Главная > Новости, Члены союза, Молодые авторы > Проза секцияһы ултырышы үтте

Проза секцияһы ултырышы үтте

5-03-2018, 10:02.
Проза секцияһы ултырышы үтте
Проза секцияһы ултырышы үтте
Проза секцияһы ултырышы үтте
Проза секцияһы ултырышы үтте
Халыҡ-ара Яҙыусылар көнө алдынан БР Яҙыусылар союзының проза секцияһы ағзалары йыйылды. Унда БР Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, уның урынбаҫары Рәшит Зәйнуллин һәм Татар яҙыусылары секцияһы етәксеһе Фәниә Ғәбиҙуллина ҡатнашты. Йыйылышта йәштәр менән оло яҙыусылар араһындағы бәйләнеште нығытыу тураһында тәҡдимдәр ҡаралды, секция эшмәкәрлеге баһаланды. Эш барышында Зөлфиә Сәлихова, Миңзәлә Хәлилова һәм Юнир Салауатовтың әҫәрҙәре тикшерелде. Прозаик Мөнир Ҡунафин, Миләүшә Ҡаһарманова, Сабир Шәрипов, Рәзилә Ырыҫҡужина сығыштары маҡтауға ғына ҡоролманы, киреһенсә, тәҡдим ителгән әҫәрҙәрҙең етешһеҙ урындарына баҫым яһалып, хаталарҙан сығыу юлдарын бергәләп эҙләнеләр.



Вернуться назад