» » Яҡуп Ҡолмойҙың тыуыуына – 100 йыл!

Яҡуп Ҡолмойҙың тыуыуына – 100 йыл!

Опубликовано: 7-09-2018, 06:48 | Категория: Новости, Члены союза, В СМИ
Яҡуп Ҡолмойҙың тыуыуына – 100 йыл!
Бөгөн арҙаҡлы башҡорт совет шағиры, журналист, 1940 йылдан — КПСС, 1944 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм «Батырлыҡ өсөн» миҙалы кавалеры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙниәт хеҙмәткәре һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Яҡуп Хәйрулла улы Ҡолмөхәмәтовтың (Яҡуп Ҡолмой) тыуыуына - 100 йыл! Бөйөк ҡәләмдәшебеҙҙе иҫкә алайыҡ, милләттәштәр!

Яҡуп Хәйрулла улы Ҡолмөхәмәтов (Яҡуп Ҡолмой) 1918 йылдың 7 сентябрендә Өфө губернаһының Стәрлетамаҡ өйәҙе (хәҙерге Ишембай районының) Ҡанаҡай ауылында тыуған. ВЛКСМ-дың Юғары комсомол мәктәбен тамамлаған (1948). 1934—1935 йылдарҙа Стәрлетамаҡ педагогия техникумында уҡый. Уны тамамлағас, 1939 йылға тиклем «Ленинсы», унан һуң «Яшь сталинче» (Ҡазан) гәзитендә эшләй. 1939 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алына. Тыуған илебеҙҙең көньяҡ сигендә — Әрмәнстанда атлылар дивизияһында, Кавказ кавалерия полкында хеҙмәт итә. Эскадрон командирының сәйәсәт буйынса урынбаҫары булып хеҙмәт итә. Шиғырҙарын да онотмай, һалдат уяулығын данлап йырлай. Шиғырҙар тупланған тәүге китабы — «Аҙым» — һуғыш алдынан баҫылып сыға. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ул, кавалерист булараҡ, полкташтары менән Көнбайыш фронтта, баш ҡалабыҙ Мәскәүҙе һаҡлап ҡалыуҙа ҡатнаша. Яу тынып торған арала, эйәренә ҡағыҙ һалып, шиғырҙар яҙа, уларҙы өс мөйөшлө хат итеп Өфөгә, Яҙыусылар союзына һәм гәзит-журналдарға оҙата. 1941 йылдың көҙөндә ҡаты бәрелештәрҙең береһендә ауыр яралана. Яҡуп Ҡолмой ут яуғанда ла, ер тетрәгәндә лә: «Шиғыр һәм ат яҡын иптәшем», — тип ҡурҡыу белмәҫ көр тауыш менән йырлай. 1942 йылда инде уның Мәскәү өсөн барған дәһшәтле бәрелештәрҙә яҙған шиғырҙары тупланған «Фронтовик уйҙары» тигән китабы сыға. Йәнә бер баҫмаһы Рәшит Ниғмәти мөхәррирлегендә 1944 йылда донъя күрә. Шул уҡ йылда уны СССР Яҙыусылар союзына ағза итеп алалар. 1945—1950 йылдарҙа — «Ҡыҙыл Башҡортостан»,1951—1952 йылдарҙа — "Ленинсы ", 1952 йылдан алып «Кызыл таң» гәзите хеҙмәткәре. 1958—1978 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарамағындағы Телевидение һәм радио дәүләт комитетының әҙәби тапшырыуҙар бүлегендә мөхәррир булып эшләй. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнгән (1985). Шиғриәт доньяһына Яҡуп Ҡолмой иртә килә. Уның тәүге әҫәрҙәре баҫмала 1936-сы йылдарҙа уҡ донья күрә. «Аҙым» исемле тәүге шиғырҙар китабы 1940 йылда баҫылып сыға. Бар ғүмерендә уның 20-нән ашыу шиғыр һәм поэма йыйынтығы баҫылып сыға. Башҡортостандың бөтә билдәле композиторҙары ла тиерлек (Х. Ш. Заимов, З.Ғ.Исмәгилев, Р. М. Хәсәнов. Т.М Шәрипов, Х. Ф.Әхмәтов һәм башҡалар) уның һүҙҙәренә көй яҙған. Киң таралған йырҙарының һаны йөҙ илленән артып китә.

Йылдарҙа ҡалған йырҙар

Яҙ килә лә китә,
Йөрәк көтә-көтә,
Йәшлек үтә-үтә
Яҙ һымаҡ.
Һин былбылым минең,
Йырланмаған йырым,

Балҡып кил һин
Атҡан таң һымаҡ.
Ниндәй иҫ киткес йыр! Һүҙҙәре лә, көйө лә камил, бер бөтөн булып уҡмашҡан,  моңо йөрәктәрҙе елкетә, уйландыра ла, моңландыра ла... Был илаһи  йырҙың авторын республикала белмәгән кеше бармы икән? Моғайын, юҡтыр. Уның авторы – Башҡортостандың сәсән  телле йырсы-шағиры Яҡуп Ҡолмой.
– «Былбылым»ды яҙғас, мәрхүм Яҡуп Ҡолмой шундай шатланып йөрөнө, – тип яҙҙы һуңынан композитор Заһир Исмәғилев, – ул уны үҙенең  кәләшенә, Фатимаһына, арнаған булған. Миңә һүҙҙәре иҫ киткес оҡшаны. Бөтә әйбер һүҙҙән тора. Әгәр ҙә шиғыр матур булһа, моңо ла матур сыға. Шиғыр йырлап тормаһа, моңо булмаһа, унан бер нәмә лә килеп сыҡмай. «Былбылым» шул тиклем халыҡҡа яҡын булды – һүҙҙәре лә, көйө лә халыҡсан.
Был һүҙҙәрҙе Заһир Исмәғилев 2002 йылда Башҡортостан телевидениеһының «Хазина» ижад берекмәһе етәксеһе Юлай Ғәйнетдиновҡа биргән интервьюһында әйткәйне.
Ә бына шағир үҙе «Хәтер хазинаһы» исемле китабында был хаҡта ошолай ти: «Былбылым»дың яҙылыу яҙмышы көтөлмәгәнсә булды, тиһәм, ҡайһы берәүҙәр, бәлки, ышанып та бөтмәҫ. Бынан алда Заһир Ғарипович менән «Икебеҙ ҙә һауынсы», «Һалдат йыры», «Сәңгелдәк йыры» тигән йырҙар менән эфирға сыҡҡайныҡ.
Бер саҡ Заһир Ғарипович:
– Беләһеңме, ҡустым, беҙгә саф мөхәббәт тойғоһон сағылдырған, мәңгелеккә ҡалырлыҡ йыр яҙырға кәрәк. Унда ғүмерҙең  уҙыуы ла, һөйгәнеңде юҡһыныу ҙа, тоғролоҡ та сағылһын. Мөхәббәт кешене ғүмер  буйы оҙатып килә. Ә был хаҡта кешене уйландырырлыҡ йыр юҡ әле хәҙергә. Әйҙә, яҙып ҡарайыҡ, – тине.
Композиторҙың эскерһеҙ теләге мине ҡанатландырҙы. Ниндәй генә тойғоға, уй-хискә батманым мин ул шиғырлы көндәрҙә? Төндө көнгә ялғап, ҡағыҙ биттәрен сыбарларға тура килде. Нисектер, ҡолаҡ төбөндә, былбыл һүҙе сыңланы, һандуғас һайрағаны ишетелгәндәй булды. Һөйгәнеңде шул моңло ҡошҡа тиңләү – бер табыш, йыр жанрында бер асыш булып тойолдо. Ике-өс көн буйына бер нисә вариантта «Былбылым» тигән йырға оҡшаш шиғыр яҙҙым. Уның өсөһөн дә Заһир Ғариповичҡа   күрһәтергә батырсылыҡ иттем.
Ике-өс көн үттеме-юҡмы, радионың музыкаль редакцияһының ике аппаратты тоташтырған йәнәш телефонында  Заһир Ғариповичтың көр тауышын ишеттек.
 – Ҡолмойҙоң яңы шиғырына йыр яҙҙым, шуны һеҙгә лә телефон аша йырлап ишеттерәм. – Йырлап туҡтағас, трубкаға өрҙө лә:
–  Йә, оҡшаймы? – тип өндәште.
– Иҫ киткес! Йырың ғына түгел, ә үҙеңдең йырлауың оҡшай. Халыҡҡа иң башта үҙең йырлап ишеттер, ағай.
Һүҙендә торҙо Заһир Ғарипович. Ижадына арналған бер сәғәтлек ял концертын үҙе алып барҙы. Әле халыҡҡа ишетелмәгән «Былбылым» йырын да тәү башлап үҙе йырлап ишеттерҙе. Был һирәк осрай торған концерттың магнитофон таҫмаһына яҙылған программаһы  үткәндең бер ҡомартҡыһы булып радионың фонотекаһында әле һаман һаҡлана. Унда композиторҙың ошондай һүҙҙәре бар: «Композитор йырламайынса көй яҙа алмай. Мин дә әҫәрҙәремде йырлап, көйләп яҙам. Әгәр ул күңелемә оҡшай икән, ул нотаға теркәлә. Хәҙер һеҙгә «Былбылым» тигән яңы йырҙы йырлап ишеттерәм. Уның һүҙҙәрен шағир Яҡуп Ҡолмой яҙҙы».
Әйткәндәй,«Былбылым» йырын беренсе булып профессиональ йырсы Нажиә Аллаярова башҡарҙы. Был хаҡта ул шулай хәтерләй:
– 60-сы йылдар башында уйламағанда дәрескә уҡытыусым Миләүшә Мортазина менән бергә таныш булмаған бер ағай килеп инде. Һуңынан уның радиола эшләгән шағир Яҡуп Ҡолмой икәнен белдем. Уҡытыусым ҡулындағы нотаһын фортепьяноға ҡуйҙы ла йырлай ҙа башланы. Көйөн тәү тапҡыр ишетһәм дә, хыял күңелде  тибрәтте. Етмәһә уҡытыусым да: «Тап һинең тауыш өсөн генә  яҙылған был көй, – ти. – «Былбылым» тип атала. Өйрәнеп, радиоға барып яҙылырһың. – Мин шунда уҡ ризалаштым.
Бына шулай тәү тапҡыр «Былбылым» мине йыр һөйөүселәргә серҙәш итте. Ул миңә ғүмер буйы йыр тауына  үрләргә юлдаш булды. «Былбылым» – тауышымдың көмөш шишмәһе ул. Артабан  Яҡуп ағайҙың «Һин минең сафлығым», «Йылмай әле бер генә», «Йырым һиңә, башҡалам» тигән йырҙары репертуарымды биҙәне. Был иҫтәлекле юбилей көндәрендә йырсы-шағирға үҙемдең оло хөрмәтемде һәм рәхмәтемде белдерәм».
Эйе, шағир йыр жанры өҫтөндә айырыуса онотолоп, мөкиббән китеп, бирелеп эшләй. Ә «Былбылым»  сәнғәттә төплө тәжрибә туплаған атаҡлы композиторҙың халыҡ фольклорына таянып эшләүе һөҙөмтәһендә тыуған бөйөк йыр ул. Башҡорт йыр сәнғәтенең аҫыл бер үрнәге. Ғөмүмән, Я. Ҡолмой шиғырҙарына йыр яҙмаған берәй композитор бармы икән? Уларҙы йыйып баҫтырғанда киләсәк быуын өсөн бына тигән ҡомартҡы ҡалыр ине. Ә бит бөгөн шағирҙың йәмғеһе өс йөҙҙән ашыу йыры бар! Уларҙы йыйып  туплап, айырым йыйынтыҡ итеп баҫтырып сығарыу – күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә. Халыҡлашып, киң танылыу яулаған иң аҫыл йырҙарынан З. Исмәғилев музыкаһына «Һалдат йыры», Камил Рәхимов музыкаһына «Тыуған илем», Тәлғәт Шәрипов музыкаһына «Өфө  вальсы», «Томбойоҡ бүләк итмә»,  Таһир Кәримов музыкаһына «Көтөүсе йыры»,  Халиҡ Заимов музыкаһына «Мәктәп полькаһы», «Мәктәп мазуркаһы»,  Әкрәм Дауытов  көйөнә «Йәшлегемә ҡайтар», Хөсәйен Әхмәтов көйөнә «Эй тыуған яҡ, эй матур яҡ», Рәүеф Мортазин көйөнә «Пограничник йыры»н ғына ла атау етәлер.
 
Шағирҙың иң һуңғы йырҙарының береһе «Йөҙөк ҡашы» тип атала, уға композитор Хөсәйен Әхмәтов йөрәк өҙгөс моңло көй яҙған. Тик бер «Күңелем ҡылдары» исемле йыйынтыҡҡа ғына шағирҙың 60-тан артыҡ шиғыр һәм йыр текстары ингән. Авторҙың йыр текстры һан яғынан ғына түгел, ә сифаты яғынан да йылдар үтеү менән бәҫен юғалтмай. «Тыуған яҡҡа», «Тыуған илем», «Халҡыма», «Тыуған яғым», «Өфө вальсы», «Башҡортостан», «Эҙең ҡалһын», «Пограничник йыры», «Һалдат йыры», «Һин минең сафлығым», «Торатауым», «Һәләүегем» – һүҙ  һәм көй камиллығы яғынан башҡорт милли йыр сәнғәтенең аҫыл өлгөләренән һанала. Улар барыһы ла нәфис образлы, тормошсан, күңелгә ятышлы шиғри яңғырашы менән уҡыусы хәтерендә тиҙ ҡала һәм әҫәрләндерә, эстетик тәрбиә яғынан әһәмиәтле. Йырҙары киң тематикалы: лирик йырҙар, Тыуған ил һәм тыуған ер, тыуған яҡҡа бағышланған йырҙар, балалар өсөн яҙылғандары ла байтаҡ. Ә тыныслыҡ һәм фронт шиғырҙарына, айырыуса мөхәббәт темаһына яҙылған йырҙары бөгөн дә онотолмай, күбеһе күптән халыҡлашып бөткән.
Я. Ҡолмойҙоң һәр йырының үҙ тарихы бар. Мәҫәлән, бына «Көтөүсе йыры»н алып ҡарайыҡ.
Башҡорт халҡы борон-борондан көтөүселәр тураһында һоҡланып йырлаған, Я. Ҡолмой шиғырында көтөүсе көслө рухлы, юғары аңлы, хеҙмәте менән маҡталған, белемле, ябай кеше. 1960 йылда был йыр тарихы хаҡында радио тыңлаусыларға ул былай тип һөйләне:
«...Ишембай районы Ҡанаҡай ауылында минең киң күкрәкле, оҙон буйлы ҡустым Мотиғулла эшләй. Йыр яҙғанда мин уның образын күҙ алдында тоттом. Ҡустымдың бөҙрә ағастарға төрөнгән йәмле Һәләүек буйҙарын яңғыратып йырлай-йырлай көтөү көтөүе әле һаман күҙ алдымда».
Ҡояш менән бергә сыға көтөүгә,
Ҡояш менән бергә ҡайта көтөүҙән.
Көтөүсене сибәр ҡыҙҙар ярата,
Шат йырҙары уйҙарымды тарата.
Көтөүсенең ҡурай моңо
Сиртә йөрәк ҡылдарын.
Кемде генә һөйә икән –
Белһәң ине уйҙарын.
«Көтөүсе йыры»ның һүҙҙәре композитор Таһир Кәримовҡа бик оҡшай. Көйө халыҡҡа тиҙ барып етә. Нотаһын һорап хаттар күп килә. Был популярлыҡтың сере, бәлки, шағирҙың йырға һалынған  шиғырҙарының бер-береһенә оҡшаш булмауы, һәр йырҙа хәтерҙә ҡалырлыҡ образдар  булыуынандыр? Композиторҙарҙың оҙон ғүмерле һәм үҙенсәлекле көйҙәр яҙыуына, бәлки, ошо сәбәпселер.
Я.Ҡолмойҙоң «Тыуған илем» исемле шиғырына ла һоҡланмау мөмкин түгел. Ул унда Тыуған илен шиңмәҫ гөл баҡсаһына, һүнмәҫ ҡояшҡа, бөтмәҫ хазинаға сағыштыра. Камил Рәхимов был шиғырға халыҡсан көй ижад итеп, уны Башҡортостанды данлаусы үлемһеҙ йырҙарҙың береһе яһай. Был йырҙы Башҡортостан халҡы тиҫтәләгән йылдар буйына бөйөк йырсы Илфак Смаҡов башҡарыуында тыңланы.
Ғүмәр Әбделмәнов, Мәғәфүр Хисмәтуллин, Флүрә Ноғоманова, Зәки Мәхмүтов, Нажиә Аллаярова, Ғәлиә Солтанова, Ғәли Хәмзин, Римма Мусина, Фәниә Хәлитова, Йәмилә Халиҡовалар Яҡуп Ҡолмой йырҙарын иң оҫта башҡарыусыларҙан булды.
Ғүмеренең һуңғы йылдарында Яҡуп Ҡолмой көндәлектәр яҙҙы. Унда Башҡортостандың сәйәси, мәҙәни һәм әҙәби тормошо, оло талант эйәләре менән дуҫлыҡ, ижад һәм ижадташтары хаҡындағы, шулай уҡ шағирҙың  фәлсәфәүи уйланыуҙары тупланған. 1992 йылды сағылдырған  көндәлектәрҙә, мәҫәлән, бына ошондай юлдар ҙа бар: «Ниңә халыҡ мине шулай ҙурлай, тыңлай, ярата икән? Ысынлап та мин йырсы-шағирмынмы? Әгәр мин киткәс, исмаһам, халҡым йөрәгендә тик бер генә йырым булһа ла һаҡланһа, ниндәй бәхетле булыр инем мин!» Был юлдарҙа олоғайған шағирҙың үҙ ижадының халҡына файҙалы булыуына өмөт-ышанысы ла, халҡына хеҙмәт итергә тырышыуы ла, йырҙарының ғүмерле булырына хыялы ла ята.
Шағир Яҡуп Ҡолмой төрлө йылдарҙа үҙе аралашҡан сәнғәт, мәҙәниәт әһелдәре, атаҡлы башҡарыусылар хаҡында ижади һүрәтләмәләр, портреттар, иҫтәлектәр һәм хәтерләүҙәр ҙә яҙҙы. Улар араһында мәшһүр композиторҙар        З. Исмәғилев, Р. Мортазин, Т. Кәримов, Т. Шәрипов, Н. Мөстәҡимов, Ә. Дауытов, Х. Заимов, Ш. Ибраһимов, Х. Әхмәтов, йырсыларҙан И. Смаҡов, З. Мәхмүтов,    М. Хисмәтуллин, Б. Вәлиева, Н. Аллаяровалар бар. Әйткәндәй, шағирҙың әле эшләнеп бөтмәгән ҡараламалары буйынса халыҡҡа әҙиптең әҙәби мираҫын ҡайтарыу йүнәлешендә уның туғаны, йәғни мин, журналист Миләүшә Ҡолмөхәмәтова, шөғөлләнәм. Я. Ҡолмой йырҙарын айырым йыйынтыҡ итеп баҫтырып сығарыу, әйткәнемсә, күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә. Улар сәнғәт академияһы, сәнғәт училищелары һәм мәктәптәре, башҡорт мәктәптәре, ҡалаларҙағы башҡорт лицейҙары һәм гимназияларының музыка уҡытыусылары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн бына тигән методик ҡулланма булыр ине.
Ҡайҙа барһам, шунда тыңлайым мин
Үҙ халҡымдың йөрәк моңдарын.
Шул моң һаҡлай йырҙың оҙонлоғон,
Сиртә-сиртә күңел ҡылдарын.
Халҡым моңо – йөрәк түрендә,
Уға үлем килмәҫ ғүмергә,–
тигәйне шағир үҙенең бер шиғырында.
Йырҙың халыҡ тормошонда ни тиклем әһәмиәткә эйә булыуын, йырҙың кеше менән һәр саҡ йәнәш атлап, эшкә рухландырып, ҡайғыһын таратып, шатлығын уртаҡлашып, ҙур тәрбиәүи көскә эйә булыуын:
Шиғыр һәм йыр – ике ҡанатым,
Елдәй елгән ярһыу пар атым,–
тип атай Яҡуп Ҡолмой.
Ҙур йылға бәләкәй шишмәләрҙән һут алған кеүек, шағир  Яҡуп Ҡолмойҙоң да ижад шишмәһе булған тыуған яҡтары бар. Уның тормош юлы һәм яҙмышы ҡатмарлы ваҡиғаларҙан тора. Шағир 1918 йылдың 7 сентябрендә Ишембай районы Ҡанаҡай ауылында Бәкән йылғаһы буйында урынлашҡан бәләкәй генә өйҙә  донъя көтөүсе һунарсы Хәйрулла менән Кинйәбикәнең кинйә балаһы булып донъяға килә. Илдә ҡан ҡойошло Граждандар һуғышы барған ваҡыттар... Яҡуп донъяға тыуыр мәл еткәндә генә ауылға аҡ чехтар бәреп инә. Кинйәбикә, бына-бына тыуырға тейеш балаһын һаҡлап ҡалыу ниәте менән, ҡурҡыштан, аптыраштан (ире урманда һунарҙа була) мөгәрәпкә төшөп йәшенә. Ә өҫтә шарт та шорт  атышалар, аҡырышалар. Инәй мөгәрәптә ятҡан иҫке сепрәк өҫтөндә бәләкәсенә ғүмер бирә, ләкин әллә атыш-аҡырыштарҙан ҡурҡҡан Яҡуп донъяға телһеҙ тыуа. Уны бик оҙаҡ йылдар, беҙҙең һөйләшсә әйткәндә, «бүтек» (йәғни телһеҙ) тип йөрөтәләр. Был хаҡта үҙенең көндәлектәрендә шағир: «Әсәйемдең аҫтына түшәп мине тапҡан иҫке балаҫы минең түшәгем була. Мин ҡараңғыла донъяға килгәнмен», – тип яҙа. Ләкин, шуға ҡарамаҫтан,  керешле тел менән тыуған Яҡуп бәләкәйҙән теремек һәм баҙыҡ булып үҫә. Өс кенә йәшендә аслыҡ йылды әсәһе яҡты донъя менән хушлаша. Үлдер алдынан: «Бәләкәсемде, Яҡубымды, етем итмәгеҙ. Күҙ  ҡараһылай һаҡлағыҙ, балтырған ашатып булһа ла үҫтерегеҙ», – тип әйтеп ҡалдыра.
Ололарҙың хәтерләүенсә, Я. Ҡолмой уҡырға дәртле булған. Атаһы һунарсы итергә бик теләһә лә, мәктәпте үҙ итә. Башланғыс мәктәпте Ҡанаҡайҙа тамамлай, артабан ул ун һигеҙ саҡрымда ятҡан Урман-Бишҡаҙаҡ ауылына йәйәүләп йөрөп уҡый. Уны тамамлағас, 14 йәшлек үҫмер, үҙенең матбуғатта баҫылған шиғырҙарын һәм шиғырҙар яҙылған дәфтәрен тотоп, ике пар сабата алып, йәйәүләп Өфөгә юллана. Унда «Ҡыҙыл Башҡортостан» гәзитендә эшләүсе ағаһы Хисмәтулла Ҡолмөхәмәтовта туҡтала, уның ярҙамында яҙыусы Афзал Таһиров менән күрешеп, уға шиғырҙарын күрһәтеү бәхетенә ирешә. Билдәле яҙыусы менән осрашыу йәш шағирҙы ҡанатландыра. Артабан Стәрлетамаҡ  ҡалаһында педтехникумда уҡый. Унда уға бәхет үҙе йылмая: Я. Ҡолмой студенттарҙың Ҡадир Даян етәкләгән әҙәби түңәрәгендә актив ҡатнаша, бер генә лә әҙәби кисә уның ҡатнашлығынан башҡа үтмәй. «Йәш төҙөүсе» гәзите биттәрендә лә шиғырҙары йыш баҫыла.
1937 йылда илдә репрессиялар башлана. Ул Я. Ҡолмойҙо ла урап үтмәй. Өфөлә «Ленинсы» йәштәр гәзитендә эшләп йөрөүсе йәш шағирҙың әҫәрҙәре  әленән-әле донъя күреп тора, улар «Тәүге йыр» тип исемләнгән альманахта  ла баҫыла. Ләкин шағирҙың ижади ҡыйыулығы көнсөлдәр һәм ошаҡсыларға оҡшамай, улар уға төрлө ғәйепләүҙәр таға. Яҙыусылар йыйылышында шағирҙы кәмһетеүҙәр, шиғырҙарын юҡҡа сығарырға тырышыуҙар йышая. Бына-бына ҡулға алырҙар кеүек. Был һәләкәтте һиҙеп, шағир Камил Рәшит Я. Ҡолмойҙо Ҡазанға китергә күндерә. Хатта хушлашып, эш хаҡы ла алып тормайынса, шағир Ҡазанға сығып китә. Бәхеткә ҡаршы, күрше  республикала уны йылы ҡаршылайҙар, эшкә урынлаштыралар. Ошонан ул 1939 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алына.
Баһадир кәүҙәле Я. Ҡолмой данлыҡлы генерал Доватор  етәкселек иткән Кавказ кавалерия полкына эләгә. Һалдат хеҙмәте йылдарында ла ул ижад итеүҙән туҡтамай. Донъялар тыныс түгел, бына-бына һуғыш сығыр төҫлө. Ул кешелекте уяулыҡҡа саҡырып, ил тыныслығын хәстәрләп әҫәрҙәр ижад итә.
Болот аға Урал яғына,
Аҡ болоттай аға уйҙарым.
Тыуған ерҙе күңел һағына,
Хәтерләтеп ҡурай моңдарын.
Йырлай-йырлай башҡорт йырҙарын,
Илде һаҡлай, Урал, улдарың.
                                                                              («Пограничник йыры»)
Әйткәндәй, был йыр ҙа оҙаҡ йылдар эфирҙа аталы-уллы Марат  һәм Мәғәфүр Хисмәтуллиндар башҡарыуында яңғыраны.
Йәш шағир 1940 йылда армияла хеҙмәт иткәндә яҙған шиғырҙарын туплап,  «Аҙым» исемле тәүге йыйынтығын баҫтыра. Уны редакторлап нәшриәткә тапшырыуҙа шағир Камил Рәшит ярҙам ҡулы һуҙа. Тап ошо йылды Я. Ҡолмойҙо Коммунистар партияһы сафына алалар.
Һуғышҡа Я. Ҡолмой туп-тура Кавказдан китә. Немец фашистары Мәскәүгә яҡынлашҡас, ул хеҙмәт иткән дивизияны 1942 йылда Мәскәү эргәһенә күсерәләр. Я. Ҡолмой фронт шиғырҙарын ишетеп түгел, ә күреп, йөрәге аша кисереп яҙа. Шуға күрә уларҙың төбөндә тәрән реаль тормош факты ята. Һуғыш тынған арала яҙған әҫәрҙәрен туплап, 1944 йылда тағы ла бер йыйынтыҡ баҫтыра. Был юлы иһә уға икенсе Рәшит – Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти ярҙам итә. Я. Ҡолмойҙоң фронт шиғырҙары 1944 йылда  «Фронтовик уйҙары» исемле йыйынтыҡ булып донъя күрә. Ошо ук йылда Я. Ҡолмойҙо яу яланында СССР Яҙыусылар союзына ағза итеп алалар.
Я. Ҡолмой ижадында, әйтергә кәрәк, фронт шиғырҙары айырым урынды  биләй. Уның айырыуса илебеҙ йөрәге Мәскәү өсөн барған һуғыштарҙы һүрәтләгән шиғырҙары һәм поэмалары тулҡынландыра. Уларҙы тыныс  күңел менән уҡып булмай. Миҫал өсөн «Беҙ Мәскәүҙе һаҡланыҡ» исемле шиғырҙан өҙөк килтерәйек.   Уға үҙе лә Мәскәүҙе һаҡлауҙа ҡатнашҡан яугир композитор Р. Мортазин көй яҙған:
Ауһаҡ, алға ауҙыҡ,
Көсөн күрҙек күктәй йәшнәүҙең,
Ергә уя баҫтыҡ,
Бар ҡәҙерен белеп йәшәүҙең.
Яндыҡ, торҙоҡ, еңдек.
Беҙ – һалдаты шанлы Мәскәүҙең.
Шағирҙың «Сталин үҙе ҡушты» тигән шиғри йыйынтығы ла тик патриотик әҫәрҙәрҙән тора. Фронттың барлыҡ линияларында ла Сталиндың «Бер аҙым да артҡа сикмәҫкә!» тигән ҡаты приказы аҫтында Тыуған ил өсөн ҡаты һуғыштар барған саҡ... Дошман менән булған ҡаты бәрелештәрҙә шағир немец фашистарының совет һалдаттарын нисек язалауҙарын, мыҫҡыллауҙарын күреп түҙә алмай  әсенә, күңеле үс алыу тойғоһо менән  елкенә. Уның был уй-хистәре «Беҙ Мәскәүҙе һаҡланыҡ», «Үс», «Ҡайын да мин», «Доватор янында», «Урал егете», «Толпар елә», «Йондоҙ ҡашҡа», «Ҡултыҡ таяҡлы ағай», «Йәшә, тине миңә», «Һаҡсы», «Еңеү көнөндә», «Мин атакала», «Ҡәләмдәш батырҙар», «Кеше торҙо», «Юлда», «Башҡорт гвардеецтары» исемле шиғырҙарында һәм балладаларында, «Беҙҙең ҡала егете», «Хаттар һөйләй», «Яҡты эҙ» кеүек поэмаларында сағыла. Мәскәү өсөн барған һуғыштарҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн Я. Ҡолмой II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, миҙалдар менән наградлана. Һуғыш тамамланғас та шағир тыныслыҡ хаҡында арымай-талмай ижад итә, йәғни шиғыр теле менән әйткәндә:
Әле һаман утлы һуғыш таңы
Ҡара төтөн аша күренә.
Ул саҡ таңдың көмөш ысыҡтары
Ҡурғаш булып төштө еремә.
                                                                                              («Утлы йылдар, утлы юлдар»)
Я. Ҡолмойҙоң һуғыш лирикаһында ҡайын һәм толпар образдары айырым урын алып тора. Мәскәү өсөн барған ҡаты алыштар мәлендә снаряд ярсығы шағирҙы ғына түгел, ә эргәһендәге аҡ ҡайынды ла яралай. Ҡайын  һәләк була, шағир иҫән ҡала. Үҙенә ғүмер бүләк иткән ҡайынды әҙип һуғыштан һуң эҙләп табып, уға баш эйәсәк. Ошонан һуң ҡайын Я. Ҡолмой өсөн изге ағасҡа әүерелә лә инде... Руза йылғаһы ярындағы үҙен ҡотҡарған ҡайын янында үткән ауыр һуғыш ваҡиғаларын хәтерләп, уйланып баҫып торғанда уның күңелендә «Ҡайын да мин» исемле  тулҡынландырғыс шиғыр тыуа.
Ерҙе уйып туптар шартлағанда
Ҡара янып ауҙы ҡайын да.
Шул ҡайындай, утлы атакала
Дуҫым аттан ауғас янымда,
Күкрәгемде ҡыҫты ҡайын да.
Әле уйға талған шул ҡайындар
Йәшергәндәй ҡурғаш яраһын,
Зәңгәр күккә ҡарап буйһонғандар,
Онотҡандай һуғыш  ғазабын.
                                                                                                              («Ҡайын да мин»)
Ғүмеренең һуңғы йылдарында Я. Ҡолмой «Хәтер хазинаһы» исемле проза йыйынтығы яҙҙы. «Ғүмер һуҡмағы» исемле бүлектә һуғыш ваҡиғаларын да тәфсирләп яҙа, ә көндәлектәрендә иһә яу юлдары, һуғыш йылдары хаҡында бәйән итә. Күҙҙәренә биш-алты ҡатмарлы операция яһатҡан шағир ярым һуҡыр тиерлек ижад итте, «Хәтер хазинаһы»н, өр-яңы шиғырҙар, сонеттарҙан торған       «Күңел ҡояшы» исемле йыйынтығын ҡалдырҙы. Мәскәү өсөн барған ҡаты алыштарҙы тасуирлаған «Хәтер хазинаһы»нда, әйткәндәй, тоғро ҡанаты – толпары тураһында ошолай тасуирлай: «...Ҡоторонған немец йыртҡыстары иң башта йондоҙло комиссарҙарҙы һәм политруктарҙы юҡ итеүҙе үҙҙәренең батырлығы итеп һанай. Мине лә был  ағыу ситләп  үтмәне: Волоколамск  шоссеһынан алыҫ түгел Семенкино ауылына  яһалған атакала  минең дә һул беләктәге йондоҙ уларға мишень булған. Сусҡасылыҡ фермаһы тәҙрәһенән сыҡҡан пуля йүгән тотҡан беләгемде яралап үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалдым. Толпарымдың үргә ырғыуы булды, мин артҡа шыуып төшкәнмен. Эскадрон аттары минең кәүҙәм аша һикереп үткән. Ат дағаларының зыңлатҡан тауыштарын ишетеп һуштан яҙғанмын. Бер саҡ атымдың шинель яғаһынан тешләп торғоҙорға тырышҡанын тойоп аңыма килдем.
Толпарым серҙәшем дә, пар ҡанатым да ине минең. Күп тә үтмәй, мин, яраланған ҡулымдың һыҙлауын еңеп, кескәй генә шиғыр яҙҙым:
Күңел күтәрелә ҡайсаҡта,
Шиғыр яҙһам ултырып күк атҡа.
Шиғыр һәм ат – яҡын иптәшем,
Ул Уралдан минең серҙәшем.
Йыр йәш йөрәк  утын күтәрә,
Атым уттан, һыуҙан үткәрә.
                                                                                                              («Хәтер хазинаһы»)
Йәшәү һәм үлем араһында үҙ-үҙен аямай дошманына ябырылған кавалерист яу юлдарында әллә күпме вәхшилектәргә осрай, ил азатлығын яулау теләге менән янған һалдат менән типә-тиң утҡа ташланыусы тоғро арғымағы хаҡында яңынан-яңы шиғри юлдар ижад итә:
Үргә ырғый ерән саптар,
Талпына осор  ҡоштай.
Егет башын эйгәс, толпар
Боролоп саба уҡтай.
Ялынан ҡан ағып килә
Күкрәгенә егеттең.
Толпар беҙгә алып килә
Егеттең партбилетын.
                                                                                                              («Толпар елә», 1941)
Йәки:
Утлы дауыл ҡупты күҙ алдымда...
Мин һиҫкәнеп киттем саҡ ҡына.
Әйтерһең дә, еләм толпарымда,
Эскадрондың алғы сафында.
Еләм... еләм... Көмөш ҡылыс ялтлай...
Өҫкә яуа дошман  туптары.
Елгән ерҙән, яраланған ҡоштай,
Ҡанлы ергә ауҙы толпарым.
Юҡ, үлмәгән. Мине һағынған,
Елеп килә һуғыш яғынан.
                                                                              («Толпар елә»)
Урал егет итте, күркәм Кавказ
Атландырҙы толпар атына.
Ҡылысымды үргә күтәрәм мин
Үлем белмәҫ йәшлек хаҡына.
                                                                                                              («Мин атакала», 1941)
Һуғыштан һуң Я. Ҡолмой «Башҡортостан», «Ҡыҙыл таң» гәзиттәре редакцияларында, Башҡортостан радиоһында әҙәби бүлек мөхәррире булып эшләне. Ләкин һуғыштан һуң да репрессия елдәре уға ҡағыла торҙо. Икенсе китабы сыҡҡандан һуң шағир ун алты йыл буйына ҡара  һағыш эсендә йәшәне: был йылдарҙа йыйынтыҡтары баҫылманы, тәнҡитселәр иһә ижадына иғтибар итмәне, дәреслектәрҙә лә аҫыл шиғырҙарына урын табылманы. Шуға ҡарамаҫтан,– ҡайҙан көс тапҡандыр, әллә Хоҙай ярҙамы менәнме, яҡындары, яҡташтары, шиғриәтен үҙ итеүселәрҙән көс алғандырмы – ул ижадтан айырылманы. Илле йылдан ашыу ижад итеү осоронда ул мәҫәлдәр, бер һәм ике шаршаулыҡ пьесалар, сонеттар, йырҙар, йөҙәрләгән очерктар, портреттар, һүрәтләмәләр, мемуарҙар, иҫтәлектәр, поэмалар яҙҙы.
Яҡуп Ҡолмой сонеттары иһә – үҙе бер донъя. Шиғриәттә сонет жанры  бөйөк таланттарҙың  ижад емеше булыуы  һәр кемгә билдәле. Шекспир һәм Байрон, Пушкин  һәм Блок, Есенин һәм Брюсов ҡалдырған сонеттар һәр уҡыусыла аңлатып бирә алмаҫлыҡ матур тойғолар уята, рухты күтәрә, күңелде байыта. Был жанрҙа эшләү һәр шағирҙың да ҡулынан килмәй, шиғыр структураһы ҡатмарлы: унда шиғыр төҙөлөшө лә, ижектәрҙең яңғырашы ла, әҫәрҙең теүәл сюжетҡа ҡоролоуы ла гармонияла булырға тейеш. Бындай шиғыр тексы үҙе үк йыр тексын хәтерләтә.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, Я. Ҡолмой Ишембай районы Ҡанаҡай ауылының тәүге ауыл Советы рәйесе, аҙаҡ элекке «Ҡыҙыл Башҡортостан» («Башҡортостан») гәзитенең ауыл хужалығы бүлеге мөдире булып эшләгән ағаһы Хисмәтулла Ҡолмөхәмәтов яҙған «Ҡолмөхәмәтовтар шәжәрәһе»н дауам итеүсе булды. Әйткәндәй, әле Совет власы осоронда уҡ уларҙың алдан күрә белеүе арҡаһында барлыҡҡа килгән был ҡәҙерле ҡомартҡы нигеҙендә  Әхмәр, Ҡанаҡай, Сәлих ауылы кешеләре үҙҙәренең туған-ырыуын барлап, тамыр  ептәрен табып, 2007 йылда гөрләтеп шәжәрә байрамдары үткәрҙе.
Илле йыллыҡ ижад ғүмере осоронда Я. Ҡолмой ниндәй генә жанрға тотонмаһын, барыһында ла үҙен оҫта ижадсы итеп танытты. Сатира һәм юмор өлкәһендә, мәҫәлән, мәҫәлсе итеп күрһәтте, тормош күренештәрен сағылдырған скетчтары, бер һәм ике шаршаулыҡ пьесалары һаҡланған. Шулай уҡ һуғыш, мөхәббәт һәм гражданлыҡ лирикаһына ҡараған шиғырҙары, бер нисә йөҙ йыры, очерктары, һүрәтләмәләре, ижади портреттары, иҫтәлектәре – барыһы ла яратып уҡыла. Ләкин, үкенесә ҡаршы, үҙ ваҡытында уларға тәнҡитселәр тарафынан баһа бирелмәгән. Киләсәктә шағирҙың бай әҙәби мираҫы үҙенең тикшеренеүселәрен табыр, тигән ыңғай ҡарашта ҡалайыҡ.
Я. Ҡолмой Ватан һәм халҡы алдында күрһәткән тырыш хеҙмәте өсөн 1979 йылда «Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре», 1988 йылда «Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре»  тигән маҡтаулы исемдәргә, Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһына лайыҡ булды. Ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем уның ҡулынан ҡәләме төшмәне, шағир һаулығының, йыл миҙгеленең, ваҡыттың, тормоштоң күңелле-күңелһеҙ,  һаулыҡҡа туймаған саҡтарында ла ижад итеүҙән туҡтаманы. Уның иң һуңғы ижади мираҫы – көндәлектәре – үҙе бер донъя, шағирҙың  был үҙенсәлекле  жанр өлкәһендәге табышын  киләсәктә айырым йыйынтыҡ итеп баҫтырып сығарыуҙы хәстәрләйем. Ул Я. Ҡолмой ғүмеренең һуңғы йылдарын, йәғни 1988 – 1993 йылдарҙы үҙ эсенә  ала.
Миләүшә Ҡолмөхәмәтова (”Ағиҙел” журналы).
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ