Шағирә һәм ғалимә Олеся Әхмәтрәхимованың яңы монографияһы донъя күрҙе!

Опубликовано: 21-09-2018, 10:58 | Категория: Новости, Члены союза, Книжные новинки
Шағирә һәм ғалимә Олеся Әхмәтрәхимованың яңы монографияһы донъя күрҙе!
“Ғилем” нәшриәтендә шағирә, фольклорсы, әҙәбиәтсе, филология фәндәре кандидаты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы Олеся Әхмәтрәхимованың “Сравнительное изучение вариантов и литературных версий башкирского народного эпоса “Заятуляк и Хыухылу” тип исемләнгән монографияһы донъя күрҙе.

Айһылыу Йәғәфәрованың юбилейына арналған тантаналы кисә үтте

Опубликовано: 17-09-2018, 10:14 | Категория: Новости, Члены союза
Айһылыу Йәғәфәрованың юбилейына арналған тантаналы кисә үтте
Айһылыу Йәғәфәрованың юбилейына арналған тантаналы кисә үтте
Айһылыу Йәғәфәрованың юбилейына арналған тантаналы кисә үтте
Айһылыу Йәғәфәрованың юбилейына арналған тантаналы кисә үтте
Айһылыу Йәғәфәрованың юбилейына арналған тантаналы кисә үтте
Айһылыу Йәғәфәрованың юбилейына арналған тантаналы кисә үтте
Айһылыу Йәғәфәрованың юбилейына арналған тантаналы кисә үтте

Әбйәлил районында танылған яҙыусы, педагог, СССР-ҙың Яҙыусылар союзы ағзаһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ким Әхмәтйәнов һәм Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге премиялар лауреаты Айһылыу Йәғәфәрованың 70 йәшлек юбилейына арналған тантаналы кисә үтте.

Зөһрә Бураҡаева юбилейын билдәләй!

Опубликовано: 16-09-2018, 10:17 | Категория: Новости, Члены союза
Зөһрә Бураҡаева юбилейын билдәләй!
Бөгөн билдәле яҙыусы, тәржемәсе, публицист, драматург, Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Кинематографистар союзы ағзаһы Зөһрә Диҡҡәт ҡыҙы Бураҡаева күркәм ғүмер байрамын - юбилейын билдәләй! Ҡәләмдәшебеҙҙе ихлас ҡотлайбыҙ һәм иң изге, иң саф теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ!

Күренекле башҡорт яҙыусыһы Ибраһим Ғиззәтуллиндың тыуыуына - 100 йыл!

Опубликовано: 15-09-2018, 15:12 | Категория: Новости, Члены союза
Күренекле башҡорт яҙыусыһы Ибраһим Ғиззәтуллиндың тыуыуына - 100 йыл!Күренекле башҡорт яҙыусыһы Ибраһим Ғиззәтуллиндың тыуыуына - 100 йыл!Бөгөн күренекле башҡорт яҙыусыһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 1965 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, III дәрәжә Дан, I дәрәжә Ватан һуғышы һәм Халыҡтар Дуҫлығы ордендары, бихисап хәрби миҙалдар кавалеры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр дәүләт премияһы   лауреаты, республикала ғына түгел, Советтар Союзында «Башҡорт Корчагины» исеме аҫтында киң билдәлелек алған ҡаһарман шәхес Ибраһим Ғәзизулла улы Ғиззәтуллиндың (15 сентябрь 1918 — 13 май   1992 йылдар) тыуыуына 100 йыл! Арҙаҡлы милләттәшебеҙҙе иҫкә алайыҡ!

Были вручены государственные награды России и Башкортостана

Опубликовано: 12-09-2018, 21:26 | Категория: Новости, Члены союза, Награды и премии государственные
Были вручены государственные награды России и Башкортостана
Были вручены государственные награды России и Башкортостана
Были вручены государственные награды России и БашкортостанаИзвестная писательница, поэтесса и переводчик, член Союза писателей Российской Федерации и Республики Башкортостан, автор трилогии «Женщины» Гульнур Мидхатовна Якупова стала кавалером ордена Салавата Юлаева.  Главному редактору детско-юношеского журнала «Аманат» Сальману Шакирьяновичу Ярмуллину присвоено звание «Заслуженный работник культуры Российской Федерации», а директору издательства «Китап» имени Зайнаб Биишевой Ильгаму Минигалеевичу Яндавлетову - «Заслуженный работник печати и массовой информации Республики Башкортостан». Искренне поздравляем и желаем дальнейших успехов!

Очередная встреча наставников “Литературной школы Башкортостана”

Опубликовано: 11-09-2018, 20:49 | Категория: Новости, Члены союза, Молодые авторы
Очередная встреча наставников “Литературной школы Башкортостана”
Очередная встреча наставников “Литературной школы Башкортостана”
Очередная встреча наставников “Литературной школы Башкортостана”Сегодня прошла очередная встреча наставников “Литературной школы Башкортостана”. Перед началом заседания председатель Союза писателей Республики Башкортостан Заки Алибаев тепло поздравил известную поэтессу и прозаика Миляушу Кагарманову с юбилеем и вручил ей цветы. После наставники сделали анализ рукописей участников проекта и составили шорт-лист самых достойных работ. Скором времени будут названы все победители “Литературной школы Башкортостана”, также станет известна дата и место проведения торжественного награждения.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова күркәм юбилейын билдәләй!

Опубликовано: 10-09-2018, 10:27 | Категория: Новости, Народные поэты, Члены союза, В СМИ
Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова күркәм юбилейын билдәләй!
Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры, билдәле дәүләт эшмәкәре, журналист, 1978—1999 йылдарҙа «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире, 1990—1995 йылдарҙа РСФСР-ҙың (артабан Рәсәй Федерацияһының) Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, 1974 йылдан СССР Яҙыусылар һәм 1979 йылдан СССР Журналистар союздары ағзаһы, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры,Башҡорт АССР-ының һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы һәм Миәкә районының Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премияһы лауреаты, Башҡортостандың мәғариф отличнигы Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы Юнысованың күркәм юбилейы! Ҡәләмдәшебеҙҙе матур ғүмер байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм Ағиҙел йылғаһылай оҙон ғүмер юлы, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ-сәләмәтлек, ғаилә именлеге, аҡ бәхеттәр, илһамлы ижад теләп ҡалабыҙ!

Ихлас ҡотлайбыҙ!

Опубликовано: 10-09-2018, 10:08 | Категория: Новости, Члены союза, Шиғри минуттар
 Ихлас ҡотлайбыҙ!Бөгөн танылған шағирә, яҙыусы һәм журналист, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы Миләүшә Сәйғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова үҙенең күркәм юбилейын билдәләй! Ҡәләмдәшебеҙҙе ғүмер байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ! Йөҙөгөҙҙән ҡояш нуры китмәһен, күңелегеҙҙә йәй йылыһы йәшәһен, һәр иртәгеҙ бәхет-шатлыҡтар менән башланһын!

Яҡуп Ҡолмойҙың тыуыуына – 100 йыл!

Опубликовано: 7-09-2018, 06:48 | Категория: Новости, Члены союза, В СМИ
Яҡуп Ҡолмойҙың тыуыуына – 100 йыл!
Бөгөн арҙаҡлы башҡорт совет шағиры, журналист, 1940 йылдан — КПСС, 1944 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм «Батырлыҡ өсөн» миҙалы кавалеры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙниәт хеҙмәткәре һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Яҡуп Хәйрулла улы Ҡолмөхәмәтовтың (Яҡуп Ҡолмой) тыуыуына - 100 йыл! Бөйөк ҡәләмдәшебеҙҙе иҫкә алайыҡ, милләттәштәр!

Яҙыусы Гөлнара Мостафинаны ихлас ҡотлайбыҙ!

Опубликовано: 6-09-2018, 09:47 | Категория: Новости, Члены союза, В СМИ
Яҙыусы Гөлнара Мостафинаны ихлас ҡотлайбыҙ!Бөгөн билдәле яҙыусы һәм журналист, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, “Башҡортостан ҡыҙы” журналы хеҙмәткәре Гөлнара Дамир ҡыҙы Мостафина күркәм юбилейын билдәләй! Уны ғүмер байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм иң изге, иң саф теләктәребеҙҙе юллайбыҙ! Йөҙөгөҙҙө ҡояш нуры балҡытһын, күңелегеҙҙә илһам ҡошо туҡтамай ҡанат ҡаҡһын!
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ