Башҡортостан әҙәбиәте ҙур юғалтыу кисерҙе.

Опубликовано: 25-01-2017, 20:47 | Категория: Новости, Члены союза
Башҡортостан әҙәбиәте ҙур юғалтыу кисерҙе. 84-се йәшендә билдәле яҙыусы, тәржемәсе Рим Әхмәдов вафат булды.
Рим Билал улы Әхмәдов 1933 йылдың 29 октябрендә Өфө ҡалаһында тыуған. М. Горький исемендәге әҙәбиәт институтын тамамлағандан һуң, Мәскәүҙең үҙәк телевидениеһында эшләй. 1962 йылда Өфөгә әйләнеп ҡайта һәм хеҙмәт юлын радио һәм телевидениела дауам итә.
Башҡортостандағы дауалау сифатына эйә булған үҫемлек донъяһы тураһында тиҫтәләгән китаптары донъя күрҙе.

Башҡортостан әҙәбиәте ҙур юғалтыу кисерҙе.

“Әҙәби кесаҙна” дуҫтарын йыя!

Опубликовано: 23-01-2017, 17:35 | Категория: Новости, Члены союза
26 ғинуар 16:00 сәғәттә Башҡортостан Яҙыусылар союзының тамашалар залына шағирә Тамара Ғәниева менән осрашыуға рәхим итегеҙ! Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, Рәми Ғарипов һәм Фатих Кәрим исемдәрендәге премиялар лауреаты Тамара Ғәниева әҙәбиәткә XX быуаттың 80-се йылдарында килә. Уның беренсе китабы «Осрашырбыҙ әле» 1980 йылда донъя күрә. Төрлө жанрҙарҙа бик әүҙем ижад итә. Бер үк ваҡытта республика баҫмаларында көнүҙәк темаларға арналған публицистик мәҡәләләр менән дә даими һәм әүҙем сығыш яһай. 2015 йылдың сентябрендә әҙибәнең «Ғүмер кисеүҙәре» тип аталған яңы шиғри йыйынтығы донъя күрҙе. Унда шағирҙың һуңғы йылдарҙа яҙылған әҫәрҙәре урын алған.. Ә иһә тағы ла яңы шиғырҙарҙы яратҡан әҙибәбеҙ Тамара Ғәниеваның үҙе менән осрашыуҙа ишетергә, уҡырға мөмкинлек буласаҡ.

“Әҙәби кесаҙна” дуҫтарын йыя!

Әҙәби кесаҙна

Опубликовано: 18-01-2017, 11:23 | Категория: Новости, Народные поэты, Члены союза, Шиғри минуттар
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостан республикаһының яҙыусылар союзы үҙенең “Әҙәби кесаҙна”һын тергеҙеүҙе ниәт иткәйне. Ошо йәһәттән бына, ниһайәт, шиғриәт һөйөүселәр Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримов менән осрашты ла инде... (Дауамын уҡыр өсөн мәҡәләнең исеменә баҫығыҙ)

Әҙәби кесаҙна

Хушлашыу

Опубликовано: 12-01-2017, 02:14 | Категория: Новости, Члены союза
Башҡортостан халҡы ҙур юғалтыу кисерҙе. Башҡорт шиғриәтенең ҡабатланмаҫ шағиры һәм журналист Рәмил Әхмәт улы Йәнбәков арабыҙҙан мәңгелеккә китеп барҙы. Туғандары, яҡындары һәм милләтебеҙҙең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Һәр кемебеҙҙең күңелдәрендә мөхәббәткә дан йырлаған иҫ киткес лирик шағир булараҡ һаҡланған аҫыл милләттәшебеҙҙе 64 йәшендә генә ер ҡуйынына һалабыҙ.
Һинең яҡты йөҙөң, башҡорт шиғриәтендә, журналистикаһында әйткән һүҙең мәңге хәтерҙәрҙә һаҡланыр. Бәхил бул, һөйөклө ҡәләмдәшебеҙ!

Шағир менән хушлашыу 12:00 сәғәттә Яҙыусылар союзында үтә.

Хушлашыу

Юбилейҙар уҙһын гөрләшеп

Опубликовано: 20-12-2016, 23:21 | Категория: Члены союза
15 декабрь Маҡар ауылында шағирә Әнисә Таһированың 75 йәшлек юбилей сараһы уҙғарылды. Уның хаҡында Лариса Абдуллина "Шағирә Әнисә Таһированың юбилей кисәһе шул тиклем йылы үтте, хатта сатлама ҡыш һыуыҡлығы ла һиҙелмәне: залда күңел нуры, сәхнәлә шағирә моңо хаким итте!!!" – тип үҙ тәҫьораттарын белдерҙе.

Башкирская поэтесса удостоена премии ТЮРКСОЙ в области журналистики

Опубликовано: 28-01-2014, 21:06 | Категория: Члены союза
Башкирская поэтесса удостоена премии ТЮРКСОЙ в области журналистикиМеждународная организация ТЮРКСОЙ объявила 2012 год именем известного азербайджанского драматурга Мирзы Фатали Ахундова и первого хакасского профессора и тюрколога Николая Катанова. Официальное открытие именного года состоялось в штаб-квартире ТЮРКСОЙ в Анкаре с участием журналистов из Азербайджана, Казахстана, Кыргызстана, Башкортостана, Татарстана, Хакасии, Турецкой Республики Северного Кипра.
Как сообщил официальный представитель Башкортостана в ТЮРКСОЙ Ахат Салихов, среди гостей торжественной церемонии была известная поэтесса из Башкортостана, ответственный секретарь литературного журнала «Агидель» Гульназ Кутуева, ставшая лауреатом премии ТЮРКСОЙ в области журналистики.
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ