Әҙибәһен халыҡ тәбрикләне!

Опубликовано: 29-09-2017, 22:36 | Категория: Новости
27 сентябрҙә Башҡортостан яҙыусылар союзы бинаһында күренекле прозаик, драматург, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы Ғарипованың 70 йәшлек юбилейына арналған "Изге ғәмәлдәрең" исемле әҙәби-музыкаль кисә үтте. Әҙибәһен халыҡ тәбрикләне!
Әҙибәһен халыҡ тәбрикләне!
Әҙибәһен халыҡ тәбрикләне!

Яңы китап

Опубликовано: 28-09-2017, 11:02 | Категория: Новости
Яңы китап

Быйылғы Ололар көнө алдынан, 28 сентябрҙә, Ырымбур өлкәһе Красногвардейский (Ҡыҙыл гвардия) районы Иҫке Юлдаш ауылы клубында күптән көтөлгән мәҙәни-әҙәби сара үтә. "Туҡ буйында ниҙәр юҡ..." тигән Хөрмәт һәм Хәтер кисәһе башҡорт шағиры Сөләймән Муллабаевтың иҫтәлегенә арнала. Кисә Сөләймән Муллабавтың шиғырҙары, халыҡ яратып башҡарған йырҙары менән башланып китәсәк. Сөләймән Муллабаев - шағир, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. ғүмер буйы Иҫке Юлдаш мәктәбендә башҡорт теле уҡытҡан. Кисәлә Иҫке Юлдаш ауылы уҡытыусылары һәм хеҙмәт ветерандары ижад иткән "Туҡ буйында ниҙәр юҡ..." тигән баш аҫтына тупланған хәтер китабының Исем туйы уҙғарыла. "Туҡ буйында ниҙәр юҡ..." йылъяҙмалар йыйынтығының беренсе китабы "Хәтер ҡуҙҙары" тип атала, күптән түгел Өфөлә донъя күрҙе. Уны яҙыусы - Сөләймән Муллабаевтың уҡыусыһы, үҙе ике тиҫтә йыл балаларға физика фәнен уҡытҡан илһөйәр һәм телһөйәр зат - Мәйсәрә Ғимран ҡыҙы Кучаева. "Туҡ буйында ниҙәр юҡ..." йыйынтығының беренсе китабына шулай уҡ ҡырҡ йылға яҡын математика уҡытыусыһы булып эшләгән Ҡәнифә Әбдрәхим ҡыҙы Салдыеваның һәм сәсән телле хеҙмәт ветераны Фәүзиә инәй Аҙнабаеваның тормош сәхифәләре һәм шиғырҙары урын алған. Баҫманы нәшер итеүгә Сәрүәр Сурина әҙерләне.

Ҡотлайбыҙ!

Опубликовано: 26-09-2017, 22:58 | Категория: Новости, Награды и премии государственные
Шағир Алмас Шаммасов Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһына лайыҡ булды! Ҡотлайбыҙ!

Сараға рәхим итегеҙ!

Опубликовано: 22-09-2017, 17:26 | Категория: Новости
Сараға рәхим итегеҙ!

Юбилейға - яңы китап!!!

Опубликовано: 22-09-2017, 17:15 | Категория: Новости
Юбилейға - яңы китап!!!

Күренекле прозаик, драматург һәм публицист, республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы Ғарипованың күркәм юбилейына Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте әҙибәнең “Әҫәрҙәр” исемле китабын баҫтырып сығарҙы. Был китапҡа мәшһүр “Бөйрәкәй” пенталогияһының беренсе өлөшө, ижадының башланғыс осоронда яҙған хикәйәләре, егерменсе быуаттың һикһәненсе йылдарында, ямғыр алдынан күтәрелгән дауыл кеүек, үҙгәртеп ҡороуҙар яҡынлашыуын, авторитар режимдың үҙен үҙе һәләкәткә этәреүен бөтә нескәлектәрендә тасуирлаған “Аҡ тирәк” драмаһы, шулай уҡ замандаштары хаҡындағы очерктары, ижади портреттары һәм халыҡ, кеше яҙмышы тураһында тәрән борсолоу менән яҙылған, үткер проблемалар күтәргән мәҡәләләре тупланған.
Китап киң ҡатлам уҡыусыларға тәғәйенләнә.

Таңсулпан Ғарипованың күркәм юбилейы!

Опубликовано: 22-09-2017, 09:32 | Категория: Новости
Бөгөн күренекле яҙыусы, драматург, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты (2006), Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1994) Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы Ғарипованың күркәм юбилейы! Әҙибәне ғүмер байрамы менән бөтә республикабыҙ яҙыусылары исеменән ихлас ҡотлайбыҙ һәм уға иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ! Таңсулпан Ғарипованың күркәм юбилейы!

«Алтындан алдын мәсьәлә»

Опубликовано: 21-09-2017, 20:28 | Категория: Новости
Башкирский журналист Расуль Сагитов издал очередную книгу«Алтындан алдын мәсьәлә»

Сөмбөлә байрамы үтте.

Опубликовано: 21-09-2017, 20:21 | Категория: Новости
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультетында Сөмбөлә байрамы үтте.Сөмбөлә байрамы үтте.
Сөмбөлә байрамы үтте.
Сөмбөлә байрамы үтте.

Конкурс

Опубликовано: 19-09-2017, 17:26 | Категория: Новости
Конкурс

Стартует конкурс на лучшее эссе/сочинение
по творчеству детского поэта Роберта Миннуллина

1 августа 2018 г. детскому поэту, уроженцу и Заслуженному работнику культуры Республики Башкортостан, Народному поэту Республики Татарстан Роберту Миннуллину исполняется 70 лет.
В честь юбилея Благотворительный фонд поддержки детей «Счастливые истории» (г.Казань) с целью повышения читательской активности и литературной культуры организует среди учеников школ Республики Татарстан и Республики Башкортостан Конкурс на лучшее эссе/сочинение по творчеству детского поэта.
Эссе/сочинение на одну из тем необходимо отправить до 1 марта 2018г. по электронному адресу fond-happystories@mail.ru:
• Мое любимое произведение детского поэта Роберта Миннуллина.
• Для чего нужны детские поэты?
• Интересные истории, связанные с творчеством детского поэта Роберта Миннуллина
Конкурсные работы могут быть представлены как на русском, так и татарском языках.
В 5 самых активных образовательных учреждениях, предоставивших лучшие работы по мнению членов жюри, состоятся творческие встречи с известным поэтом. Победителям будут вручены книги с пожеланиями автора.

Положение о конкурсе прилагается.


“ЛИФФТ” әҙәби журналының презентацияһы үтте

Опубликовано: 17-09-2017, 14:39 | Категория: Новости
Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзында Башҡортостанда күптән түгел сыға башлаған “ЛИФФТ” әҙәби журналының презентацияһы үтте. Сарала баҫманың Бөтә Рәсәй буйынса баш мөхәррире, билдәле шағирә һәм нәшриәтсе Маргарита Аль, “ЛИФФТ” әҙәби фестиваленең башҡарма директоры Әнүәр Әлмөхәмәтов, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина, Мәҙәниәт министрлығының баш белгесе Әлиә Әхмәтйәнова, “ЛИФФТ”-тың Башҡортостан буйынса мөхәррире Лариса Абдуллина, республика яҙыусылары һәм журналистары ҡатнашты. Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев был журналдың башҡорт әҙәбиәтен ил кимәлендә күрһәтеүҙә әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды, нәшриәтселәргә уңыштар теләне.“ЛИФФТ” әҙәби журналының презентацияһы үтте
“ЛИФФТ” әҙәби журналының презентацияһы үтте
“ЛИФФТ” әҙәби журналының презентацияһы үтте
“ЛИФФТ” әҙәби журналының презентацияһы үтте
“ЛИФФТ” әҙәби журналының презентацияһы үтте
“ЛИФФТ” әҙәби журналының презентацияһы үтте
“ЛИФФТ” әҙәби журналының презентацияһы үтте
“ЛИФФТ” әҙәби журналының презентацияһы үтте
“ЛИФФТ” әҙәби журналының презентацияһы үтте
“ЛИФФТ” әҙәби журналының презентацияһы үтте
“ЛИФФТ” әҙәби журналының презентацияһы үтте
“ЛИФФТ” әҙәби журналының презентацияһы үтте
“ЛИФФТ” әҙәби журналының презентацияһы үтте
“ЛИФФТ” әҙәби журналының презентацияһы үтте
“ЛИФФТ” әҙәби журналының презентацияһы үтте
“ЛИФФТ” әҙәби журналының презентацияһы үтте
“ЛИФФТ” әҙәби журналының презентацияһы үтте
“ЛИФФТ” әҙәби журналының презентацияһы үтте
“ЛИФФТ” әҙәби журналының презентацияһы үтте
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ