Главная > Новости, Члены союза > Ниязбай Сәлимов 60 йәшлек юбилейын билдәләй!

Ниязбай Сәлимов 60 йәшлек юбилейын билдәләй!

27-09-2018, 07:05.
Ниязбай Сәлимов 60 йәшлек юбилейын билдәләй!Бөгөн танылған яҙыусы, журналист, ғалим, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы Милли архивының директор урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты Ниязбай Булатбай улы Сәлимов күркәм юбилейын - 60 йәшен билдәләй! Ҡәләмдәшебеҙҙе ихлас ҡотлайбыҙ һәм оҙон ғүмер, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ-сәләмәтлек, аҡ бәхеттәр, ғаилә именлеге, илһамлы ижад теләйбеҙ!

Ниязбай Булатбай улы Сәлимов (Нияз Сәлимов) 1958 йылдың 27 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Ғафури районы Яугилде ауылында тыуған. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетын тамамлағас, хеҙмәт юлын Йөҙимән урта мәктәбендә директор урынбаҫары булып башлай. Шунан бер йыл тыуған ауылы мәктәбендә директор була.
1984 йылда талантлы йәш белгес «Йондоҙ» район гәзите мөхәррире урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләнә, биш йылдан республика йәштәренең «Ленинсы» гәзите мөхәррире урынбаҫары итеп үрләтелә. Башҡорт йәштәренең үҙ аллы гәзите «Йәшлек»те булдырыуға ҙур көс һала, уның тәүге мөхәррир урынбаҫары була.
1990 йылда Ниязбай Булатбай улы Ғафури районының «Звезда» — «Йондоҙ» гәзите мөхәррире итеп ҡуйыла. Уның тырышлығы менән 1991 йылда Башҡортостанда тәүгеләрҙән булып үҙ аллы башҡортса «Табын» гәзите донъя күрә. Ырымбур өлкәһе йәмәғәтселеге үтенесе буйынса, ошо гәзит редакцияһы ерлегендә 1993 йылда Ниязбай Сәлимов Ырымбур башҡорттарының «Каруанһарай» гәзитен нәшер итә.
Тиҙ арала абруй ҡаҙанған «Табын» гәзите мөхәррирен «Йәшлек» гәзитенең баш мөхәррире вазифаһына эшкә саҡыралар. Өс йылдан ашыу ваҡыт эсендә ул ошо баҫманың тиражын ике тапкырға тиерлек арттырыуға ирешә.
Бер монография, ике брошюра, балалар өсөн дүрт китап авторы, фәнни йыйынтыҡтарҙа баҫылған тиҫтәләгән хеҙмәте донъя күргән.
1997 йылдан алып Ниязбай Булатбай улы Башҡортостан Президенты Хакимиәтендә эшләй. 2001 йылдан граждандарҙың мөрәжәғәттәре менән эшләү бүлегенә етәкселек итә.
2011—2015 йылдарҙа «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире булып эшләне. 2015 йылдың сентябренән Башҡортостан Республикаһы Милли архивының директор урынбаҫары.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге:
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы.
«Табын ырыуы» йәмәғәт ойошмаһының идара рәйесе (февраль, 2017)

Китаптары:
Ҡурсаҡ булғы килмәне. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1992.
Атайым йомаҡтары. — Өфө: Китап, 1995.
Әнүзә һәм шуҡ кәзә. — Өфө: Китап, 1997.
Бурлинская средняя школа: вчера и сегодня. Уфа: Городская типография, 2000.
Башҡорт әҙәби теленең публицистика стиле. — Өфө: Китап, 2003.
Ҡояш — ул ҡош?: Шиғырҙыр. — Өфө: Китап, 2006.
Ураҡ осоро: Шиғырҙыр. — Өфө: Китап, 2008.
Халыҡ сәсәне Вәлиулла Ҡоломбәтов. — Өфө: Матбуғат донъяһы, 2016.


Вернуться назад