русланға. Ярай, был мөһим дә түгел. “Барыһы ла яҡшы ғына булһын...” Уға ла полиция кейеме тотторҙолар. Ҡабаландырып кейендергәндән һуң ҡулына таяҡ ҡыҫтырҙылар. Уның эше – машина туҡтатыу ғына. Еп-еңел, ап-анһат. Уның ҡарауы, Мәскәүгә күсәсәк (был Радмирҙың беренсе талабы), фатиры ла, машинаһы ла буласаҡ, бигерәк тә ғаиләһе ыҙалыҡ күрмәйәсәк, аҡсаһыҙлыҡтан интекмәйәсәк.
Руслан ҡуҡырайып юлға сығып баҫты. Бала саҡта кем генә булырға хыялланмайһың. Ул да ниндәй генә сүрәткә кермәне: автобус йөрөтөүсе, шофер, летчик, бер мәл табип та булғыһы килеп йөрөгәйне, ә бына милиционер булыу теләге, ни эшләптер, башына инеп тә сыҡмаған. Ай яҡтыһында күкрәгендәге жетоны ялтырап китте. Был кейем бик килешә торғандыр инде. Их, ошо рәүешле иптәштәренә, кәләшенә күренергә ине, ә! Күҙҙәре ҡыҙыуҙан ятып үлерҙәр ине. Руслан күкрәктәрен киреберәк, танауын сөйөбөрәк ебәрҙе. Йөҙө маһайыу төҫө алды. Әммә шул саҡ үҙенән үҙе оялып китте. Ярай әле, береһе лә күрмәй ҙә, белмәй ҙә уның нимә эшләп торғанын. Айҙан башҡа... Ана, барыһын да күҙәтеп тора бит әле... Руслан, йәшеренергә урын эҙләгәндәй, тирә-яғына ҡаранып ҡуйҙы. Урынды ла шәп һайлағандар шул. Туҡталыш, уның артынса уҡ тау, урман башлана. Ә алда юл, юл артынса... бер нәмә лә юҡ. Тауҙы, әйтерһең, киҫеп алғандар. Аҫта һыҙылып ҡына йылға аға. Ауыл әллә ни алыҫ та түгелдер, эттәрҙең ара-тирә өрөп ҡуйыуы ишетелә. Урман яғынан иһә шылт иткән дә тауыш юҡ. Йәй булһа, әлбиттә, ҡоштар ҙа һайрар, ауыл араһында матайҙар ҙа тырылдар, эттәр ҙә йышыраҡ өрөр, йәштәр ҙә йөрөп торор ине. Әле иһә быйылғы иртә килгән һалҡын һауа бөтәһен дә тынып ҡалырға мәжбүр иткән, ахырыһы.
Руслан тулҡынлана башланы. Эйе, ваҡыт етеп килә. Уйламаған берәй хәл килеп сығып, эште болғап ҡына ҡуймаһын. Ул ваҡытта – хана. Алыҫта машина геүелдәүе ишетелде. Шулмы? Оҡшамаған. Был еңел машина шикелле, тиҙ килә. Яҡында ғына кеүек тойолһа ла, килеп еткәненсә бер быуат үткәндәй тойолдо. Русландың елкәләре тартышты, аяҡ быуындары еңелсә ҡалтыраны. Күҙ алдынан кәләше, бәләкәсе Нәркәс, ата-әсәһе, тағы әллә нәмәләр үтте. “Уның нимәһе бар! Машина килеп етеүгә таяғыңды һуҙып ҡаршы сығырға ғына кәрәк”, – тип әйтеүе генә еңел икән. Русланға ла еңел генә тойолғайны башта. Әле иһә күңелен ҡурҡыу биләп алды. Быға тиклем нимә икәнен дә белмәгән нервылар унан да, бынан да тартыша ғына. “Барыһы ла яҡшы булһын...”
Геүелдәгән тауыш, ниһайәт, килеп етте. ЮХХДИ машинаһын күреп ҡалғас та тиҙлеген кәметте. Руслан шоферы был яҡҡа ҡарарға ла ҡурҡып яй ғына үтеп киткән машина артынан тексәйеп тороп ҡалды. Эй Аллаһына рәхмәт яуҙырғандыр инде бисара водитель! Кем белә, бәлки, һуҡмыш та булғандыр. Был яҡта ЮХХДИ йөрөмәй тиһәң дә була, етмәһә, әлеге кеүек төн йөҙөндә. Шуға халыҡ ҡурҡмайынса документһыҙ ҙа, эскән килеш тә сығып китә, 6-7 кеше тейәлеп тә йөрөй. Ҡайһы бер иҫке машиналар иҫәпкә лә ҡуйылмаған, номерҙары ла юҡ.
Тағы бер геүелдәгән тауыш ишетелде. Бына быныһы Руслан көткән машиналыр, бик ауыр, шыуышып ҡына тигәндәй килә. Төн ҡараңғылығынан теге ике гаишник пәйҙә булды. Олорағы: “Килә, – тине, Руслан эргәһенә килеп баҫҡас. – Иң мөһиме, ҡаушама, үҙеңде тыныс тот. Ултырып китергә машина туҡтатҡандай хис ит”. Быларҙы йөҙ тапҡыр ҡабатланылар бит инде!.. Русландың йәнә нервылары уйнай башланы. Үҙенә урын тапманы. Ошо әҙ генә ваҡыт эсендә башына йөҙ төрлө уй инеп өлгөрҙө, әйтерһең, тотош бер ғүмер үтте.
Ниһайәт, алыҫта бызылдап ҡына ике ут күренде! Ул ҡулындағы таяғын нығыраҡ ҡыҫты. Әлеге ике ут килеп еткәнсе, нисек булһа ла тынысланып өлгөрөргә кәрәк. Юл ситенә баҫты ла ҡатып ҡалды. Һөйрәлеп тигәндәй был яҡҡа шыуышһа ла, Русланға ул шул тиклем шәп килгән кеүек. “Атаң башын ҡарап тораңмы?!” – тип ҡысҡырып ебәрҙе рациялағы тауыш. Руслан шунда ғына һиҫкәнеп китте. Икеләнеп, башынан йөҙ төрлө уй үткәреп торғансы, килеп тә еткән икән шул. Йә, ярай, нимә булһа ла Хоҙай ҡулында хәҙер – Руслан таяғын һоноп фураға ҡаршы атланы. Инде артҡа юл юҡ!.. Ауыр прицеп таҡҡан машина үтеп китеп, юл ситенә саҡ барып туҡтаны. Шул тиклем нимә тейәгәндер! Руслан барып етеүгә бер ни һиҙенмәгән шофер егет ергә һикереп төштө. Был мәлгә инде Руслан, нисектер, тынысланғайны. Үҙҙәрен күрмәһә лә, полиция кейемендәге теге ике напарнигының һәр ҡыланышын тойҙо. Бына береһе һеләүһен етеҙлегендә машина артынан кабинаға яҡынлашалыр, ә икенсеһе водителдән күҙ яҙлыҡтырмаҫҡа тейеш.
– Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәре өлкән лейтенант Сабиров, – тип үҙе менән таныштырып бөтөүгә шофер документтарын һондо. Руслан водитель танытмаһына күҙ һалды. Бикмәмбәтов Миңлеғәле, 1976 йылғы, Мәсетле районынан.
– Прицебыңда нимә?
– Бына документтары.
– Әйҙә әле!..
Руслан, ҡулына шофер биргән ҡағыҙҙарҙы тотҡан килеш, машинаны тикшергән булып, эшлекле генә ҡиәфәттә һулаҡайға, урман яғына атланы. Быныһы, берҙән, кабиналағы иптәшенең күҙенән ситкә алып китеү, икенсенән, ҡырын эштәр ҡырыйҙа ҡылынһа һәйбәт инде ул... Хәҙер иң етди, иң мөһим мәл. Ике “гаишник” ике водитель менән эште бөтөрөргә – уларға йоҡо дарыуы сәнсергә – тейеш. Русландың яңынан нервылары тартыша башланы. “Барыһы ла алдан уйланылғанса яҡшы ғына барып бөтһөн!..” Ул машина аҫтына эйелде.
– Был нимә ул?
– Ҡайҙа? – водитель аптыраңҡырап уның артынан сүгәләне. Бына хәҙер... хәҙер... арттан ғына килеп, елкәһенә бер генә укол сәнсергә тейештәр. Шул ваҡыт уйламаған хәл килеп тыуҙы. Салондағы водителдең ярҙамсыһы:
– Миша, ҡас! – тип ҡысҡырып ебәрҙе.
Миңлеғәле аңланы шунда уҡ барыһын да. Русланды этеп ебәрҙе лә һеләүһен етеҙлегендә сүкәйгән еренән һикереп торҙо. Әммә, әйләнеп тә өлгөрмәне, артындағы “гаишник” башына килтереп тондорҙо. Миңлеғәле сайҡалып китте, әммә ҡоламаны. Нисек эйелеп баҫҡан, шул ҡиәфәттә “мент”ты башы менән килеп һөҙҙө. Руслан был осраҡта нимә эшләргә лә белмәне. Ҡапыл уны ҡурҡыу солғап алды. Тәрәнгә китеп бара түгелме? Бер-береһен үлтереп ҡуйһалар? Руслан былай ҡурҡаҡтарҙан түгел. Ошоға тиклем үҙен рәнйетергә биргәне булманы. Йәшерәк саҡта бигерәк ҡарап тормай, утынды торған ерҙә тумыра ла башлай торғайны. Әле иһә нимә булғанын үҙе лә аңламай, бүрәнә кеүек ҡатты ла ҡалды. Ошо миҙгелдә күҙ алдынан нимә генә үтмәне: ҡатыны, ҡыҙы, ата-әсәһе, бала сағы, йәшлеге, тыуған йорто... Уның өйҙә, йылы юрған аҫтына инеп йомарланып ҡына ятҡыһы килде. Ҡасып ҡайтырға ла китергәме әллә? Ярамай. Үҙенә алама ғына эшләйәсәк. Әммә тик торорға ла ярамай. Ул ниндәйҙер бер тәүәккәллек менән ерҙә көрмәкләшкән теге икәүгә барып йәбеште. Тәүҙә айырырға кәрәк, унан күҙ күрер. Икәүләп бер кешегә көстәре етмәйме ни? Руслан тотоп торор, тегеһе шул арала рәхәтләнеп һалыр уколын. Йән көсөнә Миңлеғәлене “гаишник” өҫтөнән тартып алды ла ҡырыйға этте. Их, шунда бүрәнә кеүек ҡатып ҡына торған булһасы! Алда һине нимә һағалағанын кем генә белә инде! Ул Миңлеғәлене бысаҡ тотоп быларға ярҙамға ашыҡҡан икенсе “гаишник”тың ҡулына ғына ырғытты. Былай булырын бер кем дә көтмәгәйне. Барыһы ла күҙ йомоп асҡансы булды. Миңлеғәле бысаҡҡа йәбеште. “Гаишник” ҡурҡышынан ҡулын тартып алды, егет бысаҡ һерәйеп торған эсенә ҡоланы. Руслан сытырлатып күҙҙәрен йомдо ла ергә сүгәләне. Быуындары тотмаҫ булды.
– Ы-ы-ы! – тип ҡырағай тауыштар сығарып ыңғырашты ул. – Ниңә?! Ниңә, тип һорайым мин һеҙҙән! Барыһы ла майланған кеүек була тигәйнегеҙ бит! Минең төрмәгә ултырғым килмәй!..
– Шым! Шыңшып ултырма! – Уны тиҙ үк үҙ хәленә ҡайтарҙылар. – Юҡһа, ысынлап та башың төрмәлә серер...
Ул арала Миңлеғәлене туҡталышҡа һөйрәкләп алып киттеләр. Кабиналағы егет менән икеһен шундағы эскәмйәлә ултыртып ҡалдырырға тейештәр ине.
– Туҡтағыҙ, ҡарайыҡ, бәлки, ул терелер? Бәлки, ярҙам кәрәктер кешегә?..
– Һин нимә?! – тегеләр аҡырып ҡына ҡуйҙы.
– Йә тағы берәй нәмә сығарырһың, бар, ҡайта һал да, сум йылы юрғаның аҫтына. Һәм, ҡара уны, иртәгә эҙең дә булмаһын был яҡтарҙа!
– Ә һеҙ?.. Ә был яралы?
– Башланған эште кем бөтөрә?!
– Ә-ә-ә... эйе... ярай...
Хәҙер был фураның кабинаһы аҫҡа тәгәрәйәсәк, ә прицепты икенсе машина тағып алып китәсәк...
***
Был төндән һуң байтаҡ ғүмер уҙҙы, әллә күпме һыуҙар аҡты, инде барыһы ла онотолорға ла тейеш. Теге ике “гаишник” нимә кисергәндер, ә быны Русландың тормошо тамуҡҡа әйләнде. Был хәл иҫенә төшмәгән бер генә көн дә булмағандыр.
“Яңылыҡтар“ҙан ишетеүенсә, уларҙың эшен ныҡлап тикшереп тормағандар, дәлилдәр етмәүгә һылтанып, бер аҙҙан яптылар ҙа. Ҡайһы бер кешеләрҙең хәстәрлек күреүенә лә аптырамай Руслан, һиҙенеүе буйынса, нәҡ шулай булғандыр ҙа. Фура хужаһының да, нисектер, тауыш-тыны сыҡманы. Водителдең ярҙамсыһы, йәш егет тә, йоҡоһонан айныҡҡас, артыҡ бер нәмә лә һөйләй алмаған. Иң ауыры, иң ҡыҙғанысы, әлбиттә, Миңлеғәленең ғаиләһе булды. Ике бала етем ҡалды. Шуларҙы уйлап бигерәк өҙгөләнә Руслан. Шулай итеп, рәхәт йәшәрмен, тигән хыялы тормошҡа ашманы. Дөрөҫөрәге, ашты. Уны был эшкә саҡырған әҙәмдәр вәғәҙә ителгән сумманы карточкаһына әҙ-әҙләп күсереп бөттө. Мәскәүгә килеп төпләнеп, ипотекаға фатир алдылар, аҡсалы эше лә булды, әммә, күңел тыныслығың юғалһа, донъялағы бөтөн нәмәнең дә йәме бөтә икән... Бер генә ҡыуанысы бар уның: ҡыҙы аяғына баҫты! Йүгереп үк булмаһа ла, үҙе атлап йөрөй хәҙер. Шул ғына күңелен йылыта.
Сығып киткәндән бирле тыуған яҡтарына ҡайтҡандары юҡ. Ысын сәбәбен Руслан, әлбиттә, үҙе генә белде, ә ҡатыны, ҡыҙы арҡаһында ҡайтыуҙы кисектерҙек, тип уйлай. Ул ҡыуаныстың етенсе ҡатында гиҙә ине, шуғамы, аҡсаны ҡайҙан алдың, тип бер тапҡыр ҙа һорашманы.
Иртәгә икеһе лә отпускыға сыға. Руслан ҡайтып килергә теләк белдергәс, Сөмбөл дә, Нәркәс тә шатланып китте, шунда уҡ юлға йыйына ла башланылар.
Көндәр матур тора, йәйҙең иң йәмле сағы, туҡтай-туҡтай, донъя күреп, ашыҡмай ғына үҙ машиналары менән ҡайтырға булдылар.
Рулгә был юлы йөрәкһеп ултырҙы Руслан. Хатта бер мәлгә машина менән ҡайтырға уйлауына үкенеп тә ҡуйҙы. Шулай ҙа үҙен тиҙ ҡулға алды. Юлда күберәген үҙ уйҙарына сумып барҙы. Ҡыҙы менән ҡатыны тыштан күҙен алманы. Уларға тәбиғәт танһыҡ ине. Һағынғайнылар. Ә Русландың күҙ алдынан теге ҡәһәрле төн китмәне. Артабан да был ауыр йөк менән нисек йәшәргә? Һуңғы арала уны ошо һорау борсой. “Алла бирһә, имен-аман ҡайтып етһәк, полицияға барам, бөтәһен дә һөйләп бирәм, ултыртһындар әйҙә. Исмаһам, күңелем тыныслыҡ табыр...” Ошондай ҡарарға килде ул яңыраҡ. Уның урыны – төрмәлә...
– Һин бигерәк ябығып киттең һуңғы арала, башыңда ла аҡ сәстәрең күбәйҙе, –тип ҡатыны уның сәсенән һыйпап ҡуйҙы.
– Хәҙер ни... йәшәрмәйем бит... – тип көлгән булды Руслан.
– Минең иғтибарым да етмәй китәлер инде... – тип һығымта яһаны Сөмбөл.
– Ҡара әле, кәләш, мин үлеп-фәлән китһәм, һин нимә эшләр инең?
Ҡатынының күҙҙәре шар асылды. Аптырап иренә тексәйҙе.
– Нимә һөйләйһең ул?!
– Былай, ҡыҙыҡ өсөн генә һорағайным...
– Хатта ҡыҙыҡ өсөн дә бирмә миңә ундай ҡолаҡҡа ятмаҫ һорауҙарыңды! – Шул тиклем ҡаты итеп әйтте, уның был һүҙҙәренә яуап эҙләү урынһыҙ. – Мин һинһеҙ һәм Нәркәсһеҙ бер генә көн дә тора алмайым, ишетәһеңме? Һеҙ минең бөтә ғүмерем!
Төрмәгә ултыртып ҡуйһалар, нимә генә эшләрҙәр инде?! Был уйҙарҙан һуң Русланға моңһоу булып китте. Әммә башҡа сара юҡ. Ул быны эшләргә тейеш.
Туҡта, ул Миңлеғәленең ғаиләһенә инергә тейеш бит әле. Ауылы ошо тирәлә булырға тейеш. Уны хәтерендә яҡшы ҡалдырған Руслан.
– Кәләш, эштәге бер таныш туғандарына инеп, хәлдәрен белеп, аҡса ҡалдырып сығыуымды үтенеп ҡалғайны. Мин йүгереп кенә инеп сығайым инде...
– Ыста, – тип аптыраны кәләше. – Был заманда ла кеше кеше артынан аҡса ебәрә икән!.. Карточканан карточкаға бер минут эсендә күсереп була бит һуң!
– Ну... инеп күреп сыҡ, нисек йәшәп яталар икән, тине бит...
– Әйҙә, тик тиҙерәк! Минең йәһәтерәк ҡайтып еткем килә.
Руслан таныш түгел ауылға боролдо. Тәү осраған кешенән Миңлеғәленең йортон һораны.
Бик күркәм, матур, бейек йортта йәшәйҙәр икән. Ишекте үҫмер ҡыҙ асты. Кемде эҙләүен әйткәс, бер аҙ текләп ҡарап торҙо ла:
– Әсәй! Сыҡ әле, унда атайымдың танышы килгән! – тип әсәһен саҡырырға китте.
– Кем бар унда? – Руслан артынса ишектә ир кеше күренде. – Кем кәрәк?
– Миңә Миңлеғәле мәрхүмдең ҡатыны кәрәк ине.
– Ә-ә-ә... Әйҙә түргә үт улай булғас, ниңә ишек төбөндә генә тораһың?
Өйҙөң яңы хужаһы булһа кәрәк, тигән уй килде Русландың башына. Һәм яңылышманы.
– Минең Миңлеғәлегә бурысым бар ине, шул күңелде өйкәп тик тора. Әле бына тыуған яҡтарға ҡайттыҡ та, бер юлы индереп сығырға булдым... – тип Руслан төпкө яҡтан килеп сыҡҡан һылыу ғына ҡатынға конверт һуҙҙы. Тегенең күҙҙәре йәшләнде.
– Бигерәк йәшләй генә үлеп ҡалды шул... Көн дә, йәнен ҡыйған әҙәмдәр яҡты көн күрмәһен, тип теләйем... Ул хәшәрәт әҙәмдәрҙе табыуын тапманылар, әммә барыбер рәхәт тормошта йәшәмәүҙәренә иманым камил.
Әйтерһең, ул ҡаршыһында торған ирҙең кем икәнен белеп һөйләй, һәр һүҙе Русландың йөрәген телеп уҙа. Шыбыр тиргә батты Руслан, һүҙ әйтә алмай теле көрмәлде.
– Әлбиттә! – тип ризалашып баш һелкте ахырҙа. – Алла бар бит ул, шул яуыздарҙы язаһыҙ ҡалдырмаҫына мин дә ышанам!
“Язаһын икеләтә-өсләтә алды инде...” – тип эстән генә әйтеп ҡуйҙы. Төкөрөгө тамағын ауырттырып төшөп китте.
Был ҡатын менән һөйләшкәс, нисектер рәхәт булып ҡалды Русланға.
– Шунан, нисек йәшәп яталар? – тип төпсөндө кәләше, машинаға инеп ултырғас.
– Шәп! Апаһы яңынан кейәүгә сыҡҡан икән, донъялары бөтөн, нужа күрмәй, һәйбәт кенә йәшәп яталар...
Туғандар менән күрешеп-илашып алғандан һуң Руслан урам буйына сыҡты. Ауыл үҙгәргән. Матурайған, төҙөкләнгән. Һәр береһе йәшәргә тырышып ята. Руслан һалмаҡ аҙымдар менән участковый урынлашҡан йортҡа китте. Барып етте лә туҡтап ҡалды. Бына хәҙер инәсәк, барыһын да һөйләп бирәсәк. Уның ҡулына бығау кейҙерерҙәр ҙә, район үҙәгенә, унан Өфөгә алып китерҙәр. Инде онотолоп бөткән эште яңынан ҡуҙғатырҙар. Китер һорау алыуҙар, эҙәрлекләүҙәр. Яңынан күпме күңел яралары асыласаҡ! Русландың башы эйелде. Нимә эшләргә? Ишек алдындағы эскәмйәгә барып ултырҙы. Кәләше, Нәркәсе нимә уйлар ҡәҙерле кешеләре тураһында? Руслан теге ҡәһәрле төндө өр-яңынан күҙ алдынан үткәрҙе. Нимә генә тимә, уға ярлыҡау юҡ! Ул кеше үлтереүҙә ҡатнашты! Нимә булһа ла инергә, ғәйебеңде танырға! Руслан урынынан торҙо, кире уйламаҫ борон тип, ҡабаланып тотҡаға үрелде. Әммә ишек бикле ине. Русландың башы йәнә эйелде. Нимә был: яҙмыш ҡушыуымы? Бер аҙ шулай аңҡы-тиңке килеп торғандан һуң, күңелендәге ауыр йөктө йөкмәп, кәләше, балаһы янына китте...

Гөлнара Мостафина.
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ