Мишкә ауылының 1-се һанлы лицейы Флорид Бүләков исемен йөрөтәсәк

Опубликовано: 25-01-2017, 22:35 | Категория: Новости, Народные писатели
Мишкә районының Мишкә ауыл 1-се һанлы лицейына Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Флорид Бүләковтың исеме ҡушыласаҡ. Тантаналы сара 26 ғинуар 12:00 сәғәттә башлана. Барлыҡ килергә теләүселәрҙе Мишкә ауылы, Дуçлыҡ урамы, 26-сы һанлы адрес буйынса көтөп ҡалабыҙ.

Мишкә ауылының 1-се һанлы лицейы Флорид Бүләков исемен йөрөтәсәк

Башҡортостан әҙәбиәте ҙур юғалтыу кисерҙе.

Опубликовано: 25-01-2017, 20:47 | Категория: Новости, Члены союза
Башҡортостан әҙәбиәте ҙур юғалтыу кисерҙе. 84-се йәшендә билдәле яҙыусы, тәржемәсе Рим Әхмәдов вафат булды.
Рим Билал улы Әхмәдов 1933 йылдың 29 октябрендә Өфө ҡалаһында тыуған. М. Горький исемендәге әҙәбиәт институтын тамамлағандан һуң, Мәскәүҙең үҙәк телевидениеһында эшләй. 1962 йылда Өфөгә әйләнеп ҡайта һәм хеҙмәт юлын радио һәм телевидениела дауам итә.
Башҡортостандағы дауалау сифатына эйә булған үҫемлек донъяһы тураһында тиҫтәләгән китаптары донъя күрҙе.

Башҡортостан әҙәбиәте ҙур юғалтыу кисерҙе.

“Әҙәби кесаҙна” дуҫтарын йыя!

Опубликовано: 23-01-2017, 17:35 | Категория: Новости, Члены союза
26 ғинуар 16:00 сәғәттә Башҡортостан Яҙыусылар союзының тамашалар залына шағирә Тамара Ғәниева менән осрашыуға рәхим итегеҙ! Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, Рәми Ғарипов һәм Фатих Кәрим исемдәрендәге премиялар лауреаты Тамара Ғәниева әҙәбиәткә XX быуаттың 80-се йылдарында килә. Уның беренсе китабы «Осрашырбыҙ әле» 1980 йылда донъя күрә. Төрлө жанрҙарҙа бик әүҙем ижад итә. Бер үк ваҡытта республика баҫмаларында көнүҙәк темаларға арналған публицистик мәҡәләләр менән дә даими һәм әүҙем сығыш яһай. 2015 йылдың сентябрендә әҙибәнең «Ғүмер кисеүҙәре» тип аталған яңы шиғри йыйынтығы донъя күрҙе. Унда шағирҙың һуңғы йылдарҙа яҙылған әҫәрҙәре урын алған.. Ә иһә тағы ла яңы шиғырҙарҙы яратҡан әҙибәбеҙ Тамара Ғәниеваның үҙе менән осрашыуҙа ишетергә, уҡырға мөмкинлек буласаҡ.

“Әҙәби кесаҙна” дуҫтарын йыя!

Литературный вечер народного поэта Башкортостана Марата Карима

Опубликовано: 18-01-2017, 14:33 | Категория: Новости
17 января в актовом зале Союза писателей состоялся музыкально-литературный вечер, посвященный творчеству народного поэта Башкортостан Марата Каримова. Сначала любители поэзии с вдохновением слушали новые произведения народного поэта, задавали интересующие их вопросы. В ходе вечера были рассказаны фрагменты из творческой жизни Марата Каримова, с приветственным словом выступили и.о. председателя Союза писателей Заки Алибаев и коллеги по перу: сатирик Марсель Салимов, землячка поэта Ф. Губайдуллина, поэт Зуфар Валит, литературовед Раиф Амиров. Были прочитаны стихотворные посвящения народному поэту Венерым Фаттаховым, Зуфаром Валитовым, Фаритом Зариповым. Многие слушатели пришли сказать спасибо народному поэту за его помощь молодым в выбранном литературном пути.
Украсило вечер музыкальное выступление поэта Ирека Галина (играл на гармошке народные песни), поэтесс Светланы Васиковой, Резеды Мухаметзяновой ( исполнили песни). Вечер прошел тепло и душевно. В конце вечера Марат Каримов дал автографы и участники мероприятия сфотографировались с народным поэтом на память.

Әҙәби кесаҙна

Опубликовано: 18-01-2017, 11:23 | Категория: Новости, Народные поэты, Члены союза, Шиғри минуттар
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостан республикаһының яҙыусылар союзы үҙенең “Әҙәби кесаҙна”һын тергеҙеүҙе ниәт иткәйне. Ошо йәһәттән бына, ниһайәт, шиғриәт һөйөүселәр Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримов менән осрашты ла инде... (Дауамын уҡыр өсөн мәҡәләнең исеменә баҫығыҙ)

Әҙәби кесаҙна

15 ғинуар – күренекле шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хәсән НАЗАРға – 75 йәш

Опубликовано: 16-01-2017, 11:28 | Категория: Новости

15 ғинуар – күренекле шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хәсән НАЗАРға – 75 йәш


Моң шишмәһе
Моң шишмәһе... Сығанағы уның
Ауыл, тибеҙ. Ул һуң ни хәлдә?
Шатлыҡ ҡына солғамай бит бөгөн
Ил юлдары буйлап үткәндә.
Таулыҡайым бына, моңға сорнап,
Үҫтерҙең һин мине – улыңды.
Ҡороюлдан Ағиҙелгә тиклем
Еткерҙем мин илтеп ул моңдо.
Хәҙер инде ҡайтһам, ҡайҙа мәктәп?
Ҡайҙа йәштәр? Моңом – сараһыҙ.
Йыуанырға ҡала ирекһеҙҙән,
Батыр булмаҫ, тиеп, яраһыҙ.
Ҡараһана, ҡырҙар йырҙа ғына
Аҡ тирмәләр ҡороп йәйләрлек.
Бынан ары кемдәр ҡалыр икән
Ҡаршы сығып атым бәйләрлек?
Эй ауылым!.. Яҙмышында уның
Ҡыуан елдәр аҙмы үтмәгән.
Тауҙай һалым һалынһа ла уға,
Ҡоро ҡул ҡалһа ла – үтәгән.
Икмәктән дә бармы оло ризыҡ,
Ул бит ғүмерле тик ауылда.
Ҡаныҡһалар илгә ҡәбәхәттәр,
Ауыл да бит ҡылыс ул ҡында.
Яу ҡырында ятып ҡалған атай,
Нигеҙҙе, аһ, һаҡлай алманым.
Алып китте мине ҡала юлы,
Һүҙ эшендә булды даланым.
Моң шишмәһенә гел төбәләлер
Йөрәгемдең төпкөл бит аһы.
Ғәм һәм сәм бирҙе ул, артһын, тиеп,
Шиғыр бәҫе, шиғыр баһаһы.
Ташламаны мине сәләмәт рух,
Ә төрлө саҡ булды ул, булды.
Терәк булыр һәр саҡ моң шишмәһе,
Ташламаһын тормош ауылды.



Встреча в день рождение С. Чекмарева

Опубликовано: 16-01-2017, 10:55 | Категория: Новости
Уважаемые "Чекмарёвцы", вчера, в день рождения С.Чекмарёва, мы с Павловым О.Н., председателем Челябинской областной писательской организации, побывали в Уфе, где получили от скульптора Мухаметшина Г.И. бюст поэта. Вы можете представить наше состояние при прощании скульптора со своим любимым детищем.
Бюст был передан мастеру Олегу Собинову для отливки из пластика его копии, который будет установлен в музее Культурно-просветительского центра села Еманжелинка.
По дороге в мастерскую побывали на улице Чекмарёва, что в Максимовке в черте города Уфа. Снега были исполинскими, а вот жителей не увидели к сожалению, чтобы обмолвиться о человеке, чьё имя носит улица.
В этот же день мы провели интересную и очень полезную встречу в правлении писательской организации Башкирии, исполняет обязанности председателя которой Алибаев Заки Арсланович.
Там за приятным столом прошёл обмен мнениями и предложениями по ведению совместных проектов в разных направлениях. Активное участие во встрече приняли главные редакторы известных башкирских журналов Гульназ Кутуева и Салават Каримов. Душой встречи был Народный поэт Башкортостана Кадим Аралбай. Особым духом наполнялось помещение правления, когда известные поэты читали стихи: свои и чекмарёвские. Каждый из слушателей проникал в глубины языка, на котором звучали стихи - то русского, то башкирского, то татарского. Безразличных не было!
С тёплыми и наполненными надеждой сердцами мы вернулись домой, в Челябинск, чтобы продолжать знакомить молодое поколение с живым примером Сергея Чекмарёва в служении Отечеству.
Огромное спасибо общественному движению "За возрождение Урала", лично Литвинову Владимиру Георгиевичу, руководителю администрации Движения, за оказание финансовой и моральной помощи в организации такой поездки! Всем всех благ! Ваш, Виктор Бабкин – руководитель творческих объединений Челябинской области.

Һөйөнсө!

Опубликовано: 12-01-2017, 13:12 | Категория: Новости, Молодые авторы
З. Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтендә "Әҙәби нағыш" шиғырҙар һәм проза йыйынтығы донъя күрҙе. "Сәсмәүерҙәр майҙанында" С. Фазлыев, М. Әхмәтйәнова, М. Ҡаһарманова, В. Мәжитова, Л. Мырҙағолова, Р. Вәлиев, Т. Баһауетдинова, Л. Хәсәнова, Г. Саматова, Р. Иҫәнбаева. Н. Усманова, Э. Харисова-Кейекҡужина, И. Исламов, Р. Ырыҫҡужина әҫәрҙәре донъя күргән.
Шиғриәттә ун бер авторҙың шиғырҙары баҫылды. Гөлфирә Вәлиеваның, Венер Сәлиховтың берәр шиғырын бында ҡуям да, ҡалғандарының беренсе битен тәҡдим итәм!!! (10 фотонан артыҡ ҡуйып булмағанын беләһегеҙ). Ҡаршы алығыҙ: Фидаил Сафин (Ҡариҙел), Фәнис Сирбаев (Баймаҡ), Венер Сәлихов (Белорет), Айгөл Йәмилева (Бөрйән), Гөлназ Искәндәрова (Көйөргәҙе), Денис Ғилманов (Учалы), Гөлүзә Әхмәҙиева (Дәүләкән), Гөлфирә Вәлиева (Әбйәлил), Айгөл Муллағәләмова ( Әбйәлил), Зәлифә Байышева (Дыуан), Зөлфирә Сөнәғәтуллина (Стәрлетамаҡ). Ҡыуанығыҙ: башҡорт әҙәбиәтенә яңы тулҡын килә!!!
Һөйөнсө!

Хушлашыу

Опубликовано: 12-01-2017, 02:14 | Категория: Новости, Члены союза
Башҡортостан халҡы ҙур юғалтыу кисерҙе. Башҡорт шиғриәтенең ҡабатланмаҫ шағиры һәм журналист Рәмил Әхмәт улы Йәнбәков арабыҙҙан мәңгелеккә китеп барҙы. Туғандары, яҡындары һәм милләтебеҙҙең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Һәр кемебеҙҙең күңелдәрендә мөхәббәткә дан йырлаған иҫ киткес лирик шағир булараҡ һаҡланған аҫыл милләттәшебеҙҙе 64 йәшендә генә ер ҡуйынына һалабыҙ.
Һинең яҡты йөҙөң, башҡорт шиғриәтендә, журналистикаһында әйткән һүҙең мәңге хәтерҙәрҙә һаҡланыр. Бәхил бул, һөйөклө ҡәләмдәшебеҙ!

Шағир менән хушлашыу 12:00 сәғәттә Яҙыусылар союзында үтә.

Хушлашыу

23 АҠЪЮЛАЙ КӨНӨ БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ ЯҘЫУСЫЛАР СОЮЗЫНДА “ИЖАДИ ЛАБОРАТОРИЯ” ҮҘ ЭШЕН БАШЛАНЫ

Опубликовано: 11-01-2017, 22:46 | Категория: Новости, Молодые авторы
Хәйер, был турала бәйән итер алдынан, ғөмүмән, Яҙыусылар союзының һуңғы айҙағы ваҡиғаһы менән таныштырып үтмәксебеҙ. Инде күптәргә билдәле булғанса, Йыллыҡ йыйылышын уҙғарғайны Әҙәби мәхәлләбеҙ. Ә инде бер төркөм ижадсы йәштәрҙең артабанғы хәрәкәт итеүҙәре тап шул ваҡиғаға бәйләнде лә инде. Йыйылышта Союздың уставы үҙгәртелеп, шул арҡылы йәш кешегә лә Идара рәйеслегенә һайланыу мөмкинселеге булдырылып, рәйес вазифаһын башҡарыусы итеп Зәки Арыҫлан улы Әлибаев һайланыу менән, күп ваҡыт та үтмәй, бынан бер-нисә йыл элек ойоша башлаған йәштәр инде Союзда үҙҙәренең беренсе ултырышын да уҙғарҙы. Уларҙың теләге - Союзда йәштәр бүлеге булдырылып, шул бүлек арҡылы үҙҙәре тәҡдим иткән ижади проекттарҙың тормошҡа ашырылыуы булды. Ә был проекттарҙың тәүмаҡсаты, әлбиттә, халҡыбыҙҙың милли әҙәбиәтенә хеҙмәт итеүгә ҡайтып ҡала. Һәр хәлдә, киләсәк йәштәр ҡулында бит. Улар оло әҙиптәр менән бергә эшләп, уларҙың фатихаһын алып ҡалырға тейеш тә...
23 АҠЪЮЛАЙ КӨНӨ БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ ЯҘЫУСЫЛАР СОЮЗЫНДА “ИЖАДИ ЛАБОРАТОРИЯ” ҮҘ ЭШЕН БАШЛАНЫ
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ