Иҫкә алайыҡ!

Опубликовано: 5-08-2017, 07:13 | Категория: Новости
Күренекле шағир һәм әҙәбиәт белгесе Вафа Әхмәҙиевтың тыуыуына – 80 йыл.Иҫкә алайыҡ!

Һөйөнсө, яңы китап!

Опубликовано: 4-08-2017, 22:56 | Категория: Новости
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, яҙыусы, шағир, драматург Кәбир Аҡбашевтың балалар өсөн «Ҡояшты кем уята?» тип аталған китабы донъя күрҙе.Һөйөнсө, яңы китап!

В Башкирии создана региональная редакция всероссийского литературного журнала «ЛиФФт»

Опубликовано: 4-08-2017, 22:39 | Категория: Новости
В Башкортостане создана региональная редакция всероссийского литературного журнала «ЛиФФт». Выход первого номера журнала в республике проанонсировала региональный редактор издания, поэтесса Лариса Абдуллина.В Башкирии создана региональная редакция всероссийского литературного журнала «ЛиФФт»

Ҡотлайбыҙ!

Опубликовано: 3-08-2017, 09:45 | Категория: Новости
Бөгөн Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты, билдәле шағирә, драматург һәм журналист Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның тыуған көнө! Ҡотлайбыҙ!

Үзбәкстанда – башҡорт рухы!

Опубликовано: 2-08-2017, 15:30 | Категория: Новости
Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзында алыҫ Үзбәкстандан килгән бер төркөм башҡорт балалары ҡунаҡта булып китте. Үзбәкстанда – башҡорт рухы!
Үзбәкстанда – башҡорт рухы!
Үзбәкстанда – башҡорт рухы!

Өмөтлө осрашыу

Опубликовано: 1-08-2017, 21:00 | Категория: Новости
Башҡортостан Яҙыусылар союзында быйыл А. М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтының Нәфис тәржемәләр кафедраһына уҡырға ингән йәштәр – Лариса Бужаева, Рада Гәрәева һәм Салауат Зәйнетдинов менән осрашыу үтте. Өмөтлө осрашыу
Өмөтлө осрашыу

Бөгөн бөтөн ил буйынса ХӘТЕР ҺӘМ ҠАЙҒЫ көнө. Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға - 76 йыл.

Опубликовано: 22-06-2017, 15:57 | Категория: Новости

Мостай Кәрим


МИН ФРОНҠА КИТӘМ, ИПТӘШТӘР!


Эйәрләне атай, ялын үреп,
Аҡбуҙаттың ярһыу, ап-ағын,
Әсәм һуҙа дәһшәт ҡылысының
Ҙур яуҙарҙа еңеп ҡайтҡанын.
Мин фронҡа китәм, иптәштәр!

Ышан, атай, һин эйәрләп биргән
Аҡбуҙатым минең абынмаҫ,
Йәшең тамған был ҡылысты, әсәй,
Һуғарырмын дошман ҡанында.

Йыуырмын мин фашист ҡаны менән
Илем күкрәгенең яраһын,
Ҡайырылмаҫ ҡаты дауылдарҙа
Үс һәм нәфрәт биргән ҡанатым.

Сал ҡартлығын һаҡлап ҡарттарымдың,
Һылыуҙарын һаҡлап илемдең,
Бөйөклөгөн һаҡлап Уралымдың,
Гүҙәллеген һаҡлап Иҙелдең,
Атасаҡ таң, киләсәк яҙ өсөн,
Яҙын япраҡланыр гөл өсөн,
Тыуыр балам, йырланыр йыр өсөн,
Йыр өсөн һәм тыуған ер өсөн –
Мин фронҡа китәм, иптәштәр!
1941.


Бөгөн бөтөн ил буйынса ХӘТЕР ҺӘМ ҠАЙҒЫ көнө. Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға - 76 йыл.

Ҡотлайбыҙ!

Опубликовано: 20-06-2017, 17:24 | Категория: Новости
Ҡотлайбыҙ!


Драматург, прозаик, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Наил Ғәйетбаевты тыуған көнө менән тәбрикләйбеҙ! Имен тормош, ижади уңыштар юлдаш булһын!

Ҡотлайбыҙ!

Опубликовано: 20-06-2017, 14:33 | Категория: Новости
Ҡотлайбыҙ!


Бөгөн билдәле шағирә, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, Рәми Ғарипов һәм Фатих Кәрим исемдәрендәге премиялар лауреаты Тамара Ғәниеваны тыуған көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ! Оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар теләйбеҙ!

Бөгөн республикабыҙҙың төп баҫмаһы "Башҡортостан " гәзитенә - 100 йыл.

Опубликовано: 14-06-2017, 10:04 | Категория: Новости
Бөгөн республикабыҙҙың төп баҫмаһы "Башҡортостан " гәзитенә - 100 йыл.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим : " Башҡортостан - минең өсөн иң ғәзиз гәзит"
Оло байрам менән ҡотлайбыҙ!
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ