» » Ихлас ҡотлайбыҙ!

Ихлас ҡотлайбыҙ!

Опубликовано: 10-09-2018, 10:08 | Категория: Новости, Члены союза, Шиғри минуттар
 Ихлас ҡотлайбыҙ!
Бөгөн танылған шағирә, яҙыусы һәм журналист, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы Миләүшә Сәйғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова үҙенең күркәм юбилейын билдәләй! Ҡәләмдәшебеҙҙе ғүмер байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ! Йөҙөгөҙҙән ҡояш нуры китмәһен, күңелегеҙҙә йәй йылыһы йәшәһен, һәр иртәгеҙ бәхет-шатлыҡтар менән башланһын!

***

Мәғәнәһен эҙләп һәр бер көндөң,
Һәр бер төндөң йылылығын эҙләп,
Юҡ тимәйем, шөкөр әле, шөкөр,
Барыһы ла килә әҙләп-әҙләп.

Буш яғылмай миңә бер нәмә лә,
Яңылыштан килеп ҡапмай хатта.
Әгәр берәү, уға бары еңел
Бирелә лә тиһә, төптө хата.

Ике ҡулым минең, ике күҙем
Ҡурҡҡанда ла тотоп эшләй башлай.
Ҡәләм генә күтәрәлер, тимә,
Кәрәк саҡта улар һөңгө ташлай.

Ошо башым йоморо ғына ла ул,
Әсәйемдән күскән яҡты зиһен.
Кәрәк саҡта ул текелдәп тора,
Кәрәк саҡта, әйҙә, иҫәр тиһен.

Нисәнсе ҡат боҙло һыуға сумам,
Йә уттарға инәм өтөлә-өтөлә.
Һәм һаман да әле был тормоштан
Ниндәйҙер бер генә сер көтөлә.

Асыуым юҡ, үпкәм дә юҡ инде,
Үпкәләрҙе күптән “ашатҡандар”.
Уҡтары ла килеп етәлманы,
Яҙа китте, әллә аша атҡандар?

Йәлләтеүгә күнекмәгән был йән,
Йәлләүсегә микән юлыҡмағас.
Хәҙер нимә? Бешекмәгән саҡта
Йолор нәмәләрҙән йолоҡмағас...

...Шулай әле бына...
Шөкөр генә,
Ғүмер йылғаһында барам ағып.
Мәғәнәһен эҙләп һәр бер көндөң,
Һәр бер көнгә өмөт менән бағып.

***

Ер үҙе(ө)сөн талашҡандан
Көлөп ята, тей:
Йәнәһе лә, эй, мәхлүктәр,
Бүлә, һата, тей.

Күпме һуғыштар үтмәгән
Шул ерҙәр өсөн?
Донъя башынан яратҡан
Ул ирҙәр көсөн.

Ниндәй солтандар, хакимдар
Хужа булмаған?
Кем генәһен ошо ерҙә
Нужа быумаған?

Бары ла шул ер аҫтында
Туп(ы)раҡ хәҙер.
Бөгөн кемдәр шул ерҙәрҙе
Йоторға әҙер?

Йүгереп үтә алғанын
Һоғонһон әйҙә.
Һәм шул ерҙе һаҡлап ятһын
Бурҙайҙай бәйҙә.

Документтар менән ерҙе
Бүлгән булалар.
Ул ерҙәрҙә фабрикалар,
Ҡәлғә-буралар.

Ут күршеләр низағлашып
Тамғалар ҡата.
Унан шулар ике аршын
Ер биләп ята.

Ваҡыт иләгендә бары
Саң булып осор.
Әллә ҡағыҙҙа ла ҡалмаҫ
Был беҙҙең осор.

Минең ерем! Хужаһы мин!
Бүлә, һата, ти.
Ә Ер беҙҙән - иҫәрҙәрҙән,
Көлөп ята, ти.
***
Илап торған сентябрь,
Хистәренән ни табыр?
Хәл итәлһа йәш кенә лә,
Буҙлар инем йыш ҡына.

Көлөп торған сентябрь,
Ҡарашыңды ситкә бор.
Сыуағыңда ир(е)терһең дә,
Тағы бөрө тиртермен.

Һағышланған сентябрь,
Моң-зарлыраҡ итә бир.
Мөлдөрәмә тулайым да,
Йыр яҙырлыҡ булайым.
***
Былай алайыммы бынау көнө:
Йән иретер генә йылы сыуаҡ.
Ошо ғына ерҙе һайлар инек
Моғайын да, тейем, яңынан тыуһаҡ.

Ошо ғына ерҙе һайлар инем,
Ошо ғына яҙмыштары менән,
Ошо күргән һәм күрәһе менән,
Ошо ғына яҙ-ҡыштары менән.

Һайлар инем тағы һине генә,
Дөрләп кенә янып бөтөр өсөн.
Янып бөтөп ҡабат көлдән ҡалҡып,
Ҡалған ғүмер тағы көтөр өсөн.

Былай алайыммы бынау көнө!
Тәҡбир әйтеп киләм илһамланып.
Ҡабат тыуһам тап ошонда киләм,
Йөрөмәмен инде мин һайланып.
***
Тик һағыштан ғына тормай ҙа көҙ,
Күҙ сағылтыр уның буяуҙары.
Нигә эләгеп таралырға белмәй
Орлоҡтарҙың етеҙ, уяуҙары.

Ерҙән алып алма тешләниһәм,
Һуты ағып төшә эйәгемә.
Ҡайһындай ҙа муллыҡ менән килә
Йәй аҙағы тыуған төйәгемә.

Алма ямғырынан ҡасып торам,
Алмағастың олонона һеңеп.
Бал-шәкәр ҙә генә алма тәме,
Һарыр һағыштарҙы китте еңеп.

Миләүшә Ҡаһарманова.
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ