Ҡотлайбыҙ!

Опубликовано: 7-04-2018, 10:20 | Категория: Новости, Члены союза
Ҡотлайбыҙ!
Бөгөн билдәле ғалим, тәржемәсе, тел белгесе, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, филология фәндәре кандидаты, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, “Урал батыр”, “Аҡбуҙат”, “Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу” кеүек эпостарыбыҙҙы төрөк теленә тәржемә итеүсе Ғәйнислам Дәүләтбай улы ИБРАҺИМОВ үҙенең 50 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй. Ҡәләмдәшебеҙҙе ихлас ҡотлайбыҙ һәм Ағиҙел йылғаһылай оҙон ғүмер юлы, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ-сәләмәтлек, именлек, аҡ бәхеттәр, алдағы тормошонда яңы үрҙәр һәм ҡыуаныстар теләйбеҙ!

Лира Яҡшыбаеваның “Ике төрлө ҡараш” китабының исем туйы үтте

Опубликовано: 6-04-2018, 20:01 | Категория: Новости, Члены союза
Лира Яҡшыбаеваның “Ике төрлө ҡараш” китабының исем туйы үтте
Лира Яҡшыбаеваның “Ике төрлө ҡараш” китабының исем туйы үтте
Лира Яҡшыбаеваның “Ике төрлө ҡараш” китабының исем туйы үтте
Лира Яҡшыбаеваның “Ике төрлө ҡараш” китабының исем туйы үтте
Лира Яҡшыбаеваның “Ике төрлө ҡараш” китабының исем туйы үтте
Бөгөн Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзында билдәле яҙыусы, Жәлил Кейекбаев һәм Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премиялар лауреаты Лира Яҡшыбаеваның “Ике төрлө ҡараш” тип аталған китабының исем туйы үтте.

Таңһылыу Ҡарамышеваның юбилей кисәһе үтте

Опубликовано: 6-04-2018, 11:30 | Категория: Новости, Члены союза
Таңһылыу Ҡарамышеваның юбилей кисәһе үтте
Таңһылыу Ҡарамышеваның юбилей кисәһе үтте
Таңһылыу Ҡарамышеваның юбилей кисәһе үтте
Таңһылыу Ҡарамышеваның юбилей кисәһе үтте
Таңһылыу Ҡарамышеваның юбилей кисәһе үтте
Таңһылыу Ҡарамышеваның юбилей кисәһе үтте
Таңһылыу Ҡарамышеваның юбилей кисәһе үтте

Кисә Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында күренекле башҡорт шағирәһе Таңһылыу Ҡарамышеваның юбилейына арналған әҙәби-музыкаль кисә үтте.

Яңы китаптың исем туйына саҡырабыҙ!

Опубликовано: 6-04-2018, 09:16 | Категория: Новости
Яңы китаптың исем туйына саҡырабыҙ!6 апрель көндө Яҙыусылар союзының тамаша залында талантлы яҙыусыбыҙ, Рамаҙан Өмөтбаев һәм Жәлил Кейекбаев исемендәге, шулай уҡ гәзит-журналдар премиялары лауреаты Яҡшыбаева Лира Миңлеәхмәт ҡыҙының “Ике төрлө ҡараш” исемле яңы китабының исем туйы үтәсәк.
Тиҫтәнән ашыу етди китап авторы булараҡ танылған яҙыусы Лира Яҡшыбаеваның сатира һәм юмор менән яҙылған тәүге китабы.
Байтаҡ йыл дауамында йыйылған хикәйә, фельетон, юмореска тупланған әҫәрҙәрендә ғәҙелһеҙлек, ике йөҙлөлөк, ҡомһоҙлоҡ, тәкәбберлек кеүек кире сифаттарҙы тәнҡитләп фәһем бирә, хаҡ юлды күрһәтә.
Барлыҡ әҙәбиәт һөйөүселәрҙе Коммунистик урамы, 34 адресы буйынса көтөп ҡалабыҙ. Башлана 14.00 сәғәттә.

“Заман, тема һәм герой” тип исемләнгән республика семинары үткәрелә

Опубликовано: 3-04-2018, 15:28 | Категория: Новости
“Заман, тема һәм герой” тип исемләнгән республика семинары үткәреләЯңы исемдәр асыу, бөгөнгө проза талаптарын һәм үҙенсәлектәрен байҡау, оло әҙиптәр тәжрибәһен өйрәнеү маҡсатында, БР Яҙыусылар союзының Проза һәм публицистика секцияһы “Заман, тема һәм герой” тип исемләнгән республика семинары үткәрә.
Сараға 50 йәшкә тиклемге башҡорт телендә проза өлкәһендә эшләүсе башҡорт яҙыусылары, тәнҡитселәр, билдәле әҙиптәр саҡырыла. Семинарсылар исемлеген секция һәм идара раҫлай. Бының өсөн ҡатнашырға теләүселәрҙән заявка ҡабул ителә. Унда 1-2 яңы проза әҫәре (ҡаралама хәлендә лә булыуы ихтимал), автор тураһында тулы мәғлүмәт (ҡайҙа йәшәй, ҡасан яҙыша башлаған, баҫылған әҫәрҙәре, китаптары һәм телефоны, электрон адресы) булырға тейеш.
Заявкаларҙы 1 апрелдән 30 апрелгә тиклем nirazilya@yandex.ru, ilgizishbulatov@yandex.ru электрон адрестарына ебәрергә.
Сараны үткәреү ваҡыты һәм урыны апрель аҙағында хәбәр ителәсәк.

Көлкө көнө менән!

Опубликовано: 1-04-2018, 11:17 | Категория: Новости
Көлкө көнө менән!
Бөтә донъя көлкө көнө менән, ҡәҙерле дуҫтар! Көлөп-йылмайып ҡына йәшәйек!

Сатира һәм юмор секцияһы ултырышы үтте

Опубликовано: 1-04-2018, 11:08 | Категория: Новости, Народные поэты, Члены союза, Молодые авторы
Сатира һәм юмор секцияһы ултырышы үтте
29 мартта Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзының Сатира һәм юмор секцияһы ултырышы үтте. Унда Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримов, танылған яҙыусылар Марсель Сәлимов, Марат Әминев, Венер Исхаҡов, Рәзилә Ырыҫҡужина, Лира Яҡшыбаева, Фәниә Ғәбиҙуллина һәм "Һәнәк " журналы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

“Һәҙиә” үҫмерҙәр өсөн күләмле проза әҫәрҙәре конкурсына йомғаҡ яһалды

Опубликовано: 28-03-2018, 11:25 | Категория: Новости, Члены союза, Награды и премии государственные
“Һәҙиә” үҫмерҙәр өсөн күләмле проза әҫәрҙәре конкурсына йомғаҡ яһалды
“Һәҙиә” үҫмерҙәр өсөн күләмле проза әҫәрҙәре конкурсына йомғаҡ яһалды
“Һәҙиә” үҫмерҙәр өсөн күләмле проза әҫәрҙәре конкурсына йомғаҡ яһалды
“Һәҙиә” үҫмерҙәр өсөн күләмле проза әҫәрҙәре конкурсына йомғаҡ яһалды
Күренекле яҙыусы һәм дәүләт эшмәкәре Гүзәл Ситдиҡованың ярҙамы менән ойошторолған “Һәҙиә” үҫмерҙәр өсөн күләмле проза әҫәрҙәре конкурсына йомғаҡ яһалды. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы Бөрө ҡалаһында бөйөк яҙыусыбыҙ Һәҙиә Дәүләтшинаға арналған конференция сиктәрендә үтте. I урынға яҙыусы Гөлсирә Ғиззәтуллина лайыҡ тип табылһа, II урынды яҙыусылар Фәрзәнә Аҡбулатова менән Гөлнара Мостафина, III урынды Айгиз Баймөхәмәтов, Мансур Һиҙиәтов, Зөһрә Бәшәровалар бүлеште. Ә ике дәртләндереү призына Миңнур Ҡасимова менән Гөлдәр Бүләкбаева лайыҡ булды.

Свежий номер "Литературной газеты"

Опубликовано: 28-03-2018, 11:17 | Категория: Новости
В 12-ом номере «Литературной газеты» увидели свет произведения писателей и поэтов Башкортостана: Леонида Соколова, Александра Шуралева, Расуля Сагитова, Фаниля Булякова, Альфии Асадуллиной, Гузаль Ситдиковой, Флюра Галимова, Фании Габидуллиной.

Свежий номер "Литературной газеты"

КҮМЕРҠАЛА

Опубликовано: 27-03-2018, 17:06 | Категория: Новости, Шиғри минуттар
КҮМЕРҠАЛА КҮМЕРҠАЛА

Төтөн еҫе сыға... Беҙ янабыҙ...
Был хушлашыу көнө, моғайын.
Һау булығыҙ яҡын туғандарым –
Атай, әсәй, апай, ағайым!..

Төтөн еҫе сыға... Беҙ янабыҙ...
Томанланған хатта ишектәр.
Битарафлыҡ тәҡдирҙәре беҙҙең
Яҙмыштарҙа булған бишектән.

Төтөн еҫе сыға... Беҙ янабыҙ...
Ялҡын теле бөтә тарафта.
Күмерҡалаға беҙ әйләнербеҙ,
Әйләнербеҙ йәки торфҡа.

Төтөн еҫе сыға... Беҙ янабыҙ...
Яндырғандар борон гел бикләп.
Әмәлдәре юҡ был сараларҙың,
Сығып булмай бынан имгәкләп...

Төтөн еҫе сыға... Беҙ янабыҙ...
Тик ялҡыны ҡалыр был ерҙә.
Балаларын ҡорбан иткән ҡала
Бар картала, бар ул Себерҙә...

Төтөн еҫе сыға... Беҙ янабыҙ...
Күмерҡаланың беҙ күмере.
Беҙ иҫкәртеү булдыҡ һәләкәткә,
Беҙ иҫкәртеү булдыҡ бар халыҡҡа...
Нәфсе ҡоло йәшәй, ул тере!..

Лариса АБДУЛЛИНА
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ