Главная > Новости, Члены союза > “Тороп ҡалды наҙлы һүҙҙәре…”

“Тороп ҡалды наҙлы һүҙҙәре…”

23-10-2018, 10:14.
“Тороп ҡалды наҙлы һүҙҙәре…”
“Тороп ҡалды наҙлы һүҙҙәре…”
“Тороп ҡалды наҙлы һүҙҙәре…”
“Тороп ҡалды наҙлы һүҙҙәре…”
“Тороп ҡалды наҙлы һүҙҙәре…”
“Тороп ҡалды наҙлы һүҙҙәре…”
“Тороп ҡалды наҙлы һүҙҙәре…”
“Тороп ҡалды наҙлы һүҙҙәре…”
“Тороп ҡалды наҙлы һүҙҙәре…”
“Тороп ҡалды наҙлы һүҙҙәре…”
“Тороп ҡалды наҙлы һүҙҙәре…”Хөсәйен Әхмәтов исемендәге башҡорт дәүләт филармонияһында күренекле башҡорт шағиры Яҡуп Ҡолмойҙоң тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған Хәтер һәм Ҡәҙер кисәһе үтте. Был сараға шиғриәтебеҙгә, телебеҙгә битараф булмаған бик күп милләттәштәребеҙ килгән ине. Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова фронтовик шағирҙың тормош юлына байҡау яһаны һәм уның әҙәбиәтебеҙҙәге урынын юғары баһаланы. Шулай уҡ Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин, Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Зәки Әлибаев, Ишембай районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Илнур Мөхйәнов, шағирҙың ҡыҙы Зәйтүнгөл Яҡуп ҡыҙы һәм уның туғандары бик йылы сығыш яһаны. Әлбиттә, кисәлә Яҡуп Ҡолмойҙоң һүҙҙәренә яҙылған һәм күптән халыҡ һөйөүен яулаған йырҙар яңғыраны. Һис шикһеҙ, был ҙур сара күренекле ҡәләм оҫтаһына халыҡ һөйөүен тағы бер тапҡыр раҫланы.


Вернуться назад