» » Бөгөн танылған башҡорт шағиры Муса Ғәлиҙең тыуыуына – 95 йыл!

Бөгөн танылған башҡорт шағиры Муса Ғәлиҙең тыуыуына – 95 йыл!

Опубликовано: 15-10-2018, 09:55 | Категория: Новости, Члены союза, В СМИ
Бөгөн танылған башҡорт шағиры Муса Ғәлиҙең тыуыуына – 95 йыл!
Бөгөн танылған башҡорт шағиры, драматург һәм тәржемәсе, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 1956 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, РСФСР ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, II дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Халыҡтар Дуҫлығы ордендары кавалеры Муса Ғәлиҙең (ысын исеме — Ғабдрахман Ғәли улы Ғәлиев) тыуыуына – 95 йыл!

Тормош юлы
Ғабдрахман Ғәли улы Ғәлиев 1923 йылдың 15 октябрендә Башҡорт АССР-ы Өфө кантоны Иҫке Муса ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Атаһынан бик йәшләй етем ҡала. Олатаһы йортонда тәрбиәләнеп үҫә. Ете йыллыҡ мәктәптән һуң, бер йыл Өфөлә, медицина училищеһында уҡый. 1939-1942 йылдарҙа Дәүләкән башҡорт педагогия училищеһында уҡый. 1942 йылдың мартында Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. 1943 йылдың көҙөнән Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында фашистарға ҡаршы һуғышта, Днепрҙы кисеүҙә, Украинаны һәм Белоруссияны азат итеүҙә ҡатнаша. Ҡаты яраланғандан һуң госпиталдә ята, һауыҡҡас, 1946 йылға тиклем хәрби хеҙмәтте дауам итә. Яуҙарҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн II дәрәжә Ватан һуғышы ордены[2] һәм «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. Демобилизацияланғандан һуң Шишмә районының Сыуалҡип ете йыллыҡ мәктәбендә бер нисә йыл уҡытыусы һәм завуч булып эшләй. 1948—1952 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт бүлегендә уҡый. 1952—1959 йылдарҙа шағир «Пионер» журналы редакцияһында әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире вазифаһын башҡара. Һуңыраҡ —Башҡортостан Яҙыусылар союзында әҙәби косультант булып эшләй. 1963—1965 йылдарҙа Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстарҙа белем ала. Үҙенең күп яҡлы ижадын шағир һәр саҡ йәмәғәт эше менән әүҙем берләштерә. Оҙаҡ йылдар Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы, «Ағиҙел» һәм «Уральсий следопыт» журналдары мөхәрририәттәре, РСФСР Яҙыусылар союзының художестволы тәржемә буйынса комиссияһы, СССР Яҙыусылар союзының әзербайжан әҙәбиәте буйынса комиссияһы ағзаһы була. Муса Ғәли йәш әҙәбиәтселәрҙе тәрбиәләү буйынса әүҙем эш алып бара. Күп илдәрҙә башҡорт әҙәбиәтен лайыҡлы күрһәтә.
Шағирҙың тәүге шиғырҙары 1940 йылда «Йәш төҙөүсе» һәм Дәүләкәндәге «Колхозсы» район гәзитендә баҫылып сыға. Беренсе китабы «Яҡты көн» тип атала һәм 1953 йылда донъя күрә. Үҙенең 40-ҡа яҡын йыйынтығы, шул иҫәптән Мәскәүҙә сыҡҡан 15 китабы менән шағир бөтә Союз укыусылары араһында танылыу тапты. Быларға өҫтәп уның үзбәк, украин һәм татар телдәрендә сыҡҡан китаптарын да әйтеп була. Муса Ғәли тәржемә өлкәһендә әүҙем эшләй. Уның А. С. Пушкиндың «Царское село иҫтәлектәре», В. Шекспирҙың «Макбет», үзбәк яҙыусыһы Әсхәт Мохтарҙың «Ҡарағалпаҡ ҡиссаһы» тигән тәржемәләре китап уҡыусыларға яҡшы таныш.
Шағир бер үк ваҡытта балалар өсөн дә поэма һәм шиғырҙар ижад итә, башҡорт балалар шиғриәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индерә.
Муса Ғәли күп шаршаулы ике драма әҫәре яҙҙы. Улар Сибай дәүләт башҡорт театрында ҡуйылды. «Тауҙар төш күрә», «Аҙымдар» повестарын ижад итте. Публицист һәм талапсан әҙәби тәнҡитсе булараҡ та матбуғатта әүҙем сығыш яһаны. Ул башҡорт публицистикаһында юлъяҙма жанрын үҫтереүгә һиҙелерлек өлөш индерҙе. Әҙәби-тәнҡит мәҡәләләре, ижади портреттары «Гөлдәр һәм йондоҙҙар» тигән китабына тупланып донъя күрҙе.

Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары:
• Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1979)
• РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1982)
• 2 се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
• Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1973)
• «Халыҡтар Дуҫлығы» ордены (1993)

Китаптары:
• Яҡты көн. Шиғырҙар һәм поэма. Өфө. 1953.
• Юл башы. Балалар өсөн шиғырҙар. Өфө. 1954.
• Тыуған яҡтарым. Шиғырҙар һәм поэма. Өфө. 1957.
• Суҡлы йүгән. Хикәйәләр. Өфө. 1959.
• Диңгеҙҙәр аша һөйләшеү. Өфө. Шиғырҙар һәм поэмалар. Өфө. Өфө. 1960.
• Песня Агидели. Стихи и поэма. Уфа. 1961.
• Көнсығыш хаҡында ике йыр. Шиғырҙар һәм поэма. Өфө. 1962.
• Торналар киткәндә. Шиғырҙар. Өфө. 1963.
• Июнь кистәре. Шиғырҙар һәм поэма. Өфө. 1964.
• Солнце и слезы. Стихи и поэма. Москва. «Сов. аисатель». 1965.
• Песня Агидели. Поэма. Москва. «Сов. Россия». 1965.
• Росинка. Стихи для детей. Москва. «Малыш», 1966.
• Разговор через моря. Уфа. 1966.
• Ай йылмая. Балалар өсөн шиғырҙар һәм поэма. Өфө. 1966.
• Ер йоҡламай. Балалар өсөн шиғырҙар һәм поэма. Өфө. 1969.
• Песня Агидели. Поэма. Уфа. 1969.
• Корни дуба. Стихи. Уфа.1966.
• Вишневые сережки. Стихи. Москва. «Малыш». 1970.
• Сердце весны. Стихи и поэма. Москва. «Сов. Россия». 1971.
• Көмөш йондоҙҙар. Шиғырҙар һәм поэмалар. Өфө. 1971.
• Аҡ ямғыр. Балалар өсөн шиғырҙар. Өфө. 1972.
• Стихи. Москва. «Молодая гвардия». 1972.
• Кто разбудил меня. Стихи. Москва. «Малыш». 1972.
• Куртак. Шиғырҙар һәм поэмалар (үзбәк телендә). Ташкент. 1973.
• Һайланма әҫәрҙәр. 1-се том. Шиғырҙар. Өфө. 1973.
• Һайланма әҫәрҙәр. 2-се том. Поэмалар. Өфө. 1973.
• Тростниковая флейта. Стихи и поэма. Москва. «Сов. писатель» 1947.
• День медового дождя. Стихи и поэма. Москва. «Современник». 1974.
• Белый дождь. Стихи. «Малыш». 1974.
• Росинка. Стихи для детей на укр. яз. Киев. «Веселка», 1975.
• Тамсы шатлығы. Шиғырҙар һәм поэма. Өфө. 1975.
• Звезда надежды. Стихи и поэма. Уфа. 1977.
• Липы цветут. Стихи. Москва. «Детская литература». 1978.
• Ҡыҙыл үләндәр. Шиғырҙар. Өфө. 1979.
• Тропинка памяти. Стихи и поэмы. Москва. «Современник». 1980.
• Гөлдәр һәм йондоҙҙар. Мәҡәләләр. Ижади портреттар. Өфө. 1981.
• Йәшенле офоҡтар. Шиғырҙар, поэмалар. Өфө. 1983.
• Едем, едем к бабушке. Стихи. Москва. «Малыш». 1981.
• Обращение к роднику. Стихи и поэмы. Москва. «Худ. лит-ра». 1981.
• Багряные травы. Стихи и ппоэма. Москва. «Сов. писатель». 1983.
• Язык любви. Стихи и поэма. Москва. «Сов. Россия». 1984.
• Ҡояшлы шишмә. Балалар өсөн шиғырҙар һәм поэмалар. Өфө. 1987.
• Тауҙар төш күрә. Повесть, юлъяҙмалар. Өфө. 1995.
• Атылған йондоҙҙар. Ҡазан. 1997.
• Көҙгө усаҡтар. Шиғырҙар һәм поэмалар. Өфө. 1998.
• Аҙымдар. Повестар, комедия, юлъяҙмалар. Өфө. 2002.

«Иң тәүҙә Муса Ғәлиҙең кешелек сифаттарын күҙ алдына килтерергә тырышам. Баҡһаң, ярайһы уҡ ауыр эш икән был. Инсандың һәр ҡайһыһы йомаҡ. Ә ысын шағир бер-ике һүҙ менән генә баһалар зат түгел инде ул. Миңә Муса Ғәлиҙең төрлө ваҡыттарын күҙәтергә тура килгәне бар. Бәләкәс кенә ҡыуаныстан да атҡа менгәндәй һөйөнгән, тиреһе ҡалын кеше ҡул һелтәп уҙырҙай үткенсе күңелһеҙлектән донъяһы емерелгән һымаҡ көйөнгән саҡтарын, илһамланып йырлаған, йыр йә Ҡөрьән сүрәләре уҡыған, телмәр тотҡан мәлдәрен... Бер ҡараһаң, ул көләс йөҙлө, йор һүҙле егет ҡиәфәтендә. Ауырыу-сырхауҙары онотолған, иңбашына аҫыл ҡош ҡунған. Икенсе күргәнеңдә, күҙҙәрендә тәрән эске һыҙланыу, бар булмышында үшәнлек, төшөнкөлөк ишараһы. Ләкин күп тә үтмәй, ул баҫымсыҡ тәбиғәтле, олпат уҙаман, ихлас әңгәмәләш. Икеләнмәйенсә әйтә алам: Муса Ғәли - беҙҙең иң уҡымышлы». Әхиәр Хәким.

Илһамлы йырҙай ижад

Таңғы һил иртәләрҙә, йә йондоҙҙар һибелгән аяҙ төндәрҙә Кеше тын ҡалып, сихри тынлыҡҡа таң ҡалып, Йыһан ауаздарын тыңлай, Илаһи заттан ниндәйҙер ым-ишара йәки яуап көткәндәй уйланып тора. Бер мәл, Кеше йырлай йә һамаҡлай башлағас инде, Донъя үҙе, таң ҡалған шикелле, Кеше тауышына ҡолаҡ һала, уның һәр бер өнөн-һүҙен тын ғына ҡабул итә. Һүҙ Йыһан киңлегендә тирбәлә. Йондоҙҙарға ҡағылып, уларҙы сыңлата. Ерҙәге ысыҡтарҙы һирпелдереп, үләндәрҙе илата… О, һүҙ ҡөҙрәте! Әй, һүҙ ҡәҙере!..
Донъя. Кеше. Һүҙ. Ошо мәңгелек төшөнсәләр бейеклегенән һәм берлегенән ҡарағанда, күренекле башҡорт шағиры Муса Ғәлиҙең ижады үҙенең танылыу даирәһе менән дә, поэтик тәрәнлеге менән дә ысын классика өлгөһө булырлыҡ кимәлде тота. Донъя менән Кеше араһында әлеге Һүҙ ғәли йәнәптәре – уларҙы тоташтырыусы, берләштереүсе һәм йәшәү мәғәнәһен тултырғандай, асыл донъя барлығын йәмләгәндәй ҡөҙрәтле көс.
Илебеҙ өсөн тарихи һынау булған 1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышының үлемесле ғәрәсәттәрен үтеп ҡайтҡан легендар фронтовик шағирҙар һәм яҙыусылар быуынын күреү, улар менән яҡындан аралашыу бәхете тейҙе беҙгә – һуғыш осоронда тыуғандарға, һалдат балаларына. Әҫәрҙәре ХХ быуаттағы башҡорт әҙәбиәтенең классикаһын тәшкил иткән Назар Нәжми, Яҡуп Ҡолмой, Ҡадир Даян, Хәниф Кәрим, Ибраһим Ғиззәтуллин, Мостай Кәрим, Ғәли Ибраһимов, Хәким Ғиләжев, Ғилемдар Рамазанов, Шәриф Бикҡолдар быуыны вәкилдәренең береһе ул Муса Ғәли (Ғабдрахман Ғәли улы Ғәлиев, 1923–2004 йылдар). Ошо легендар быуындағы Хәким Ғиләжев, Ғилемдар Рамазанов, Муса Ғәли һәм Шәриф Бикҡол – дүрт яугир-әҙип, Дәүләкән педагогия училищеһын тамамлап, имен хеҙмәт юлына аяҡ баҫҡас ҡына, ерҙе ауыр туптар гөрһөлдәүе тетрәтә. Улар, ун һигеҙ – ун туғыҙ ғына йәшлек егеттәр, бер төптән күтәрелеп, һалдат гимнастеркалары кейеп, билгә һары ҡайыш быуып, ҡулға ҡорал алып, дошманға ҡаршы аяуһыҙ алышҡа ташланалар:
Мин түгелме, Ер яҙмышын йөкмәп,
Күҙ ҙә йоммай утҡа кереүсе,
Үләндәргә итек эҙе һалып,
Ялҡындарға ҡарай елеүсе
Мин түгелме?..
Ил янғанын күргән минең йөрәк
Тынмаҫ булып инде гел яна.
Яу юлдары кисеп, шуны белдем:
Ил янмаһын өсөн ир яна!
(“Ҡыҙыл үләндәр”, 1978).
Дүртеһе лә ҡаты яралар менән тыуған илгә – һөйөклө Башҡортостанға әйләнеп ҡайта. Һәм тағы ла хеҙмәт – был юлы әҙәбиәт фронтында һүҙ сәнғәтенә хеҙмәт – башлана. Быныһы инде оҙайлы хеҙмәт – срокһыҙ, алһыҙ-ялһыҙ, ғүмерлеккә ижад утында яныу...
Дүрт яугир-әҙип халҡыбыҙҙың күренекле шәхестәре булып етеште, арымай-талмай әҙәбиәт йөгөн тартты. Дүртеһенең дә башҡорт әҙәбиәтен яңы бейеклектәргә күтәреүҙә дөйөм уңыштары булған кеүек, һәр береһенең тик үҙҙәренә генә хас, айырым-айырым үҙенсәлекле ижадтары, ҡабатланмаҫ моң-аһәңле шиғриәттәре күңелдәрҙе тарта һаман да.
Дүртеһен дә берләштергән йәнә бер уртаҡ һыҙат хаҡында ла әйтмәү мөмкин түгел. Ул – әҙәби алмаш тәрбиәләүгә талымһыҙ хеҙмәт итеү. Аллаһ Тәғәлә биргән талант-ҡеүәңде йәш ҡәләмдәштәрең менән ихлас бүлешеү. Нисәмә йыл инде башҡорт әҙәбиәтенә тулҡын-тулҡын булып килгән йәштәр ошо ижади мөхиттә Муса Ғәлиҙең йылы ҡарашын, атайҙарса иғтибарын тойоп, ипле һүҙен, тәғәйен кәңәштәрен ишетеп йәшәй. Һәм һәр яңы быуын үҙенә олпат шағирҙы үҙенсә аса, яңыса ҡабул итә, күңел йылыһын ала. Инде ул әҙәби быуындар, үҫә-үҫә килә, үҙҙәре лә олоғая, ә әҙип шул килеш – тәүге олпатлығында ҡала килә, ҡартаймай ҙа, ижад ҡуры кәмемәй ҙә, талант уты ла һүрелмәй.
Уның ярайһы уҡ оҙайлы әүҙем ижад ғүмере эсендә, әгәр иҫәпләп ҡараһаң, оло әҙип йәштәрҙең күпме тәүге ҡулъяҙмаларын уҡыған, кәңәштәр күндергән, фатиха биргән. Йөҙҙән ашып китәлер, кәм тигәндә. Ә бит һәр бер ҡулъяҙма артында шағир яҙмышы тора: хуплайһыңмы һин уны ижад юлына, әллә сыбыҡлайһыңмы...
Ғөмүмән, ХХ быуаттың 60-сы йылдарынан йәш яҙыусылар менән эшләгән Муса ағай йәштәргә бер ваҡытта ла ҡаты бәрелмәне, ҡаты бәғерлелек күрһәтмәне. Әммә был йомшаҡлыҡты, объектив булмауҙы аңлатмай. Ҡулъяҙмаларға ҡарата ул тейешенсә ғәҙел, хаҡ баһалы булды. Әммә етешһеҙлекте, йәш ҡәләмдәшенең яҙыуҙағы кәмселектәрен ул бик һаҡ, ипле генә төҙәтер, йә уйынсалап, йә кинәйәләп еткерер. Йәш авторға бындай мөғәмәлә – күңелгә майҙай. Ошондай мөнәсәбәттән һуң ул оло әҙипкә магнитҡа тартылғандай тартыла, йылыға яҡынлағандай ылыға башлай.
Бына ни өсөн Муса ағайҙың йәш дуҫтары, кесе ҡәләмдәштәре күп булды. Һәр береһенә, тиерлек, ул гәзит-журналдарҙа мәҡәләләр яҙҙы, яңы китаптарына баһаламалар баҫтырҙы.
Муса Ғәли байтаҡ йылдар Башҡортостан Яҙыусылар союзының шиғриәт секцияһына етәкселек итте. Башҡорт шиғриәтенең үҫеш тенденцияларын байҡап, 1970–1980 йылдарҙа ижади йыл йомғаҡтарына арналған докладтар яһаны. Уның доклад һәм сығыштары, ғәҙәттә, теоретик юғарылыҡ, дәлилдәр төплөлөгө менән айырылып торҙо. Башҡорт шиғриәтенә генә хас милли колоритты күреү, милли образдарҙы тотоп алыу һәләте менән ул – үҙенең поэтик кимәлен, донъя шиғриәте талаптарынан сығып фекер йөрөтөүе менән үҙенең киң эрудицияһын да танытты. Муса ағайҙың йәштәргә туранан-тура ярҙамы, ижади йоғонтоһо дөйөм әҙәби процесҡа, әҙәбиәт үҫешенә һис шикһеҙ ыңғай тәьҫир яһаны. Йәш әҙиптәрҙе ана шулай быуын-быуын үҫтереү, даими хәстәрлек күрһәтеү әҙәбиәттә Муса Ғәлиҙең ижад мәктәбен булдырҙы тиһәк, һис тә арттырыу булмаҫ. Һирәктәр өлөшөнә төшә бындай бәхет.
Муса Ғәли – бик үҙенсәлекле тыуған яҡ йырсыһы ла. Уның шиғриәте ҡулына ҡорал тотоп һаҡлаған ғәзиз тыуған еренә, мәғрур Уралыбыҙға сикһеҙ мөхәббәт менән һуғарылған, сал ҡылғанлы далаларға һәм сая бөркөттәр төйәкләр ҡыраз тауҙарға ҡайнар хис-тойғо менән туҡылған.
Күп илдәр күреп, сит ерҙәрҙе гиҙеп ҡайтҡандан былайыраҡ, тыуған ер өсөн ҡан түгеп, яу юлдары үтеп ҡайтҡан өсөн дә фронтовик шағирға ер-һыу, атайсалы айырыуса ҡәҙерле, ғәзиздәрҙән-ғәзиз: Томан япҡан йәшел ҡырҙар, Һеҙҙән башҡа юҡ һулышым. Биш диңгеҙең кәрәк түгел, Димгенәм аҡһа тулышып. Бирмәҫ миңә ҡурай моңон Тик кистә тулҡын ҡағышы, Алыштырмаҫ йәш кипарис Өршәктең йырсы ҡамышын… Аяҡ баҫһам шунда ҡайтып, Үләндәр ҙә бәрхәт миңә. Бер ташына башым ҡуйып, Ял итһәм дә – бәхет миңә” (“Уралды һағыныу”. 1967).
Тыуған яғыңа булған уллыҡ бурысы – һәр кемдең ғүмер юлында һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә торған изге тойғо. Был тойғо Муса Ғәлиҙең поэтик ижадында гел генә үҙәк мотивтарҙың берәгәйлеһе булып барҙы, улар асылда шағирҙың төп әҫәрҙәр теҙмәһен тәшкил итте.
Мин әкиәт кеүек күреп бағам
Үҙ еремдең зәңгәр төҫөнә.
Париждарҙан урап ҡайтһам да, мин
Иҫерәмен арыш еҫенә... –
тип яҙҙы Муса Ғәли, тыуған ер ҡәҙерен изге анттай йөрәк түрендә йөрөткән кеше булараҡ, 1975 йылда үҙенең «Тыуған яҡта» шиғырында.
Тыуған яғы Шишмә яҡтарында Муса Ғәлиҙең Аҡ шишмәһе бар. Шағирҙың күркәм юбилей байрамдарының ошо сихри, нурлы, йырлы Аҡ шишмә буйҙарында үткәненә шаһит булғаным бар. Ул инеште халыҡ «Муса шишмәһе» тип тә йөрөтә.
Әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы Муса Ғәли шишмәләре иһә – оло әҙәбиәт Иҙеленә килеп ҡойған мул һыулы һалҡын шишмәләрҙең моңлоһо ла, йоро ла, тынмаҫы ла, ҡоромаҫы ла.
Шишмәләр иле – Башҡортостан һәм уның әҙәбиәтенә аяҡ баҫҡан күп кенә йәш ҡәләмдәштәремде мин моңло Муса Ғәли шишмәһенән көс-ҡеүәт алып урғылған, илһам һәм дәрт татып яҡтыға атлыҡҡан яңы шишмәләргә лә оҡшатам.
Йылдар һәм ижад. Ғүмер һәм әҙәбиәт. Былар Муса ағай өсөн айырылғыһыҙ төшөнсәгә, бер бөтөнгә әйләнгәйнеләр. Шиғырҙар, поэмалар, повестар, пьесалар, тәнҡит мәҡәләләре, хәтирәләр, юл яҙмалары... Тынғыһыҙ әҙәби эшмәкәрлек, эҙләнеү һәм талапсанлыҡ, эскерһеҙлек һәм тоғролоҡ – Муса Ғәли шәхесен ҡылыҡһырлар төп сифаттар.
Уҙған быуаттың 80-се йылдарында Мостай Кәрим, Рәсүл Ғамзатов, Сибғәт Хәким, Яков Ухсай, Назар Нәжми, Давид Кугультиновтар рәтендә Муса Ғәли шиғриәте лә Рәсәй милли әҙәбиәттәре күгендә сағыу йондоҙ булып балҡыны. Һәм ул үҙенең ил алдындағы бай поэтик ижады менән дә, тынғыһыҙ әҙәби-ижтимағи эшмәкәрлеге менән дә быға тулыһынса лайыҡлы йәшәне. Муса Ғәли башҡорт әҙәбиәтенең иң сағыу таланттарының береһе булды. Ижадын халҡының күңел даръялары сайҡалыуын һәм сайпылыуын йырлауға бағышланы, башҡорт әҙәбиәтенә хеҙмәт итеүгә бар ғүмерен арнаны.

* * *
Уҙған быуаттың 60–70-се йылдарынан алып бөгөнгәсә, йәғни XXI быуаттың беренсе тиҫтәһенә ҡәҙәр, әҙәбиәткә килгән һәм унда әүҙем ижад иткән яҙыусылар арҙаҡлы шағир Муса Ғәлиҙең башҡорт әҙәбиәтендә, тимәк, рухи донъябыҙҙа, илле йылдан ашыу ваҡыт һуҙымында уның һәр дәүер булғанлығын тойоп, уға күнегеп китеп, исемен телдән төшөргәне булмағандыр. Бының башҡаса булыуы мөмкин дә түгел. Сағыштырып ҡарау өсөн генә әйткәндә лә, бөгөн әҙәбиәтебеҙҙең аҡһаҡалдары һаналыр, йәштәре етмеш бишкә еткән Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Рауил Бикбаев, Тимер Йосопов һәм шағир Ирек Кинйәбулатовтар оло әҙәбиәткә яңы аяҡ баҫҡанда (1957–1960) фронтовик Муса Ғәли – инде өс китап авторы, билдәле шағир, шиғриәт секцияһының әүҙем ағзаһы, Яҙыусылар союзының әҙәби консультанты була...
Ана шул осорҙан башлап, ғүмеренең ахырына тиклем Муса Ғәли әҙәби мөхиттә ҡайнап йәшәне, әллә нисә быуын йәш ҡәләмдәшенә ярҙам итте, башҡорт әҙәбиәтен туғандаш халыҡтарға ғына түгел, ә Бөтә Союз уҡыусыһына еткереүҙә, шиғри һүҙҙең бәҫен, шиғриәттең замандар үткәндә лә һулыу белмәҫ аһәңен күтәреүҙә иң әүҙем әҙиптәр рәтендә барҙы, күп һанда шиғырҙар, егермеләгән поэма ижад итте, иллегә яҡын китап баҫтырып сығарҙы.
Муса Ғәлиҙең башҡорт шиғриәтен үҫтереүҙәге хеҙмәттәрен, ижади ҡаһарманлығын Хөкүмәтебеҙ юғары баһаланы: ул Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Халыҡтар дуҫлығы ордендары менән бүләкләнде, “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды.
Бар ғүмерен ул тотошлайы менән ижадҡа бағышланы: республикалағы әҙәби мөхиттә ҡайнау, алмаш үҫтереү, башҡорт китабына инанғанлыҡ тәрбиәләү, шиғриәттең сафлығын хәстәрләү кеүек юғары зауыҡ, интеллектуаль кимәл, тәрән белем, ғилми фекерләү талап иткән бихисап эштәргә күндәм егелде. "Муса Ғәли һәр көн әҙәбиәтте хәстәрләп, шуның рухы менән янып йәшәне. Ижад уның өсөн эш араһындағы кәсеп түгел, ғүмерең буйы уға табынып, ғүмерең буйы уға хеҙмәт итә торған изгеләрҙән-изге бөйөклөк булды. Шуға ла шағир ошо ижад донъяһындағы һәр уңышҡа ихлас ҡыуанды, ундағы һәр етешһеҙлеккә көйөндө", – тип оло ҡәләмдәшебеҙҙең фиҙакәр булмышын баһалаған Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев хаҡлы.
Тап бына ошо сабыр холҡона, кешеләр менән ипле мөғәмәлә итеүенә, яғымлылығына күрәлер ҙә уның үҙебеҙҙә лә, Башҡортостандан ситтә лә дуҫтары күп булды. Туғандаш халыҡтар әҙәбиәтен башҡорт уҡыусыһына яҡынайтыр өсөн дә күп эшләне ул: ҡаҙаҡ, үзбәк, украин, яҡут, монгол, словак, немец, француз әҙиптәре әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә итте, был илдәр һәм халыҡтар тормошо, рухи донъяһы тураһында шиғырҙар, сәйәхәтнамәләр яҙҙы. Киң илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә әҙәбиәт байрамдарында осрашҡан, танышҡан дуҫтары менән даими бәйләнештә булды. Тажик шағиры Мөьмин Каноат, ҡырғыҙ Сыңғыҙ Айытматов, әрмән Геворг Эмин, үзбәк яҙыусыһы Әсхәт Мохтар, Балтик буйы илдәре әҙиптәре Эдуардас Межелайтис, Юстинас Марцинкявичус һәм башҡа тағы әллә күпме таныш-белештәре хаҡында һөйләр, яҙыр ине. Ошо яҡын ҡәләмдәштәре араһынан ул күренекле үзбәк яҙыусыһы (сығышы менән – татар) Әсхәт Мохтарға айырыуса бер йылылыҡ, туғанлыҡ тойғолары һаҡланы. "Ғәзиз дуҫым! Тере күҙ ҡарашың һаман изгелектәр теләй миңә. "Дуҫлыҡ" тигән алтын манаралы пак бер донъя ҡалды һинән миңә..." тип яҙҙы М. Ғәли үҙенең йән дуҫына арналған "Әсхәт Мохтарҙы һағыныу" шиғырында. Мәшһүр Әсхәт-аға ла дуҫлыҡ мөнәсәбәттәрендә яуапһыҙ булманы: Муса Ғәли шиғриәте хаҡында бик матур, юғары кимәлдәге "Курай, тростниковая флейта..." тигән мәҡәләһен яҙҙы.
Ун һигеҙ йәшенән үк ғәрәсәтле һуғыш, ҡәһәрле яу юлдарын үткәнгәлер ҙә, шағир Муса Ғәли үтә нескә күңелле, тиҙ генә "яраланып" барыусан характерлы шәхес булды. Әммә "яраланыу"ҙарын күрһәтергә тырышманы, эскә йотто, алыҫ йәшерҙе.
Халҡыбыҙ күңеленә, еребеҙгә һәм һалдат тәненә һалған һуғыш яраларын шағир үҙенең бик күп шиғырҙарында һәм поэмаларында тәрән фекерҙәр, тапҡыр образдар аша һүрәтләп бирҙе. Ә “Ҡыҙыл үләндәр” поэмаһында иһә (1978) фронттың утлы ҡулсаларын үткән яугир шағирҙың был кисерештәр гаммаһы үҙенең кульминацияһына күтәрелә. Әле үҫмер сағында ауылда синфи көрәш ҡыҙғанда, ауыл байы Әхмәр ҡулынан һәләк булған ауылдашы Байрас-большевиктың ҡаны һарҡыған ҡыҙыл үләндәрҙе күреп тетрәнгән, аҙаҡ инде, үҙе һалдат шинеле кейгәс, яу яланында күпме ҡоралдашының ҡаны ҡыҙартҡан арыш баҫыуҙарының, туғайҙарҙың һәм ҡырҙарҙың тере шаһиты булған башҡорт егете Шоңҡарҙың үҙенә лә ут һыҙығында үләндәрҙе ҡайнар ҡаны менән ҡыҙартырға тура килә:
“…Кемдәр ятмай йәшел был туғайҙа?! Егеттәре кем һуң – имәндәр. /Хозур туғай, ник үҫтерҙең былай /Ҡыҙыл, ҡыҙыл, ҡыҙыл үләндәр?!/ Шыуа Шоңҡар, үҙ яраһы уның/ Үләндәрҙе бара ҡыҙартып./ Йәшәтәсәк уны был ҡыҙыллыҡ,/ Йоҡоларҙан ғүмер уятып”.
Сығырмы бер һалдат хәтеренән
Һуғыш туҡып йәйгән келәмдәр?
Ер ораны булып, йылдар аша
Ҡысҡырасаҡ ошо үләндәр,
ҡыҙыл үләндәр!
Сығырмы был һалдат хәтеренән?!
(“Ҡыҙыл үләндәр”).
Шуныһы мәғлүм, яугир Муса Ғәли кисергәндәрҙе бик күптәр (минең, һинең атайҙарың йәки кемдәрҙеңдер олатайҙары!) кисергән тәҡдирҙә лә, ошондай һүҙ сәнғәте ҡаҙанышында һәм хәтерҙә ҡалырлыҡ шиғри юлдарҙа мәңгеләштереү һәр кем өлөшөнә төшмәй. Был тәңгәлдә Муса Ғәли шиғриәтенең ифрат үҙенсәлекле, бәхәсһеҙ юғары кимәлдә булыуын танып, уға һоҡланырға ғына ҡала.
Ҡағылып-һуғылып байтаҡ оҙон ғүмер йәшәгән, тормош тәжрибәһе туплаған шағир аҙаҡҡаса сабыйҙарса бер ҡатлылыҡ менән донъяға баҡты, дуҫтарына тоғро булды.
... Ғүмер баҡый дуҫ йылыһын тойҙом,
Ят күрмәне мине белгәндәр.
Бөгөн усаҡ яҡтым.
Көҙгө усаҡ
Йөрәгемә ҡандар һауҙыра.
Гүйә, шулай, йәшәлеп тә бөткән
Көндәремде йыйып яндырам... –
тип яҙҙы Муса Ғәли үҙенең тәрән фәлсәфәүи уйланыуҙарға ҡоролған "Көҙгө усаҡ" (1998) шиғырында. Һәр кешенең бер ваҡыт үҙенең көҙгө усағын яғыр мәле етә. Был шиғыр уҡыусыны битараф ҡалдырмай, тормош асылы, йәшәйеш мәғәнәһе хаҡында иҫкәртә, уйландыра.
Күренекле шағир-философ, шағир-лирик булараҡ та, әҙип, тәнҡитсе, балалар шағиры булараҡ та, Муса Ғәли башҡорт әҙәбиәтен байытыуҙа, әҙәби мөхитен йәнләндереүҙә яҡты эҙ ҡалдырҙы. Уға ҡарата оло ихтирам уның замандаштары һәм алдағы дәүерҙәрҙә уны яңыса асасаҡ уҡыусылары күңелендә көн яҡтыһы булып, диңгеҙ тамсыһында сағылған ҡояш булып, урман аҡланында дөрләгән көҙгө усаҡ ялҡыны булып оҙаҡ һаҡланыр.

* * *
Муса Ғәлиҙең үҙе иҫән сағында яҙылған һәм бөгөн инде әҙәби мираҫҡа әйләнгән яҙмаларының бер аҙы “Ваҡыт ҡанаттары – шиғриәттә” тигән публицистик китабында (Өфө, “Китап”, 2008) донъя күрҙе. Уларҙы төрлө гәзит-журналдарҙан йыйып туплау, тәртипкә килтереү һәм нәшриәткә әҙерләү эшен Муса ағайҙың тормош иптәше Рәйлә ханым башҡарып сыҡты.
Ғүмерен әҙәби ижадҡа арнаған оло әҙиптең был китабы тап шағирҙың үҙендәге сифаттарға эйә: ундағы һәр мәҡәлә, ҡәләмдәш хаҡындағы һүҙ, әҙәби ижадҡа ҡағылған фекер төплө уйланылған, ихлас теләккә төрөлөп, итәғәтлелек менән әйтеп бирелгән. Уларҙа Муса Ғәлигә хас интеллектуаль юғарылыҡ, уҡымышлылыҡ, ҡәләмдәштәре ижадында һәр кисерелгән-тойолған образды фәлсәфә кимәленә күтәреп, тәфсирләп тасуирлау алымы сағыла.
Муса ағайҙың үтә илгәҙәк кеше булыуын тойопмо, әллә унда ижади фекерҙәшлек табыпмы, ҡатын-ҡыҙ шағирәләр уны айырыуса яҡын күрҙе. Кәтибә Кинйәбулатова, Фәүзиә Рәхимғолова, Әнисә Таһирова, Факиһа Туғыҙбаева, Тамара Ғәниева, Гөлнур Яҡупова, Йомабикә Ильясова, Тамара Искәндәриә, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Гөлназ Ҡотоева һәм башҡалар ижадына йәки яңы сыҡҡан китаптарына хаҡлы баһа биреп, тос-тос мәҡәләләр яҙып сыҡҡайны ул. “Ваҡыт ҡанаттары – шиғриәттә” тигән китабында инде танылған ҡәләм оҫталары булып үҫеп еткән ошо хөрмәтле әҙибәләр хаҡында Муса Ғәлиҙең арҙаҡлы һүҙе бик урынлы яңғырай. Бөгөн был шағирәләр – шиғриәтебеҙҙең йөҙөк ҡашы. Ә бит Муса Ғәли ваҡытында шуны күрә белде, тейешле һүҙҙе үҙ мәлендә әйтте, йәмәғәтселек фекере уятты.
Муса ағай тормошто бик яратты, ҡайнап йәшәне, ижадта быҫҡып ҡына яныуҙы, өйҙә бәҫәреп ятыуҙы яратманы. Шағирға юлдарға, дөрөҫөрәге, сәйәхәттәргә, айырыуса үҙенсәлекле, башҡаларҙан айырылыбыраҡ торған мөнәсәбәт. Юлдарға ул йырсы күҙлегенән ҡарай. Юлдарҙың мотлаҡ йырҙар бүләк итәсәгенә ул инде инанған. Шуғалыр ҙа шағир ижады шау осрашыу шатлығынан һәм айырылыуҙар һағышынан, табыштарҙан һәм юғалтыуҙарҙан торғандай. Асылда ул өмөт менән баға юлдарға: улар уны яҙлыҡтырмаҫ, мотлаҡ хисле кистәргә һәм онотолмаҫ кисерештәргә алып киләсәк:
Тик юлдарҙа тойҙом йыр тыуыуын,
Үтер ерҙәр, һыуҙар араһын.
Хисем йырға һалды таң балҡышын,
Күк күкрәүен, дуҫтар ҡарашын.
Һәм мин әйттем шунда кинәнестән,
Осор булып, йәйеп ҡосаҡты:
Үтеләһе юлдар күпме булһа,
Яҙылаһы йыр ҙа шул саҡлы.
(“Юлға сыҡтым”. 1956)
Әйтергә кәрәк, шағир Муса Ғәли ғүмере буйына юлдарға тоғро ҡалды. Юл йөрөүҙәр һәм сәйәхәттәр уның стихияһына әйләнде. Ул бер мәл “Ҡойма ямғыр, шыбыр-шыбыр көйләп, мине тағы юлға саҡыра” тип яҙғайны. Был юлдар тиктомалдан ғына тыумаған: Өфөлә йыш ҡына сырхап йөрөгән шағир тынғыһыҙ булды, ул юл йөрөүҙәрҙән һауыҡты, сәфәрҙәрҙән туйманы, киреһенсә: “Мин өйҙә ятһам, сирләй башлайым”, – ти торғайны. Бына ни өсөн ул ҡойма ямғырҙың “шыбырлауында” юлға сығырға өндәшеү-әйҙәү ауазын ишеткән.
Ҡайҙарҙа ғына булманы ул үҙ ғүмерендә: ғәрәп илдәрендә, Монголияла, Францияла, Грецияла, Португалияла, Испанияла, Германияла, Словакияла, Данияла, Төркиәлә… Һәр бер сәфәр уға хәтергә уйылырлыҡ шиғри шәлкемдәр бүләк итеп кенә ҡалманы, ә йотлоғоп уҡырлыҡ юлъяҙмалар, проза әҫәрҙәре булып та юйылмаҫ эҙ ҡалдырҙы. Ә уның өсөн юлъяҙмалар – сәйәхәттә күргән-белгәнде, ишеткән-һөйләшкәнде ябай теркәп барыу түгел, ә тормош асылдарын художестволы асыу, йәшәүҙең ҡанунға һыйып бөтмәгән яҡтарын өйрәнеү, кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙән психологик һәм фәлсәфәүи һығымталар яһау ҙа.
Муса Ғәли хәтирәләренең береһендә шундай юлдар бар: “Ә бит төптәнерәк уйлаһаң, был ғүмерҙәрҙең ҡыҙығы ла, ирмәге менән фажиғәһе лә шул фани донъяла ғына була түгелме һуң?!” Эйе. Бөтә нәмә лә фани донъяларҙа ғына башҡарыла, ҡылына, кисерелә… Ҡытай аҡыл эйәләре әйтмешләй: “Бөтәһе лә зәңгәр Күк аҫтында…” Тимәк, йәшәүҙең бар мәғәнәһе лә беҙ йәшәгән ерҙә, ҡайнап торған тормошобоҙҙа, яҡты көндәрҙә, имен атҡан таңдарҙа, күңелдәребеҙҙе елкендергән һәм моңландырған йырҙарыбыҙҙа ла икән…
Башҡорт әҙәбиәтенә ХХ быуаттың 50-се йылдарында, йәғни Бөйөк Ватан һуғышынан һуң, килгәндәр быуынының сағыу бер вәкиле, шиғриәте менән үҙенең тыуған яғындағы саф һыулы, көмөш тауышлы Аҡ шишмә ише олпат ижадлы Муса Ғәлиҙең тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы нәшер ителгән, һоҡланыуҙарҙан һәм ҡуҙланыуҙарҙан, һыҙланыуҙарҙан һәм уйланыуҙарҙан туҡылған был китабы ла меңләгән уҡыусы тарафынан ҡояшлы моңдай, илһамлы йырҙай ҡабул ителеренә ышанам.
Ҡәҙим Аралбай, Башҡортостандың халыҡ шағиры (“Башҡортостан” гәзите).
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ