» » Айһылыу Йәғәфәрованың юбилейына арналған тантаналы кисә үтте

Айһылыу Йәғәфәрованың юбилейына арналған тантаналы кисә үтте

Опубликовано: 17-09-2018, 10:14 | Категория: Новости, Члены союза
Айһылыу Йәғәфәрованың юбилейына арналған тантаналы кисә үтте
Айһылыу Йәғәфәрованың юбилейына арналған тантаналы кисә үтте
Айһылыу Йәғәфәрованың юбилейына арналған тантаналы кисә үтте
Айһылыу Йәғәфәрованың юбилейына арналған тантаналы кисә үтте
Айһылыу Йәғәфәрованың юбилейына арналған тантаналы кисә үтте
Айһылыу Йәғәфәрованың юбилейына арналған тантаналы кисә үтте
Айһылыу Йәғәфәрованың юбилейына арналған тантаналы кисә үтте

Әбйәлил районында танылған яҙыусы, педагог, СССР-ҙың Яҙыусылар союзы ағзаһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ким Әхмәтйәнов һәм Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге премиялар лауреаты Айһылыу Йәғәфәрованың 70 йәшлек юбилейына арналған тантаналы кисә үтте. Унда Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Зәки Әлибаев, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире урынбаҫары Әхмәр Үтәбай, Әбйәлил районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Раян Фаттахов, билдәле шағирҙар Әхмәҙин Әфтәх (әйткәндәй, ул әҙибәнең класташы) менән Мәүлит Ямалетдин, “Ҡуңыр буға” ижади йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Мәүлит Кәримов, “Йәйғор” әҙәби берекмәһе ағзалары, урындағы хакимиәт вәкилдәре, юбилярҙың туғандары, дуҫтары, класташтары йыйылғайны. Бөтә ҡунаҡтар ҙа Айһылыу Шәйхетдин ҡыҙын ғүмер байрамы менән ихлас ҡотланы һәм иң йылы теләктәрен еткерҙе. Зәки Арыҫлан улы башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн әҙибәгә Башҡортостан Яҙыусылар союзының Почет грамотаһын һәм бүләген тапшырҙы.
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ