Главная > Новости, Члены союза > Ҡотлайбыҙ!

Ҡотлайбыҙ!

5-03-2018, 12:04.
Ҡотлайбыҙ!
Бөгөн йөҙөнән һәр саҡ яҡты нур бөркөлгән йәш, әммә билдәле шағирә, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, “Илһам шишмәләре” фестиваленең лауреаты, филология фәндәре кандидаты Олеся Әхмәтрәхимованың тыуған көнө! Ҡәләмдәшебеҙҙе ғүмер байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм оҙон ғүмер юлы, ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек, аҡ бәхеттәр, наҙлы мөхәббәт, барлыҡ хыялдарының тормошҡа ашыуын теләп ҡалабыҙ!


Йомғаҡ тураһында һөйләй нәнәйем,
Тағы ҡабатлатам,
Имеш, белмәйем.
Тамам төшөнгәс йомғаҡтың бар юлын,
Һандыҡҡа үрелде
Минең уң ҡулым.

Иң сағыуын һайлап алдым
Йомғаҡтың.
Тик тау һуҡмағында бик тиҙ
Юғалттым.

Күпме ептәр тәгәрәтте
Шуҡ ҡыҙсыҡ?..
Көтә инем өмөтләнеп
Ҙур тылсым.

Һиҙеп йомғаҡ юғалыуҙың
Сәбәбен,
Нәнәйем әйтте һүҙҙәрҙең
Кәрәген:

“Тәгәрәткән йомғаҡтарың
Табылыр.
Бер саҡ мөғжизә тигәнең
Ҡабыныр.

Тик сере бар, аҡыллы бул,
Үҫкәнем!
Үҙең ниндәй – шундай булыр
Көткәнең.

Йылмайһаң, башҡалар һиңә
Ҡыуаныр.
Һыуыҡ йөрәктә лә осҡон
Уяныр!..”

Ошо һүҙҙәрҙе ҡабатлап
Атлайым.
Сағыу йомғаҡтарҙы табам
Көн һайын.

Әҙәбиәт иле

Мине арбаған донъя ла
Тормаған тик ал төҫтән.
Түбәгә үрләгән һайын,
Тәгәрәй таштар өҫтән.

Йүнәлтелмәһә лә миңә,
Шауҡымдары ҡағыла.
Кирегә китәйем микән?
Шиккә батам тағы ла.

Күтәрелеп бағам күккә,
Тағы ынтылыш алға.
Үрмәләйем әҙәбиәт
Дәүләте тигән тауға.

***
“Был бит фән!
Артыҡ бында
Хоҙайға ышаныуҙар,

Бисмиллалы һүҙҙәрең!” –
Тинеләр йөҙгә бәреп.

Шаңҡытты бындай тәнҡит!
“Баш тарт диндән
Йәки кит!”

...Тик уйға төштөм үҙем:
Кәрәкме динһеҙ ғилем?!.

Сәскә һайлағанда

Иң-иң сағыу сәскәләрҙе
Эҙләй ҡыҙҙар яланда.
Табыштарҙы күрһәтергә
Әхирәтем бар янда.

О! Мин таптым хыял иткән,
Күптән эҙләгән гөлдө.
Алтын тажлы! Эй, һөйөнәм,
Иптәш ҡыҙ ятып көлдө.

“Ул сәскәнең һабаҡтары
Ҡалай зауыҡһыҙ, ҡара!”
Эйе шул, тим, киҫәтергә
Әхирәтем бар ярар...

Икенсе оҡшатҡан гөлдө
Ул әйтте: “Еҫе хушһыҙ.”
Булды өсөнсө, дүртенсе...
“Һөйләмә, – тиеп, – бушты!”–

Әйтергә уйламаным да,
Һиҙмәнем сере барын.
Белмәнем гөлдәрҙе аҙаҡ
Үҙе килеп йыйғанын.




Вернуться назад