Главная > Новости, Народные писатели, Члены союза > Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ғайса Хөсәйеновҡа – 90 йәш!

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ғайса Хөсәйеновҡа – 90 йәш!

10-04-2018, 09:45.
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ғайса Хөсәйеновҡа – 90 йәш!
Бөгөн Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, әҙәбиәт белгесе, 1956 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы, филология фәндәре докторы, профессор, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡорт АССР-ының һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Халыҡтар Дуҫлығы һәм Почёт ордендары кавалеры Ғайса Батыргәрәй улы ХӨСӘЙЕНОВҡа – 90 йәш! Ил ағаһын бөтә ҡәләмдәштәре исеменән күркәм юбилейы менән тәбрикләйбеҙ һәм ҡоростай ныҡлы һаулыҡ-сәләмәтлек, именлек, аҡ бәхеттәр теләйбеҙ!

Һоҡланғыс шәхес, арҙаҡлы ғалим

Үҙенең яҡташы, ауылдашы һәм коллегаһы тураһында яҙыусы һәм профессор Роберт Нурмөхәмәт улы Байымов: “Хоҙай уға көс-ҡеүәт, бөтмәҫ-төкәнмәҫ ижад ҡомарлығы биргән! Әммә һис тә ғәжәпләнмәй булмай Ғайса Хөсәйенов тигән шәхескә: ғилем донъяһында ла йылдам эшләй, китаптары аша тарих төпкөлдәренән күпме арҙаҡлы шәхес күтәрелде, күпме серле йомғаҡ таратылды. Ул художестволы ижадта алдынғылыҡты бирмәй, ойоштороу эштәрен дә йәштәрсә өлгөр башҡара. Уның тырышлығы, тынғыһыҙ ныҡышмаллығы булмаһа, был томдар шундай ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә яҙылып та, донъя күреп тә өлгөрөр инеме икән ни?!” – тип һоҡлана.
Яҡташы, күренекле мәғрифәтсе һәм аҡыл эйәһе М. Өмөтбаевтың: “Һәр халыҡтың үҙ тарихы өйрәнелһен өсөн үҙенең Карамзины булыуы шарт”, – тигән өндәмә-васыятнамәһенә Ғайса Батыргәрәй улы ғүмер буйы тоғро ҡала килә һәм ең һыҙғанып ижад итә. Уның “Алдар батыр ҡиссаһы”, “Пугачёв фельдмаршалы”, “Рудасы Исмәғил”, “М. Өмөтбаев”, “Р. Фәхрет¬динов”, “Ҡанлы 55”, “Зәки Вәлиди Туған” һәм башҡа тарихи әҫәрҙәре – бөгөн беҙҙең рухи булмышыбыҙҙың йәнтөйәге лә ул. Ҡан-ҡәрҙәш һәм сит телдәрҙә лә нәшер ителгән йөҙҙәрсә мәҡәләһен, төрлө тарафтарҙағы конференцияларҙа, ғилми-ғәмәли симпозиумдарҙағы сығыштарын бер мәҡәләлә күҙаллау мөмкин дә түгел, әлбиттә.
“...Һүнер-һүнмәҫ хис менән, булыр-булмаҫ фекер менән ысын әҫәр тыуҙырып булмай”, – тигәне бар яҙыусының. Шул уҡ ваҡытта уның “ҡулы етмәгән һәм уға буйһонмаған” жанр юҡ та шикелле. Әҙәбиәт фәне һәм бөтә филология, археология һәм тарих, текстология һәм стилистика, проза һәм публицистика, журналистика, әҙәби тәнҡит һ.б. – һәммәһенә лә өлгөрә, ижади ҡаһарманлыҡ күрһәтә.
Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйенов... Ошо исем-шәрифте әйткәндә 50-се йылдарҙан алып яңы быуаттың бөгөнгө көндәренә тиклемге башҡорт әҙәбиәте ғилеменең үҫеш юлы тулыһынса күҙ алдына баҫа һәм XX быуаттың икенсе яртыһындағы башҡорт әҙәбиәте тарихын, ғөмүмән, гуманитар фәнен Ғайса Хөсәйеновтан башҡа күҙаллау мөмкин дә түгелдер.
Әҙәбиәтсе һәм тәнҡитсе, яҙыусы һәм тарихсы, ғалим-эрудит һәм аҡыл эйәһе, ғилми етәксе һәм оло, итәғәтле уҡытыусы, актив йәмәғәтсе, ойоштороусы, башҡорт ғилемиәтендә баһалап бөткөһөҙ мәктәп тыуҙырған олуғ шәхес... Уның ил күлә¬мендәге ғалимлығын һәм әҙиплеген ошо бөйөк исемдәр менән ауыҙ тултырып әйтә бөгөн ҡәләмдәштәре, замандаштары һәм шәкерттәре. “Эрудиция – бына ул Ғ. Хө¬сәйеновтың тәбиғи талантына ҡанат ҡуйған тағы бер күркәм сифат, иш янына ҡуш, – тип яҙҙы Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимов. – Уның китаптарын, матбуғат биттәренә һибелгән тәнҡит мәҡәләләрен уҡығанда, авторҙың киң ҡарашлы, тәрән мәғлүмәтле фекер эйәһе булыуына ышанаһың...” Филология фәндәре докторы, профессор, яҙыусы Рәшит Шәкүр: “... Ә уның ижад донъяһы, әҙәбиәтебеҙҙә ул яулаған ҡаҙаныштар хәҙер тотош халҡыбыҙҙың, республикабыҙҙың оло ғорурлығына әйләнде. Ҡолас етмәҫ киңлек һәм тәрәнлек! Ғайса Хөсәйеновтың донъяға сыҡҡан хеҙмәттәре һәм әҫәрҙәре – үҙе бер бәләкәйерәк китапхана. Монографик пландағы ҡалын китаптары ғына ла өс тиҫтәнән артып китә... Уның ғилми етәкселегендә ғалимдар коллективы тарафынан яҙылған алты томлыҡ “Башҡорт әҙәбиәте тарихы” – милләтебеҙҙең рухи мәҙәниәтен өйрәнеүҙә оло бер асышҡа тиң хеҙмәт...”
Ғайса Хөсәйенов башҡорт әҙәбиәте тарихын, уның теоретик нигеҙҙәрен өйрәнеү буйынса яҙған хеҙмәттәрендә тулайым бер ижади концепцияны иғтибар үҙәгенән ысҡындырмай, ныҡлы тота килә. Мәҫәлән, милли поэзиябыҙҙа В. Маяковский традициялары, гражданлыҡ пафосы хеҙмәт¬тәре¬нән һуң, Сәйфи Ҡудаштың поэтик ижадының үҫеш эволюцияһын байҡап төплө фекерләүгә юл аса, йә булмаһа “Халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти” исемле китабында башҡорт поэтикаһының интеллектуаль яҡтарын аныҡ билдәләй. Күренекле башҡорт яҙыусыһы Д. Юлтый¬ҙың әҙәби мираҫын, ижад маһирлығын дөйөм әҙәби процесҡа бәйләп өйрәнеүе революция алды, граждандар һуғышы, 20 – 30-сы йылдар әҙәбиәтенең үҫеш тенденцияларын нарыҡлау үҙе ҙур ғилми асыш булды. Башҡорт шиғриәтенең аҡһаҡалы “Халыҡ шағиры Мостай Кәрим” китабы әҙәбиәт ғилемендә фундаменталь хеҙмәткә әйләнде. Үрҙә һаналған китаптары һәм “Башҡорт совет поэзияһының үҫеү юлдары” исемле ҙур хеҙмәте менән Ғайса Батыргәрәй улы башҡорт әҙәбиәте ғилемендә фәнни монография тигән ҙур жанрға тәүгеләрҙән булып эре-эре нигеҙ таштарын һалды. Ғалим башҡорт һәм урыҫ телдәрендә донъя күргән “Башҡорт совет әҙәбиәте тарихы” тигән фундаменталь коллектив хеҙмәттәрҙең етәксеһе, шуларҙың ғилми концепцияһын төҙөүсе булып та танылды.
Мәшһүр ғалимдың яҙыусылыҡ хеҙмәте хаҡындағы “Ижад серҙәре” китабын ысын мәғәнәһендә “Ижад доғалары” тип тә атарға булалыр тип уйлайым. Есеме китаптың исемен тулыһынса аҡлап, тағы байытып, балҡытып ебәргәндәй. Мәғариф, ижад өлкәһендә шөғөлләнгәндәрҙең өҫтәл китабына әйләнеүе лә һис тә ғәжәпләнер-лек түгел. Бында ғилми әҙәбиәттең иҫ киткес тылсымлы донъяһына фекер көсө, һүҙ ҡөҙрәте аша мауыҡтырғыс сәйәхәт ҡылына. Донъя әҙәбиәтенең классиктары Данте, Шекспир, Гете, Байрон, Бальзак, Толстой, Достоевский, Горький кеүек бөйөк әҙиптәр миҫалында яҙыусы хеҙмәтенең, әҙәби оҫталыҡтың асылын күрһәтеп, үҙебеҙҙең М. Аҡмулла, Р. Фәхретдинов, М. Өмөтбаев, Ш. Бабич, М. Ғафури, Д. Юл¬тый, Р. Ниғмәти, Һ. Дәүләтшина, М. Кәрим кеүек арҙаҡлы әҙиптәребеҙҙең ижадын күңел түренә һалып, ҙур ихласлыҡ һәм тәрән ихтирам менән киң ҡатлам уҡыусыларға һөйләп бирә.
Үткән быуаттың икенсе яртыһынан әҙә¬биәт ғилемендә шөһрәт ҡаҙанған Ә. Ха¬рисов, К. Мәргән, К. Әхмәтйәнов, Ә. Вахитов, Н. Зарипов, С. Поварисов, М. Мин¬һажетди¬нов, З. Ғәбсәләмов, М. Ғәйнуллин, С. Сафуанов, Р. Әмиров, Х. Зиннәтуллина, М. Сәғитов, Н. Бикбулатов, З. Нурғәлин, И. Вәлитов, уларҙан һуң йәшерәк быуын Р. Бикбаев, Р. Байымов, В. Әхмәҙиев, Т. Кил¬мөхәмәтов, Ә. Сөләймәнов, М. Мәм¬бәтов, Ә. Хәбиров, Ә. Вилданов, И. Бүлә¬ков, Ғ. Ҡунафин, З. Шәрипова, Г. Гәрәева, М. Иҙелбаев һәм башҡалар менән бер ҡаҙанда ҡайнап, замандаш-ҡәләмдәш¬тәренең гүзәл традицияларын үҫтереп, йәштәргә ныҡлы терәк булып, ижад доғаларының яңы бураҙ¬наларын аҡтара Ғайса Хөсәйенов.
Ғайса Батыргәрәй улының әҙәби тәнҡит өлкәһенә ҡағылышлы бер-ике тос ҡына фекерен уҡыусыға еткерге килә. Ул: “Әҙәби тәнҡит – намыҫ эше, саф йөрәклеләр генә шөғөлө. Тәнҡиттә ҡыйыулыҡ – ҡиммәтле нәмә. Тик был ҡыйыулыҡ ҡайһы саҡ бик ҡиммәткә лә төшә. Шуға беҙҙә (беҙҙә генәме икән? – Р. Ш.) хәҙер ысын тәнҡитселәр шул тиклем һирәк, уларҙы инде “Ҡыҙыл китап”ҡа ғына индерәһе ҡалды. Әҙәбиәттә йомшаҡ әҫәрҙе маҡтап булышыуҙан да, ә яҡшы әҫәрҙе юрамал кәмһетергә тырышыуҙан да әхлаҡһыҙ эш юҡ...” – тип ярып һала. Был инде ғалимдың ҡатмарлы вә яуаплы фән юлындағы гражданлыҡ позицияһы. “...Талант – иң юғары үлсәм, ҙур талап кимәле”, – тип үҙенең әҙәби процестағы лайыҡлы урынын тағы бер ҡат раҫлай ғалим. Академик Ғайса Хөсәйенов ҡарамаҡҡа бәләкәй генә китапҡа ниндәй тос мәғәнә һыйҙырған, тапҡырлыҡтың, уй-фекерҙәр ыҡсымлығы¬ның үрнәген күрһәткән. Бындай күңел зөбәржәттәрен тик оло ғалим ғына өләшеп-бүлешеп бирә ала торғандыр.
Ғайса Хөсәйенов – талымһыҙ ғалим. Уның бер туҡтауһыҙ ижад итеүен һәр йүнәлештә лә күрә киләбеҙ, ташҡа баҫылған тарихи әҫәрҙәрен тиҙ генә уҡып сығырға тырышабыҙ. Ғалим үҙенең “Ҡанлы 55” тигән ҙур әҫәрен уҡыусы хөкөмөнә тапшырҙы. Ҙур күләмле әҫәр тураһында матбуғатта хәтһеҙ фекер алышыуҙар булды. Яҙыусы-ғалимдың ижад ҡомары дауам итә. “Донъя” исеме аҫтындағы әҙиптең парсалары башҡорт прозаһында тәрән кинәйәле, философик фекерҙәр гөлләмәһе, тормош тәжрибә¬һенең аҡыллы һәм хикмәтле һүҙҙәре тупланған өр-яңы жанр килеүенә ышандым. Парсалар – өлкән кешенең, сайпылып түгелергә торған, аҡыл-зиһен емешелер ул. Был турала әҙип тә “ҡартайғас, дәрт һәм кәрҙәр кәмегәс, тирә-йүнеңә текләп бағырға, барыһы хаҡында төптән уйланырға саҡ ваҡыт етте, буғай”, тигәс тә, тағы “Етте лә бит... Донъяның осона һуң кем сыҡҡан? Донъяның төбөнә һуң кем еткән?” – тип беҙҙе уратып-солғап алған оло донъя хаҡында күңел кисерештәрен аҡ ҡағыҙға төшөрә. Ә шулай ҙа нимә һуң ул донъя? Ошо юҫыҡта Ғайса Хөсәйенов халыҡ ижады ынйыларынан хикәйәт формаһын уңышлы ҡулланған. Сәйәхәтсе егеттең донъя хаҡындағы фәлсәфәүи белешмәләре оло тормошта көн күргән һәр әҙәм затына ҡағылышлы мөһим танып-белеү ҡеүәһе, уның көндәлек проблемаһы, йәшәйештәге маҡсаты ла бит. Маҡсатҡа тоғро ҡалыу хикәйәттең төп лейтмотивын тәшкил итә. “Кеше донъя¬ла бер генә йәшәй. Шуға берәгәйле йәшәп ҡалырға бик хаҡлы... Кешесә йәшәүҙең бер ғилләһе. Донъяла үҙеңде ҡунаҡ тип түгел, хужа итеп тойоу ҡиммәтле...” Автор донъяның төрлө сәйерлеген матур күҙаллай, ошо сәйерлектең серен сисеү – “әҙәбиәт өлөшө”, тип хәҡиҡәтте беҙгә еткерә. Фани донъяның сер-сәйерлеге, мөғжизәләре уйландыра уны, яҙған парсалары ла уҡыған, белгән, төшөнгән кешенең аңына һеңдереүе лә. Әҫәрҙәрендә яҙыусы йәшәйештең ҡиммәте хаҡында уйланғанда донъялыҡта нимә мөһимлегенә ишара яһала. Уҡыусы бында “донъяла иң бәләкәй нәмәнең – белем, иң ҡыуаныслыһы – йән, иң ҙуры – илаһи зат, иң әсеһе – нужа һурпаһы, иң тәмлеһе – рәхмәт һүҙе, иң яҡшыһы – тоғро дуҫ, иң насары – хыянатсы” төшөнсәләрен күңеленә һалып ҡуя. Яҙыусы үҙенең бәхет темаһына арналған парсаларында үҙ фекерҙәрен аҡыл эйәләре, философтар ҡараштары менән нарыҡлай. Мәҫәлән, Аристотелсә аҡыл төрлө һаулыҡ-именлеккә төркөмләнә икән, тән һаулығы – үҙе бер бәхет, рух һаулығы – икенсе бәхет, тирә-йүн именлеге – бәхет шарты. Әҙиптәргә хас сифатты ул “Ижадсы өсөн бәхет нимә ул? Бәхет ул – илһамлы ижад сәғәттәренең, яңылыҡты асыш мәлдәрең”, – ти.
“Мөхәббәт һәм ғаилә” бүлегендә Мостай Кәримдең:
“О мөхәббәт! Аҙмы яҙмыштарҙы
Донъя тамуғында яндырҙың,
Аҙмы исемдәрҙе күккә яҙып,
Мәңгелек йыр итеп ҡалдырҙың”, – тиеүендә мөхәббәт ҡөҙрәте ярылып ята. Яҙыусының парсаларына бер бөтөнлөк биргән, идея-тематик яҡтан шаҡтай байытҡан һабаҡтары (“Ут менән боҙ булғандан талғын мөхәббәт татлыраҡ”), миҙгелдәре (“Ҡыҙҙарҙың һөйкөмлөгө – наҙлылығында, ҡатындарҙың һөйкөмлөгө – уңғанлығында”), наҙҙары (“...һәр миҙге¬ленең йәмен һәм наҙын үҙенсә татыған, ғүмере буйы мөхәббәт хисен һаҡлай алған кеше бәхетле...”, хыял осҡондары, мөхәббәтле һүҙҙәре (“һөйөү һәйбәт, һөйөшөү – бәхет”), самалары (“Бер матурға – бер ямаҡ, бер яҡшыға – бер яман”), музалары һәм дә секс тураһындағы фәлсәфәләре уйландырырлыҡ. Ҡатын-ҡыҙға, ғаилә мөнәсәбәтенә арналған фекер төйөндәре халыҡтың традицион ғорурлы¬ғына, сабырлығына, һөйкөмлөгөнә, әйтер инем, тоғролоғона һуҡтырып ижад ителгән. Көләмәстәре, репликалары ла күңелдәрҙе иретеп һүҙ ҡәҙерен, уның ҡөҙрәтен белергә өйрәтә.
Яҙыусы һәм мәшһүр ғалим Ғайса Хөсәйеновтың “Донъя” парсаларында илаһи тормоштағы барлыҡ йәшәйеш дөрөҫлөгө, кеше аҡылы, саф күңеле, намыҫлы хеҙмәте, мөхәббәт бөйөклөгө, кешенең кеше булып ҡалыуы раҫлана.
Башҡорт әҙәбиәте тарихы, теорияһы һәм әҙәби тәнҡит мәсьәләләренә арналған “Заман. Әҙәбиәт. Әҙип” (1978) исемле китабы өсөн Ғайса Хөсәйенов респуб¬ликабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге премияһына лайыҡ булды. Авторҙың 1983 йылда Мәскәүҙә урыҫ телендә нәшер ителгән “Башҡорт совет поэзияһы (1917 – 1980)” тигән хеҙмәте менән ул тағы ла юғары ғилми баҫҡыстарға күтәрелде. Профессор Ғайса Хөсәйенов ғилми-тикше-ренеү эштәрен көндәлек әҙәби тәнҡит шөғөлө менән тығыҙ бәйләнештә ижад итә. Уның һәйбәт өлгөләре “Заман һәм поэзия” (1964), “Хәҙерге әҙәбиәт донъя¬һында” (1973), “Шағирҙар” йыйынтыҡтары үҙҙәре бер ижад донъяһын хасил итәләр. “Хәҙерге әҙәбиәт донъяһында” китабында Ғайса Батыргәрәй улы: “Әҙәби тәнҡитсе ул гүзәллекте баһалаусы ғына түгел, ул – күпмелер дәрәжәлә аҡыл эйәһе, философ, социолог, лингвист, тарихсы, педагог, йәмәғәт эшмәкәре лә булырға тейеш”, – тигәйне. Ғалимдың әҙәби тәнҡит китаптары, ғилми хеҙмәттәре ошо талаптарға тулайым яуап бирә тип ауыҙ тултырып әйтергә мөм¬кинлек бирә. Башҡортостандың халыҡ шағиры Р. Бикбаевтың: “Башҡорт әҙәбиәте ғилеменең тәүге тәжрибәләрҙән алып фундаменталь тикшеренеүҙәр тыуҙырыу юғарылығына тиклемге юлын байҡағанда, был эшкә күп көс һалған ғалимдар рәтендә академик Ғайса Хөсәйенов хеҙмәттәре оло ижад донъяһы булып күҙ алдына баҫа. Ул айырыуса башҡорт әҙәбиәте ғилеменең формалашып етеүенә, әҙәби тәнҡиттең күтәрелешенә ҙур өлөш индер¬ҙе, археология, текстология тармаҡтарына фәнни нигеҙ һалды”, – тиеүе беҙҙең әйткәндәрҙе раҫлай.
1996 йылдан, бер нисә йыл “Ватандаш” журналын ойоштороп, уңышлы етәкләүе лә уның оҫта етәксе, ойоштороусы һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәре булыуын дәлилләй. Ул баш мөхәррир вазифаһында эшләгәндә булдыҡлы, егәрле, ижади коллектив тупланды, баҫманың тиражы артты, уҡыусылар араһында бермә-бер абруйы күтәрелде. Академик Ғ. Хөсәйенов – әле булһа “Ватандаш”тың алыштырғыһыҙ авторы, оло кәңәшсеһе.
Һәр халыҡ үҙенең данлы тарихы, арҙаҡлы шәхестәре менән көслө. Ғайса ағайҙың меңдәрсә уҡыусыһы исеменән уға оло ихтирам йөҙөнән шуны әйтергә теләр инем: олуғ әҙип, башҡорт халҡының фән һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалимдарҙың ғалимы Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйенов¬тың башҡорт һәм урыҫ телдәрендә әҙәбиәт ғилеменә арналған һайланма томлыҡта¬рын нәшер иткәндә ҡайһылай оло эш башҡарылыр ине.
Исеменә тиң дәрәжәләре лә ҙур уның: филология фәндәре докторы, профессор, академик, Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Салауат Юлаев исемен-дәге премия лауреаты, Халыҡтар дуҫлығы, С. Юлаев ордендары кавалеры, респуб¬ликабыҙ Юғары Советының Почет грамо¬таһына лайыҡ булды. Ул – Башҡортос¬тандың халыҡ яҙыусыһы.
Һүҙемде Ғайса Батыргәрәй улының бер интервьюһы менән йомғаҡларға теләйем: “Һәр кемдең ғүмер юлында бер йыллыҡ кескәй осор күпмелер ваҡытҡаса бер-ике иң иҫтәлекле ваҡиғаны хәтерендә оҙағыраҡ һаҡлайҙыр ул. Әммә тиҫтә йылдар иләге иң тос, иң аҫыл тигәндәрен генә орлоҡҡа сығаралыр. Минең өсөн быйылғы 2008 йыл һикһән йәшем тулыу датаһы “Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы” тигән маҡтаулы исем бирелеү, рус телендә “Гуманитарий” тигән формат “Автобиографиям” исемле китабым донъя күреү менән иҫтәлекле.
Ошо йылда “Әҙәбиәт теорияһы” тигән һәлмәк хеҙмәтемде ослабыраҡ ҡуйҙым. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында план буйынса бүтән ғилми эштәремде дауам иттем. Матбуғатта әүҙем ҡатнаш¬тым.
... Киләһе яңы йылыма, алдағыларыма Хоҙайҙан яңы өмөттәр, һаулыҡ, эш, ижад ҡеүәһе һаҡланырын көтәм. Һәммәһе өсөн йәнем фиҙа. Кешеләрҙе өмөт ташлама¬һын, бәхет-шатлыҡтар ситләмәһен!..”
90 йәшеңдә лә илһамлы сәғәттәрең, яңыларҙан-яңы асыш мәлдәрең, туған халҡыңа, телеңә, әҙәбиәте вә мәҙәниәтенә һәм ғилемиәтенә хеҙмәт итеү ҡомарың һис тә туҡталмаһын, Ғайса ағай!..
Рәүеф ШАҺИЕВ (“Башҡортостан” гәзите).



Вернуться назад