» » Шағирә һәм ғалимә Олеся Әхмәтрәхимованың яңы монографияһы донъя күрҙе!

Шағирә һәм ғалимә Олеся Әхмәтрәхимованың яңы монографияһы донъя күрҙе!

Опубликовано: 21-09-2018, 10:58 | Категория: Новости, Члены союза, Книжные новинки
Шағирә һәм ғалимә Олеся Әхмәтрәхимованың яңы монографияһы донъя күрҙе!
“Ғилем” нәшриәтендә шағирә, фольклорсы, әҙәбиәтсе, филология фәндәре кандидаты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы Олеся Әхмәтрәхимованың “Сравнительное изучение вариантов и литературных версий башкирского народного эпоса “Заятуляк и Хыухылу” тип исемләнгн монографияһы донъя күрҙе. Был хеҙмәттә иң боронғо башҡорт эпостарының береһе "Заятүләк менән Һыуһылыу"ҙың өс тиҫтәнән ашыу фольклор варианты һәм әҙәби версияһы анализлана. Улар араһында В.Даль, Р.Игнатьев, Л.Суходольский, Г.Потанин, С.Солтанов кеүек әҙиптәрҙең рус телендә донъя күргән яҙмалары бар. Айырым бүлектә Ә.Хәким, С.Сурина, Т.Ғәниева, Ф.Туғыҙбаеваларҙың әҫәрҙәрендә "Заятүләк менән Һыуһылыу" эпосының ҡулланылыу кимәле тикшерелә. Монографияла халыҡ ижады ҡомартҡыһының бөгөнгө торошо, унда данланған географик объекттар (Асылыкүл, Балҡантау һ.б.) хаҡында ла төплө мәғлүмәттәр килтерелә. Башҡорт филологияһында "Заятүләк менән Һыуһылыу" эпосын өйрәнеүгә йүнәлтелгән тәүге махсус монографик хеҙмәт.
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ