Главная > Новости, Члены союза > Нәсүр Йөрөшбаев менән осрашыу

Нәсүр Йөрөшбаев менән осрашыу

3-07-2018, 21:05.
Нәсүр Йөрөшбаев менән осрашыуНәсүр Йөрөшбаев менән осрашыуНәсүр Йөрөшбаев менән осрашыу
Бөгөн Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзында билдәле режиссер һәм яҙыусы, оҙаҡ йылдар Германияла йәшәгән яҡташыбыҙ, Пермь крайының Барҙа районы башҡорто Нәсүр Йөрөшбаев менән йылы осрашыу үтте. Унда Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Рәшит Зәйнуллин, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, билдәле шағирә Лариса Абдуллина, Ростов өлкәһендә йәшәүсе билдәле яҙыусы, отставкалағы подполковник Мәхмүт Сәлимов һәм уның тормош иптәше Галина Рифат ҡыҙы ҡатнашты. Ҡәләмдәштәре Нәсүр Әндәрйән улын союзға ағза булып алыныуы менән ихлас ҡотланы һәм артабан да ижади уңыштар теләне. Ул иһә үҙ сиратында тормошҡа ашырған өр-яңы проекттары тураһында бәйән итте: мәҫәлән, яҡташыбыҙ ниндәйҙер мөғжизә менән Эрфурт архив музейында һаҡланып ҡалған башҡорт ҡормандарын һәм уҡтарын табыуға өлгәшкән. Ике йөҙ йылдан һуң уларҙы Башҡортостанға алып ҡайтыу һәм Милли музейыбыҙҙа айырым экспозиция ойоштороу мөмкинлеге бар. Әлеге мәлдә был турала һөйләшеүҙәр алып барыла икән.


Вернуться назад