» » Юбилейҙар уҙһын гөрләшеп

Юбилейҙар уҙһын гөрләшеп

Опубликовано: 20-12-2016, 23:21 | Категория: Члены союза
Тамара ИСКӘНДӘРИӘ
СОНЕТ СЫҢЫ
Әнисә ТАҺИРОВАҒА
Илһам-ҡоштоң ҡанатында нисә
Күкте байҡаның һин, йә, нисә?
Исемең дә һинең - сонет кеүек,
Сонет кеүек сыңлай: “Әнисә”.

Дәһшәтле лә йылдар ҡосағында,
Ҡырҡ беренселә тыуғанһың.
Бишегеңә ҡорған булғандыр ул
Шиғри аһәң менән туған моң.

Шул мәлдә үк серле Селтербейең,
Һикәҙең дә телгә килгәндер.
Ҡайтауазлап яуап биргәндәрҙер
Сылтырлатып ҡына көлһәң бер.

Ҡоралайҙай ҡая үрҙәрендә,
Шиғриәткә ғорур атланың.
Сәстәреңде ҡырын ғына һелтәп,
Әҫәрләнеп шиғыр ятланың.

Ижад үрҙәрендә упҡындар бар,
Ҡыйыу атлап үткән сағыңда,
Бул сыҙам да, һәм бул аяулы ла,
Бул, тинең һин,
Намыҫ һағында.

Бар юғары ауаздашлыҡ моңо.
Тарафтарҙы иңләп ул үҫә.
Исемеңдә һинең – сонет сыңы.
Сонет үҙе сыңлай – “Әнисә”!

15.12.2016
Юбилейҙар уҙһын гөрләшепЮбилейҙар уҙһын гөрләшеп
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ